Баймаҡ районының Билал ауыл советына ҡараған биләмәләрҙә йәшәгән халыҡ әүҙемлеге менән башҡаларҙан айырылып тора. Улар район, республика кимәлендә үткәрелгән төрлө акцияларҙа, сараларҙа дәртләнеп ҡатнаша. Ауылды төҙөкләндереү буйынса ла эш алып баралар. Тап билалдар гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары ла. Улар «Атайсал»ды һәр ваҡыт алдырып, яратып уҡып ҡына ҡалмай, шулай уҡ ауылда үткән теге йәки был саралар тураһында беҙгә хәбәр итеп, яңылыҡтары менән ихлас бүлешә.
Күптән түгел Билал ауыл советы
ауыл биләмәһе башлығы И.Ш.Саптаров менән осрашып, һөйләшеү форсаты тейҙе. Илдар Шәһәрғәзи улы ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса башҡарған эштәре, үткәрелгән мәҙәни саралар һәм башҡа яңылыҡтары менән уртаҡлашты.
—Беҙ әлеге көндә дәррәү генә ауылды төҙөкләндереүгә тотондоҡ. Был эшкә ауыл советы ағзалары, эшҡыуарҙар, китапхана һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, депутаттар йәлеп ителде.
Кесаҙна һайын үткәрелгән экологик өмәләрҙә Өмөтбай ауылы халҡы айырыуса әүҙемлек күрһәтә. Ауыл старостаһы Зиннур Мәжит улы Көмөшбаев күрһәткән ярҙамдың файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Ул ҙур ғына биләмәне тракторы менән ҡыйҙан таҙаратып сыҡты. Боҫҡонов Фәиз, Билалов Сәхи ҙә үҙҙәренең техникаһы менән ярҙамға килде.
Халыҡ дәррәү рәүештә йорт-тирәһен генә түгел, ауыл советы, ФАП, мәктәп биләмәләрен таҙартыу, обелиск, зыярат тирәһен тәртипкә килтереү эштәрендә ҡатнаша. Шулай уҡ берҙәм хеҙмәт менән урам араһындағы юлдар ҙа тигеҙләп сығарылды, күперҙәр ҙә ремонтланды.
Билал ауылының Күпер урамында йәшәүселәр ихласлап ауылға ингән ерҙәге баҡсаны рәтләп ҡуйҙы. Бынан тыш Дан аллеяһында ла ремонт эштәре башҡарылды.
Күгиҙел ауылын төҙөкләндереүҙә ҙур ярҙам күрһәткәне өсөн эшҡыуар Данис Рәис улы Әбйәлиловҡа оло рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Шулай уҡ рәхмәтемде Баймаҡ районының башҡорттар Ҡоролтайы рәйесе Ишембәтов Ришат Вәкил улына, Садыҡов Рәмзил Фәнүз улына һәм Күсәрбаев Илдар Булат улына ла еткерәм. Ауылда һатыу итеүсе эшҡыуарҙарҙың береһе лә ярҙам итеүҙән баш тартмай.
Ауылды йәмләп сик һаҡсыларына арналған стела ла ҡалҡып сыҡты. Бының инициаторы булып Сибайҙағы «Барыҫ» яугир-интернационалистар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рәсүл Салауат улы Аманов тора. Стела ташына яҙма яҙыу буйынса Баймаҡ эшҡыуары Ғәбиҙуллин Фаяз ҙур эш күрһәтте.
Билал ауыл советы биләмәләре мәктәптәрендә һәм китапханаларында ла косметик ремонт эшләү буйынса байтаҡ эш башҡарылды. Урындағы инициативаларға ярҙам итеү программаһына ярашлы, былтыр мәктәпкә пластик тәҙрәләр ҡуйылды. Быйыл иһә «Беларус» тракторын алыу буйынса конкурсты үтеп сыҡтыҡ.
Мәҙәни өлкәлә лә әүҙем булырға тырышабыҙ. Әленән әле китапханаларҙа төрлө саралар үткәрелеп тора. Район кимәлендә уҙғарылған конкурс-акцияларҙа ла йыш ҡатнашабыҙ. Мәҫәлән, билалдар «Театр йылы»на арналған район конкурсынан диплом алып ҡайтты. Шулай уҡ Әхмәтова Дилара Сәлимйән ҡыҙы етәкселегендәге йәш уҡытыусыларҙың «Ынйы» бейеү ансамбле республика «Байыҡ» конкурсында 1-се урын алып ҡыуандырҙы. Өмөтбайҙағы Сәғәҙәтова Әлфиә Рәжәп ҡыҙы етәкләгән бейеү ансамбле район смотр конкурсында 2-се урынға сыҡты. Ә инде Күгиҙелдең һәүәҫкәр артистары (етәкселәре Нарынбаев Азамат Фазлиәхмәт улы) 3-сө урын яулап алып ҡайтты. Өмөтбайҙан «Йәш бейеүсе» ансамбле (етәксеһе Мырҙагилдина Зәлифә Ғәйфулла ҡыҙы) «Еҙ үксә» район бейеү конкурсында еңеү яуланы.
Өмөтбай мәктәбе уҡытыусыһы А.В.
Садыҡованың «Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты» конкурсында алдынғылыҡ бирмәүен дә билдәләп үтергә кәрәктер. Альбина Вәкил ҡыҙы әүҙемлеге менән айырылып тора. Яңыраҡ уның етәкселегендә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу ҙа үтте,—ти Билал ауылы хакимиәте башлығы.
Билал ауыл советы биләмәләре халҡының әүҙемлегенә, тырышлығына һоҡланырға ғына ҡала. Улар күптәргә өлгө булырлыҡ. Артабан да шулай гөрләп йәшәүҙәрен, яңы үрҙәр яулауҙарын теләп ҡалабыҙ.
Нәркәс Алсынбаева яҙып алды.