Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
13 Октябрь 2017, 13:27

ТЫРЫЗДАН АШАМАЙЫҠ ТИҺӘК...

Стационарҙың паллиатив бүлеге палатаһында 80 йәштән уҙған бер ауырыу ята ине. Ул йыш ҡына ыңғырашты. Был кешенең ниндәй сабырлыҡ менән һыҙланыуға түҙеп ятыуы бер Аллаһы Тәғәләгә генә мәғлүм.

Стационарҙың паллиатив бүлеге палатаһында 80 йәштән уҙған бер ауырыу ята ине. Ул йыш ҡына ыңғырашты. Был кешенең ниндәй сабырлыҡ менән һыҙланыуға түҙеп ятыуы бер Аллаһы Тәғәләгә генә мәғлүм.
Көндөҙ был меҫкенде күрәм тип Иҫке Сибай ауылынан бер йәш кеше килде. Мине күргәс тә таныны, һаулыҡ һорашты, был оло кеше уның ҡарт олатаһы булыуын әйтте. Ҡарт олатай менән бүләнең һөйләшеүенән аңланым: балаларынан береһе лә аталарының хәлен килеп белмәй. Бүләһе ҡарт олатаһын ашатып-эсереп, уның һөйләгәндәрен балаларына еткерәсәген әйтеп, тынысландырып сығып китте.
Һыҙлауҙы баҫа торған уколдан һуң, ҡарт тынысланды. Уңайлы ваҡыттан файҙаланып, мин ауырыу менән яҡыныраҡ таныштым. Баҡтиһәң, ул Ҡарамалы ауылында тора. Балалары уның пенсия алған көнөн белә. Шул саҡ йүгерешеп килеп етәләр. Йә уныһын, йә быныһын алырға аҡса кәрәк икән. Ни эшләһен ҡарт?! Балалары бит. Тарата аҡсаһын. Ошонан һуң да улары аталарының хәле, һаулығы менән ҡыҙыҡһынмай, хатта шылтыратмайҙар.
—Бер аҙыраҡ һауыҡҡандай булғас, мине бынан сығарҙылар. Ләкин балаларымдың береһе лә килеп алып ҡайтманы. Көйөп ултыра торғас, тағы ауырып киттем, тағы ла һалып ҡуйҙылар,—тине ул.
Әлеге палатаның ошо койкаһында ул бер ай ятҡан. Мин хәлемдән килгәнсе, булдыра алғансы оло кешене тынысландырырға тырыштым.
Стационарҙа йоҡо ваҡыты етте. Оло кешегә динебеҙ Исламдың иман кәлимәһен: «Ләәә иләһә илләЛЛааһ!»—«Бер Аллаһтан башҡа һис бер Аллаһ юҡ!»—тип ҡабатлап ятырға тәҡдим иттем. Ауырыу был кәлимәне бер нисә мәртәбә минең арттан ҡабатланы. Инде йоҡоға талғайным, санитарканың: «Ә беҙҙең олатай үлгән бит,—тигәнен ишетеп уянып киттем.—Бындай хәл беҙҙә көн һайын тигәндәй булып тора,—тип тә өҫтәне ул.
Баҡһаң, ҡайһы берәүҙәр ауырыу ҡарт ата-әсәләрен стационарҙың паллиатив бүлегенә һалалар ҙа һуңынан алмайҙар. Ә был бүлек ҡарауһыҙ ҡалған, яңғыҙ ата-әсәләр өсөн түгел, ә яман шеш ауырыуҙарын хеҙмәтләндереү, дауалау өсөн булдырылған.
