Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
1 Декабрь 2017, 11:33

СОҠОРҘО ҮҘЕБЕҘ ҠАҘАБЫҘМЫ, ӘЛЛӘ...

Хеҙерге ваҡытта демографик проблема Рәсәйҙә актуаль мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Илебеҙҙең киләсәге лә, именлеге лә Рәсәй халыҡтарының һаны артыуына бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы 25-27 йылда халыҡтың кәмеүе күҙәтелә. Уның сәбәптәре нимәгә бәйле? Демографик көрсөк беҙҙең илгә генә янаймы, әллә башҡа дәүләттәрҙең дә булмышын хәүеф аҫтына ҡуямы?

Хеҙерге ваҡытта демографик проблема Рәсәйҙә актуаль мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Илебеҙҙең киләсәге лә, именлеге лә Рәсәй халыҡтарының һаны артыуына бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы 25-27 йылда халыҡтың кәмеүе күҙәтелә. Уның сәбәптәре нимәгә бәйле? Демографик көрсөк беҙҙең илгә генә янаймы, әллә башҡа дәүләттәрҙең дә булмышын хәүеф аҫтына ҡуямы?
Нимәнән ғибәрәт һуң демографик үҫеш? Башта шуны асыҡлайыҡ. Тыуым, артым, тәбиғи үҫеш, кейәүгә сығыу, кәләш алыу, пенсияға сығыу ваҡыты, үлем, миграция, иммиграция процестары—былар барыһы ла демографик сәйәсәткә бәйле терминдар. Ил кимәлендә 2025 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһында демографик сәйәсәт концепцияһы булдырылды. Был йәһәттән төрлө эштәр башҡарыла, уларына үҙебеҙ ҙә шаһитбыҙ, яңылыҡтарҙан уҡып-белеп барабыҙ. Әммә, ул көрсөктән сығыу, минеңсә, йылдан-йыл ҡатмарлаша бара.
Әйҙәгеҙ бергә уйлап ҡарайыҡ. Беҙҙең илдәге демографик сәйәсәттә Европа илдәрендәге процесстар менән уртаҡлыҡтар етерлек, шул иҫәптән: халыҡтың ҡартайыуы, тыуымдың аҙайыуы, ғаиләләге тотороҡһоҙлоҡ, никахһыҙ бала табыу осраҡтары һ.б.
Рәсәйҙә үлем осраҡтары буйынса беҙҙең төбәк алдынғылар рәтендә... Ауыл халҡы араһында ул юғарыраҡ. Күберәк ирҙәр мәрхүм була. Артабан да негатив тенденциялар, йәғни ярлыларҙың күбәйеүе, эшһеҙлек, социаль программаларҙың ҡыҫҡарыуы һәм башҡалары дауам итһә, демография, шулай уҡ йәмәғәт проблемалары ҡапыл артасаҡ.
Илебеҙҙән аҡыллы, илде күтәрерҙәй эшһөйәр кешеләрҙең күпләп күсеүе лә тәьҫир итмәй ҡалмай. Ошолай барһа, беҙҙе нимә көтә?
1. Һуңғы 50 йылда Рәсәйҙәге тыуым тәбиғи үҫешкә тейешле кимәлдә йоғонто яһамай.
2. 100 йыл элек һымаҡ уҡ эшкә яраҡлы ирҙәр күпләп мәрхүм буласаҡ.
3. Һуңғы 25 йыл эсендә мәрхүм булғандарҙың һаны тыуғандарға ҡарағанда күберәк буласаҡ.
4. 1992 йылдан мәрхүм булғандарҙың һаны тыуғандарҙың һанынан юғарыраҡ. Әйтергә кәрәк, 1945 йылдан РСФСР-ҙа тыуым йылдан-йыл арта бара ине, ә хәҙер киреһенсә.
Был тенденцияның һаҡланыуы Рәсәй халҡының кәмеүенә килтерә: 2025 йылда—135 миллионға, 2050 йылда—100 миллионға тиклем. Белешмә өсөн: 2017 йылдың башында Рәсәйҙә 146.8 млн кеше йәшәгән.
5. 2013-2015 йылдарҙа халыҡтың артыуы күҙәтелһә, 2017 йылда хәл ҡырҡа киҫкенләшкән: үлем кәмегән, ә тыуым артмаған, киреһенсә ҡыҫҡарған. Был тенденция һаҡланасаҡ әле.
6. 2030 йылға фертиль, йәғни бала табырҙай (20-40 йәш) ҡатын-ҡыҙҙар һаны 2010 йылдағы һандарға ҡарата 30 %-ҡа кәмейәсәк (22,7 миллиондан 15,5 млн. тиклем). Тимәк, 7-8 миллионға йәш гүзәл заттар кәмейәсәк.
