Күп кенә ата-әсәләр бәләкәстәре балалар баҡсаһына ике көн йөрөй ҙә ауырый ҙа китә тип зарлана. Шундай хәл булмаһын өсөн сабыйҙы балалар баҡсаһына алдан әҙерләргә кәрәк. 2 йәшлек балалар (улар тап ошо йәштә балалар баҡсаһына йөрөй башлай) өйрәнгән ҡалыптарынан яңыһына тиҙ генә күсә алмай. Кескәйҙәр яңы шарттарға ауыр күнегә, тәрбиәселәргә, тиҫтерҙәренә ылығып китә алмай йонсой. «Ҙур ихтыяж булмағанда, бала менән был осорҙа өйҙә ултырып тороу хәйерлерәк»,—ти психологтар ҙа.
Әммә шундай заманда йәшәйбеҙ, эшләмәйенсә булмай. Мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһына төрлө ғаиләләрҙән төрлө тәрбиә алған балалар йыйыла. Уларҙы яңы мөхиткә өйрәтеү, күңелдәрен көйләү өсөн тәрбиәсе бик күп көс һала. Был тәңгәлдә уға ата-әсә ярҙам итһә, балалар баҡсаһына өйрәнеү тиҙерәк үтә. Әйтәйек, балағыҙ ҡалаҡ тотоп ашай белһен, көршәккә үҙе барһын. Шулай уҡ бәләкәстең кейенә, сисенә белеүе лә үҙенә ышанысты арттыра. 25 йыл тәрбиәсе булып эшләү дәүеремдә күҙәтеүемсә, һуңғы осорҙа балаларҙың күбеһе памперста йөрөй, ашай, кейенә белмәй. Бала үҙенә кәрәкле нәмәләрҙе үҙе эшләй белгәндә генә яңы урынға, яңы мөхиткә тиҙ өйрәнә. Сабый кәрәк мәлдә ярҙам да һорай белһен. Көн тәртибен дә яйлап балалар баҡсаһындағыса итеп үҙгәртегеҙ. Витаминдар эсеү, тын алыу гимнастикаһы, күберәк саф һауала йөрөү, сыныҡтырыу тик файҙаға ғына булыр. Үҙ аллы уйнай белгән бала тиҫтерҙәре менән уртаҡ телде тиҙерәк табасаҡ. Шуға ла бәләкәсегеҙҙең ҡурсаҡ, машина менән уйнауын, һүрәт төшөрөүен, китап «уҡыуын» хуплағыҙ.Балағыҙҙы бер нисә сәғәткә туғандарығыҙ менән ҡалдырып тороғоҙ. Ул шулай башҡаларҙан тартынмаҫҡа өйрәнер. Үҙен матур тотҡаны өсөн бүләк йәки күстәнәс алып ҡайтырға онотмағыҙ.
Ата-әсәләргә иң ҙур кәңәш шул: балағыҙға ышанығыҙ. Тәрбиәсегә лә. Хафаларығыҙҙы ситкә ҡуйығыҙ. Һеҙҙең бар уй-фекерҙәрегеҙ күңел торошоҙҙа сағыла, шуға үҙегеҙҙе тыныс тотоғоҙ, эшегеҙҙе тик яҡшыға көйләгеҙ.