Сит илдә оло йәштәге кешеләр өсөн махсус хеҙмәтләндереү ҡаралған. Улар араһында йөрөгәндәр, аяҡһыҙ-ҡулһыҙҙар, ишетмәгән-күрмәгәндәр, рак ауырыуы менән ауырып, һуңғы көндәрен иҫәпләп ятҡандар ҙа бар. Яҡын туғандары, балалары булмағандар ҙа етерлек. Шундай өлкәндәргә беҙҙә лә һөйөү, ихтирам, кешеләрсә мөнәсәбәт менән ҡарарға ваҡыт етте.
Кем тыныс ҡартлыҡтан, йәшәү шарттары булған торлаҡтан баш тартһын? Эйе, күп нәмә тәрбиәнән тора. Балалар үҙ ата-әсәләре алдында бурыслы булыуҙарын онотмаһын. Рухи байлыҡтан матдиһын өҫтөн ҡуйыусылар, байлыҡҡа күҙҙәре томаланғандар бер ваҡыт иламаҫ тиһегеҙме? Нимә сәсәбеҙ—шуны урабыҙ. Әйҙәгеҙ, ошо урында Л.Н. Толстойҙың «Тырыз» хикәйәһен иҫкә төшөрәйек. Малай атаһының үҙ атаһын (йәғни малайҙың ҡартатаһын) тырыздан ашатҡанын күреп, атаһына: «Атай, һин ҡартайһаң мин дә һиңә тырызға һалып ашатасаҡмын»,—тип әйткән ти.
Сибайҙа мохтаждар, ҡарауһыҙ ҡалған ҡарттар өсөн хоспис булдырыу зарур. Мин был маҡсатҡа өлгәшеүҙе түбәндәге сараларҙа күрәм:
1. Хоспис хужалыҡ иҫәбендә булырға тейеш. Бының өсөн мәрхәмәтлек фонды булдырыу мотлаҡ. Йыйылған аҡса ололарҙы бағыуға ҡулланыла. Йәнә ниндәйҙер сәбәп менән балалары өйҙә булмаған саҡта, өлкәндәр ошо йортта ҡалырға тейеш.
2. Хәйриәлек фонды менән берәй хәлле кеше етәкселек итергә тейештер. Мөмкинлеге булһа, ябай халыҡ та ярҙамдан баш тартмай.
3. Башлап ебәреү өсөн 15-20 койкалыҡ урындар булдырырға кәрәк. Был эште ҡала хакимиәтенән тыш башҡарып булмай.
4. Волонтерҙарҙы йәлеп итеү мотлаҡ.
5. Ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ табиптар ҙа кәрәк.
6. Волонтерҙар араһында медицина колледжы студенттары булһа тағы ла яҡшыраҡ. Уларҙың мосолман һәм христиан динендә булыуы ла шарт. Уларҙы махсус рәүештә дини юҫыҡта уҡытыу ҙа ҡамасауламаҫ.
7. Хоспис Һаулыҡ һаҡлау министрлығына бойһонорға тейеш түгел. Ул автономлы структура булһа яҡшыраҡ. Учреждениеның үҙ етәксеһе, бухгалтерияһы, штат хеҙмәткәрҙәре, лицензияһы булыуы шарт.
8. Ошо уңайҙан «түңәрәк өҫтәл» ойоштороп, унда Сибай ҡалаһы ҡала хакимиәте, инициатива төркөмөн, медицина колледжы, конфессиялар вәкилдәрен, журналистарҙы саҡырырға кәрәк.
Кемгә ниндәй ҡартлыҡ киләсәген бер Аллаһ ҡына белә. Бөгөн беҙ иҫән-һаубыҙ, иртәгә Ҡарамалы ауылы ҡарты, йә Л.Н. Толстой әҫәрендәге ата хәленә ҡалыуыбыҙ бик ихтимал. Фәҡәт үҙебеҙҙең ярҙам менән генә үҙебеҙгә тыныс ҡартлыҡ әҙерләйбеҙ.
Ишетеүемсә, Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа төҙөлгән хоспис һаман да эшләй. Тимәк, тәжрибә алырға мөмкинлек бар.
Риф хажи Абдрахманов.