Балалар баҡсаһы. Өлкәндәр төркөмө. Балалар тәрбиәсе менән берлектә һәр эште ҡыуанып үтәй. Тик бер малай үҙ эше килеп сыҡмаһа, йә бер иптәше яңылыш ҡына нимәлер ысҡындырһа, китә һуғыш, талаш, илаш...Тәрбиәсе ҡаты бәрелмәй уға. Барыһын да яйлап, иркәләп аңлатырға тырыша. Тик әсә наҙын күрмәй үҫеп килгән бала ыҡҡа килмәй.
Дүрт бер туған ир бала өләсәһе менән олатаһы ҡарамағында тәрбиәләнә. Аталары, ситтә эшләү сәбәпле, өйҙә һирәк була. Уларҙы донъяға бар иткән әсәләренең ҡайҙалығы билдәһеҙ. Малайға, моғайын да, әсә һөйөүе, иркәләүе етмәйҙер.
Тәрбиәсе күңеленә был төркөмдә тағы бер бала үтә яҡын. Был ҡыҙ һуңғы арала сәскәнән-сәскәгә ҡунған күбәләкте хәтерләтә. Йә бер ҡыҙға барып нимәлер һөйләй, икенсеһе янынына ултырып, матур рәсем төшөрөргә керешә. Йә киң итәкле күлдәген тотоп көлә-көлә әйәләнергә тотона. Берсә тәрбиәсе янына килеп ҡыуанып-шатланып яңылығы менән уртаҡлаша:
—Беләһегеҙме, минең атайым Айҙа эшләй. Ул миңә унан һәр саҡ ҡарай... Иххх, ҡасан ғына ҡайта инде беҙҙең янға!...
Сабыйының көн дә атаһын таптырып, осһоҙ-ҡырыйһыҙ һорауҙар яуҙырыуына әсәй кеше шулай яуаплағандыр инде. Эх, балаҡай, Айға “эшкә китеүсе” атай-әсәйҙәр кире әйләнеп ҡайтып торһалар икән ул! Юҡ шул, тормош ҡанундары икенсе төрлө.
Һәр бала ата-әсәле булһын! Наҙланып үҫһен улар!