Сибай ҡалаһында “Инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙәге көнүҙәк мәсьәләләр. Перспектива һәм үҫеш” исемле күсмә төбәк семинар-кәңәшмәһе уҙғарылды. Уның эшендә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, спорт һәм йәштәр сәйәсәте, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлыҡтары белгестәре, социаль страховка фонды вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты.
Көндөң тәүге яртыһында белгестәр инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәләрҙе ҡабул итте. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников Сибай ҡалаһы администрацияһында, реабилитация үҙәгендә, “Арҡайым-Газ” спорт-белем биреү комплексында, Сибай балалар технопаркында, “Ғаилә” көньяҡ-көнсығыш район-ара үҙәгендә булды.
Көндөң икенсе яртыһында гимназияла “Түңәрәк өҫтәл” артында инвалид балаларға ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Ата-әсәләр, уҡыуын тамамлаусы бындай балаларҙы эшкә ала һалып бармауҙарын белдерҙе. Министр вазифаһын башҡарыусы Ю.Мельников был тәңгәлдә эшләргә һүҙ бирҙе. Һөйләшеү барышында белгестәр шәхси һорау менән мөрәжәғәт итеүселәрҙе башлыса нимә борсоуын әйтеп үтте. Инвалид балаларҙы уҡытыу, реабилитация үткәреү, дарыуҙар, техник саралар, ял путевкалары менән тәьмин итеү, ер участкаһы алыу тәңгәлендә проблемалар осрай.
—Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан йыл да күсмә кәңәшмә уҙғарыла. Быйыл тәүге семинар Стәрлетамаҡта үткәйне, әле Сибайға килдек. Әсәйҙәрҙең үҙҙәренән проблемаларҙы ишетеү күпкә яҡшыраҡ. Сөнки инвалид балаға бәйле сетерекле хәлдәрҙе уларҙан да яҡшы белеүсе юҡ. Бер мөрәжәғәтте лә күҙ уңынан ысҡындырмай, хәл итергә тырышабыҙ. Бөгөн беҙ социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларын ҡараныҡ. Реабилитация үҙәге—бик мөһим һәм кәрәкле учреждение. Республикала 16 мең инвалид бар, шулар-ҙан 9 мең мөмкинлеге сик-
ләнгән бала ғына иҫәпкә алынған, йәғни реабилитация үтә. Был йәһәттән эште көсәйтеү зарур. Шуға ла әле Сибай ҡалаһы башлығы Р.Ә.Афзалов менән инвалид балаларҙы ғына түгел, оло йәштәге инвалидтарҙы ла үҙенә һыйындырырлыҡ реабилитация үҙәге асыу хаҡында һөйләштек. Бында бер нисә вариант бар, ҡарарға кәрәк. Йәнә шуны әйтеү зарур: министрлыҡ тарафынан “реабилитацияға сертификат” исемле модель уйланылған. Яҡын киләсәктә ул эшләй башлар, тип уйлайбыҙ. Сертификат йыл дауамында реабилитация үтмәгән инвалид балаларға биреләсәк. Башҡортостан—ул тигеҙ мөмкинлектәр территорияһы, бөтә кешегә лә йәшәү өсөн шарттар булдырыла.
Сибайҙа “Ғаилә” үҙәге лә эшләүе бик яҡшы. Шуға барлыҡ халыҡҡа мөрәжәғәт итәм: мохтаж, насар йәшәгән ғаиләләр хаҡында беләһегеҙ, күрәһегеҙ икән, мотлаҡ рәүештә хәбәр итегеҙ. Был үҙәктең белгестәре ярҙамға килә. Бергәләп эшләһәк, мотлаҡ яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшербеҙ,—тине министр вазифаһын башҡарыусы Ю.М.Мельников.
Һүрәттә: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников реабилитация үҙәгендә.