7. Халыҡтың ҡартайыуы эшкә яраҡлыларҙың һанына көсөргәнеш бирәсәк. Был күрһәткестәр инде иҡтисади үҫеш менән туранан-тура бәйле.
8. Үҙебеҙҙең дәүләттә эш ҡулдарына дефицит булғанлыҡтан, сит илдәрҙән килгән мигранттар эш баҙарына туласаҡ. Уларға беҙ толерантлы, итәғәтле булырға тейешбеҙ, әлбиттә. Германия һәм башҡа Европа илдәрендә барған миграцион процесстарҙың һөҙөмтөләрен белеп торабыҙ: урындағы ерле халыҡ менән аңлашмаусанлыҡ осраҡтары уларҙа бихисап...
9. 2035 йылға тәбиғи кәмеү 400 мең кешегә барып етәсәк, һөҙөмтәһе, әлбиттә, ҡыуандырмаясаҡ. Дәүләтебеҙҙең сиктәрен һаҡлаусы ир-егеттәр булырмы икән, әллә Рәсәй оборона комплексын тағы ла үҫтерә бирерме? Ватаныбыҙ киң, ә һаҡлаусылар, уны яҡлаусылар булмаһа, нисек тыныс йәшәмәк кәрәк?..
Был көрсөктән нисек сығырға?
Дәүләт яғынан күп балалы һәм йәш ғаиләләрҙе социаль яҡлау булырға тейеш һәм был өлкәгә сығымдарҙы йәлләргә ярамай. Эш хаҡының тейешле кимәлдә булыуы зарур. Fаиләне ҡарарға, балаларҙы уҡытырға, һаулыҡты ҡайғыртырға уның етеүе мөһим. Рәсәй бюджетынан был сығымдарға ВВП-нан 2,5-3,5 % китергә тейеш (бында балалар пособиелары, әсәйҙәргә түләүҙәр һәм башҡа сығымдар инә). Әле Рәсәйҙә был сығымдар ВВП-нан 0,2-0,4% тәшкил итә.
Рәсәйҙә ирҙәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо 60 йәш булһа, ҡатын-ҡыҙҙар 70-72 йәшкә тиклем йәшәй. Сағыштырыу өсөн: Кубала уртаса ғүмер оҙонлоғон 80 йәшкә тиклем еткергәндәр. Сөнки был илдә ВВП-ның 10 %-ы һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә йүнәлтелә. Беҙгә лә был өлкәгә сығымдарҙы ҡырҡа арттырыр кәрәк. Донъяға килгән һәр бер сабыйҙың, дәүләткә йәки шәхси эшҡыуарға хеҙмәт иткән һәр кешенең ғүмерен ҡәҙерләргә өйрәнергә ваҡыт. Тик шул саҡта ғына илебеҙҙең иҡтисади үҫеше һиҙелерлек күтәрелер ине, ситтә килеп эшләүселәр булмаҫ ине. Йәнә уйланыу өсөн миҫал килтерәм: Евросоюз илдәре менән сағыштырғанда Рәсәйҙә эшкә яраҡлыларҙың үлеме 4,5 тапҡырға күберәк. Ил ҡайғыртмай икән, үҙебеҙ сәләмәтлегебеҙҙе һаҡларға бурыслыбыҙ. Яратҡан шөғөлөбеҙ булып, даими күнекмәләр эшләп торһаҡ, кәйеф тә, һаулыҡ та яҡшырасаҡ, иммунитетыбыҙ ҙа нығыр.
Икенсенән, ығы-зығы тормошта шәхси мәшәҡәттәребеҙ глобаль проблемалар менән йәнәш килгәндә, стресҡа бирелмәй, гармонияны һаҡлап, тормош йәмен, тәмен белеп, үҙебеҙҙе ҡәҙерләп, яратып, яҡындарыбыҙҙы хөрмәтләп йәшәргә өйрәнәйек. Сөнки 21 быуатта кешеләрҙең сәләмәтлеге психик яҡтан ныҡ ҡаҡшаясаҡ. Быны ғалимдар раҫланы ла инде. Юғары технологияларҙың кире йоғонтоһон бөтәбеҙ ҙә төрлө кимәлдә татыйбыҙ. Ябай ғына ғәҙәттәр—үҙ-ара аралашыу, яҡын кешеңден хәлен белеү ҙә һирәк күренешкә әйләнеп бара бит...
Өсөнсөнән, ҡатын-ҡыҙҙарға әсә бәхетен 35-40 йәштән һуң түгел, ә иртәрәк татырға кәрәк. Европа илдәрендәге тенденциялар беҙгә лә килеп етте, әммә халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолаларына таянып эш итеү, ғаиләне нығытыр һәм бәрәкәтле итер тип уйлайым. Ҡатын-ҡыҙ тормошонда бала табыу, уны тейешле бағыу, тәрбиәләү, тулы ғаилә ҡороу ҡиммәттәре юғары урында булырға тейеш. Тулы ғаилә—илдең нигеҙе!
А.Аблаева.