Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
1 Март 2020, 13:55

Һәр бала үҙ өлөшө менән тыуа

1 март—Башҡорт ғаиләһе көнө--Беҙ ипотеканы 2012 йылда 10 йылға тәғәйенләп алғайныҡ. Бөтә авансты уны ҡаплауға йүнәлтә инем. 2020 йылдың ғинуарында торлаҡ кредитын ҡаплауға сираттағы түләүемде индерәйем тиһәм, аҡсамды алмай. Түләүем үтһә гел генә ҡалған бурысҡа күҙ һала инем. Аҙаҡҡы тапҡыр ул 258 мең һум тирәһе ине. Был юлы “0” булыуына башта аптыраным, шунан ғына башыма барып етте,--тип ҡыуана Ғәзиз Әлмөхәмәтов.—Дәүләткә ҙур рәхмәт! Бындай ярҙам булһа, әлбиттә, демографик хәл тотороҡланасаҡ.

Ғәзиз һәм Люциә Әлмөхәмәтовтар Сибай ҡалаһында таныша. Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылынан килеп Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжында уҡыған егет ҡыҙҙың күңелен баҫалҡылығы, иплелеге менән яулай. 2005 йылда улар ҡауыша. Бер-бер артлы ҡыҙҙары Әмилә, Рузилә тыуа. Йәштәр бығаса ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәһә, ғаиләләре ишәйә төшкәс үҙ ҡыйыҡтарын булдырыу тураһында ныҡлы уйлана. Етмәһә һөнәре буйынса ашнаҡсы булған Люциә лә эшкә сыға. Яйлап ул һөнәрен алмаштырып социаль хеҙмәткәр ҙә булып китә. Ғәзиз инде уҡыуын бөткәс тә БАШРТС-тың Сибай филиалында тәжрибә туплап өлгөрә. Икәүләп эшләгәс, йәштәр ипотека йүнләп, фатир һатып ала. Икенсе бала тыуыу уңайынан алынған Әсәлек капиталын ипотека кредитының бер өлөшөн ҡаплауға тотоналар.
Ҡыҙҙар үҫә төшкәс, ғаилә башлығы нәҫелен дауам иттереүсе булыуын теләй. Эшһөйәр, донъясыл иренең был теләген хуплап, ҡатыны уға Самир исемле ул табып бирә. Атҡа менгәндәй ҡыуана атай кеше, ҡыҙҙар ҙа ҡустыларының аяғын ергә тигеҙмәй. Өсөнсө балаға уларға шәхси йорт һалыу өсөн ер участкаһы бүленә. 2019 йылда Әлмөхәмәтовтарҙың ғаиләһе тағы ла ишәйә—Илзидәләре тыуа.
--Йөклө саҡта 2019 йылдың йәйендә Рәсәй Президенты В.В.Путин күп балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам итеү маҡсатында ипотека кредитының бер өлөшөн ҡаплау тураһында закон сығарҙы. Законға ярашлы, дәүләт ярҙамын 2019 йылдың 1 ғинурынан алып 2022 йылдың 31 декабренә ҡәҙәр өсөнсө йәки унан артабанғы бала тыуған ғаилә алыу хоҡуғына эйә,--ти Люциә Шәрифйән ҡыҙы.-- Бындай ярҙам бер кредит килешеүенә генә тәғәйенләнә һәм ул килешеүҙең 2023 йылдың 1 июленә ҡәҙәр төҙөлгән булыуы шарт. Дәүләт ярҙамы 450 мең һумға тиклем тәшкил итә.
Әлмөхәмәтовтар октябрь айында Илзидә тыуғас та, ипотека кредиты алған Һаҡлыҡ банкыһына барып, тейешле документтар юллай.
--Беҙ ипотеканы 2012 йылда 10 йылға тәғәйенләп алғайныҡ. Бөтә авансты уны ҡаплауға йүнәлтә инем. 2020 йылдың ғинуарында торлаҡ кредитын ҡаплауға сираттағы түләүемде индерәйем тиһәм, аҡсамды алмай. Түләүем үтһә гел генә ҡалған бурысҡа күҙ һала инем. Аҙаҡҡы тапҡыр ул 258 мең һум тирәһе ине. Был юлы “0” булыуына башта аптыраным, шунан ғына башыма барып етте,--тип ҡыуана Ғәзиз Әлмөхәмәтов.—Дәүләткә ҙур рәхмәт! Бындай ярҙам булһа, әлбиттә, демографик хәл тотороҡланасаҡ.
Читайте нас: