Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
9 Июнь 2018, 16:27

Халыҡтың йәшәйешен ҡайғырталар

Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө алдынан Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Сибай ҡалаһы буйынса филиалы директоры Азамат Мырҙағәле улы Юлдашбаев менән уларҙың эшмәкәрлеге һәм халыҡҡа күрһәткән хеҙмәттәре тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө алдынан Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Сибай ҡалаһы буйынса филиалы директоры Азамат Мырҙағәле улы Юлдашбаев менән уларҙың эшмәкәрлеге һәм халыҡҡа күрһәткән хеҙмәттәре тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.
—Азамат Мырҙағәле улы, һеҙҙең учреждение хәҙер заманса эшләй, коридорҙа элекке кеүек ҙур-ҙур сираттар күҙәтелмәй. Халыҡ менән эшләү өсөн ниндәй шарттар тыуҙырылған, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, социаль ярҙамға мохтаж граждандарға ниндәй льготалар ҡаралған?
—Филиал һәм уның Урал аръяғы райондарында урынлашҡан бүлектәре төрлө йүнәлештә эш алып бара, хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең бурыстарын ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Кабинеттарҙа белгестәр алдан яҙылыу буйынса ҡабул иткәс, сират булмай тиерлек. Быйыл ғына 8 кешене эшкә алдыҡ.
Беҙ идаралыҡ биләмәһен төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ. Ихата эсен йәшелләндереү маҡсатында йыл да ағас үҫентеләре ултыртабыҙ, клумбаларға сәскәләр сәсәбеҙ. Йыл һайын йәшелләндереү буйынса ҡалала 1-се урын яулайбыҙ. Быларҙың барыһы ла халыҡ өсөн эшләнә.
—Йәйгеһен балаларҙың ялын ойоштороу мәсьәләһе бик актуаль. Был юҫыҡта нимәләр эшләнә?
—Йыл һайын аҙ тәьмин ителгән һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә йәйге ял һәм һауыҡтырыу лагерҙарына бушлай юлламалар бирәбеҙ. Был категорияға 7 йәштән алып 15 йәшкә тиклемге балалар инә. Быйыл Сибайҙан 39 балаға «Шифа» йәйге лагерына юлламалар бүленде. Улар 1-се һәм 2-се заездарҙа ял итәсәк. Беҙҙең ҡарамаҡтағы Йылайыр, Баймаҡ, Хәйбулла һәм Әбйәлил райондарында ла ошо йүнәлештә эш алып барыла.
—Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә үҙ эшен асыуға булышлык итеүегеҙҙе бе-ләбеҙ. Ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт биреп китһәгеҙ ине.
—Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2014 йылдың 16 июнендәге 264-се ҡарарына ярашлы, социаль контракт нигеҙендә был категорияға ингән ғаиләләргә адреслы социаль ярҙам күрһәтелә. Йәғни, аҙ тәьмин ителгән күп балалы, инвалид бала тәрбиәләүсе, тулы булмаған, баланы опекаға алған ғаиләләр, шулай уҡ, ата-әсәһенең берәүһенең йәки икәүһенең дә инвалидлыҡ категорияһы булған ғаиләләр, эш йәшендәге яңғыҙ йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр үҙҙәренең ярҙамсы хужалығын булдырыуға адреслы ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә. Ҡыҫҡаһы, үҙ эшен асырға теләүселәр филиалдың 4-се кабинетына мөрәжәғәт итә ала.
—Социаль туризмды йәйелдереү буйынса эштәр нисек бара? Кемдәр торлаҡ һәм коммуналь түләүҙәр өсөн ташламалар менән файҙалана ала?
—Был йүнәлеш буйынса ла маҡсатлы эш алып барыла. Мәҫәлән, әлеге көндә Сибай ҡалаһында бөтәһе 1742 кеше шифахана һәм ял йорттарына юлламалар алыу өсөн сиратта тора. 2016 йылда—19, 2017 йылда 12 пенсионер ял итеп ҡайтты. Чернобылселәргә коммуналь түләүҙәргә ай һайын компенсация бирелә. Ауыл ерендә йәшәүсе һәм эшләүсе мәғариф, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә лә айлыҡ компенсация түләү ҡаралған. Ҡалала йәшәүсе 2 меңдән ашыу кеше торлаҡҡа һәм коммуналь түләүҙәргә субсидиялар ала.
—«Халыҡ университеты» тураһында ни әйтерһегеҙ?
—Республикала оло йәштәгеләрҙең тормошон йәнләндереүгә ҙур иғтибар бүленә. 2011 йылдан Башҡортостанда хаҡлы ялға сыҡҡан граждандарҙы уҡы-тыу маҡсатында «Өсөнсө быуын ха-лыҡ университеты» программаһы эшләп килә. 2017 йылда беҙ-ҙең филиалда 86 кеше ошо программа бу-йынса өҫтәлмә дәрестәр алһа, ағымдағы йылдың 5 айында тағы ла 33 оло йәштәге кеше компьютерға өйрәнеү буйынса курстар үтте. Ололар араһында персональ компьютерға, физик күнекмәләргә, бейеүгә, күп ҡатлы йорттар менән идара итеүгә өйрәнергә теләүселәр күп. Уҡырға теләү-селәрҙе 5-се кабинетта көтөп ҡалабыҙ.
Беҙҙең ҡалала ла ололар ҙа, балалар ҙа иғтибар үҙәгендә. 90, 95, 100 йәшлек юбилейҙарын билдәләүсе граждандарға Рәсәй Президентының ҡотлау хаты менән бергә Сибай ҡала хакимиәте биргән бүләктәрҙе тапшырабыҙ. Һуғыш ветерандары, ветерандарҙың тол ҡатындарына торлаҡ сертификаттары бирелә. Сибай ҡалаһы һәм Урал аръяғы райондары хакимиәттәре башлыҡтары хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға, күп балалы ғаиләләргә лә торлаҡ сертификаттары тапшыра.
—Азамат Мырҙағәле улы, һөнәри байрамығыҙ уңайынан коллегаларығыҙға әйтер һүҙегеҙ барҙыр?
—Мин иң башта Сибай ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла һәм Әбйәлил райондары хакимиәт башлыҡтарына, уларҙың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙарына хеҙмәттәшлек итеүҙәре өсөн ҙур рәхмәт белдерәм. Филиалдың уңышлы эшмәкәрлегендә уларҙың өлөшө ҙур. Һәм әлбиттә, ғаиләләрҙе, граждандарҙы хәстәрләүсе, төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеүсе социаль хеҙмәткәрҙәрҙе байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Уларға ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, эштәрендә уңыштар теләйем.
—Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Байрамығыҙ мөбәрәк булһын!
Читайте нас: