Өйөңдә 3 көнгә етерлек ризығың булһа, һин был донъяла иң бай кеше тиелә дини хәҙистәрҙә. Аллаға шөкөр, байҙар рәтенә инәбеҙ. Әммә төрлө хәлдәр арҡаһында ауыр хәлгә тарыусылар арабыҙҙа юҡ түгел.
Тап бына шундайҙарға ярҙам итеү маҡсатында Сибай ҡалаһында 2018 йылдың декабрендә «Тормош аҙығы» мәрхәмәтлек хәрәкәте ойошторолған.
—«Тормош аҙығы» мәрхәмәтлек фонды ассоциацияһы—ирекле хәрәкәт. Беҙ ошо фонд ҡанаты аҫтында эшләйбеҙ һәм аҙнаһына бер мәртәбә мохтаждарҙы ашатабыҙ,—ти ҡаланың «Тормош аҙығы» ойошмаһы етәксеһе Илшат Ильясов.—Мәрхәмәтлек темаһы беҙҙең өсөн һәр ваҡыт яҡын һәм мөһим. Изгелек, толерантлыҡ, кешегә уның социаль ҡатламына, милләтенә һәм донъяға ҡарашына ҡарамай гуманлы мөнәсәбәт фәлсәфәһенә таянған «Тормош аҙығы» Бөтә Рәсәй хәрәкәтенә битараф ҡала алманыҡ. Илебеҙҙең төрлө ҡалаларында ошо хәрәкәтте ойоштороусылар менән осрашҡандан, Өфө, Күмертау, Салауат ҡалалары ойошмаларының тәжрибәһен өйрәнгәндән һуң, беҙ ҙә ошо юҫыҡта эшләй башланыҡ. Ауыр тормош хәленә тарыусы ғаиләләр хаҡында кешеләр «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөбөҙгә яҙып белгертә, ирекмәндәргә шылтыратыусылар ҙа табыла. Шуныһы ҡыуаныслы: Рәсәйҙә был хәрәкәт киң ҡолас йәйә бара. Хатта бер ҡалала эшҡыуар мәрхәмәтлек ойошмаһына икмәк бешереү цехын биреп ҡуйған.
Ильясовтар иһә әлегә йылы ашты шәхси йорттарында, таныштарында әҙерләй. Изге Рамаҙан айы барышында улар ҡалала 19-сы тапҡыр ризыҡҡа мохтаждарҙы ашатып, үҙҙәренә сауап алған. Fаилә парына ирекмәндәр ярҙам итә. Изгелек ҡылырға теләүселәр һәр ваҡыт табылып тора. Аш, икенсе блюдоларҙы Илшат үҙе бешерә.
—Аш-һыуҙы әҙерләгәндә уға бөтә күңелеңде һалырға кәрәк бит ул,—ти етәксе йылмайып. Ә ҡамыр аштарын, тәм-том өсөн ҡатыны Гөлназ яуап бирә. Йәшелсә-емеште йыуыу, турау, әҙер ашты урын-еренә еткереү кеүек вағыраҡ мәсьәләләрҙе ирекмәндәр башҡара. Изге эш эшләргә теләүселәр табылып тороуына етәкселәр ихлас ҡыуана.
*Мәҡәләнең тулы вариантын гәзитебеҙҙең 20-се һанында уҡығыҙ.