Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
12 Декабрь 2016, 22:14

Башланғыстары изге

2011 йылдың 1 декабрендә инвалид балаларға дистанцион белем биреү республика үҙәгенең Сибай филиалы үҙ ишектәрен асты. Был белем усағының педагогик коллективы Интернет-технологиялар файҙаланып, мөмкинлектәре сикләнгән балаларға онлайн режимында белем бирә. Әлеге көндә үҙәктең Сибай филиалында Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарынан 77 уҡыусы шөғөлләнә.

— Филиал эшләй башлағанда 28 генә уҡыусы ине. Биш йыл эшләү дәүеребеҙҙә 15 уҡыусыбыҙ урта белем тураһында аттестат алып, оло тормошҡа аяҡ баҫты. Шуларҙың 7-әүһе юғары уҡыу йортонда, 5-әүһе колледж һәм училищеларҙа уҡыуҙарын дауам итә,—ти филиал директоры Рәмилә Fәйфулла ҡыҙы Бүләкәнова.—Беренсе булып туйға, байрамға килеүе генә еңел ул. Ә тәүгеләрҙән сиҙәм аҡтарып бураҙна һалыу, шырлыҡтар, ҡарурмандар аша юл ярып үтеү—шул тиклем ауыр хеҙмәт. Уның өсөн ҙур көс һәм ҡыйыулыҡ талап ителә, күпме тир түгергә кәрәк. Үҙенсәлекле балаларға белем биреү эшен ойоштороу ҙа ҡатмарлы булды. Әммә бирешмәнек. Бөгөн был юҫыҡта эштәр көйлө. Дистанцион белем биреүгә барлығы 30 педагог йәлеп ителһә, 68 уҡытыусы балаларҙың өйҙәренә йөрөп уҡыта.

Ҡала, ауылдарҙа мәктәп йәшенә етеп тә, мөмкинлектәре сикләнгәнлектән, тиҫтерҙәре менән уҡырға бара алмай ҡалғандар күп. Шундайҙарҙы асыҡлап, уҡыта башлауҙы үҙәк педагогтары төп маҡсат итеп ҡуя. Иң мөһим талап—төбәктә Интернет селтәренең булыуы. Дистанцион белем биреү үҙәгенә уҡырға алынғанда балаларға бушлай компьютер, лазерлы принтер, сканер, веб-камера, цифрлы фотоаппарат һәм башҡа техника бирелә.

Башта ҡаланың 6-сы мәктәбендә тар ғына ерҙә урынлашҡан үҙәктең бөгөн ҡаланың Клара Цеткин урамының 2-се йортонда айырым бинаһы бар. Акттар залында даими саралар, түңәрәктәр, робототехника буйынса ярыштар уҙғарылып тора. Уҡыусылар Лего-конструкторҙар менән оҫта эш итә. Йәноҙаҡ Fибәҙәтов, Гөлнара Кучева, Арслан Азаматов, Айҙар Әхмәтов, Вилдан Ҡарасовтар был өлкәлә ҙур ғына уңыштарға өлгәшкән дә инде. Уҡытыусылар аралашыу даирәһе тар булған балаларҙың тормоштарын йәнләндереү өсөн төрлө экскурсиялар ойоштора, байрамдар, конкурстар, тренингтар уҙғара, ҡыҙҙар-малайҙарҙың көнкүреше менән дә барып таныша.

Дистанцион белем биреү үҙәге ҡаланың Балалар ижады үҙәгендә үҙенең биш йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Ысынлап та, улар ҙур һәм изге эш башҡарған: мөмкинлектәре сикләнгән балалар йырлай ҙа, бейей ҙә, шиғырҙар ҙа һөйләй. Үҙәктең педагогик коллективы балаларға белем биреүгә, һәләттәрен асыуға күп көс һалған. Ата-әсәләр, балалар ҙа, уҡытыусылар бер-береһе менән тығыҙ аралашҡаны, йылы ғаилә мөхите булдырылғаны күҙгә күренеп тора.

Филиал директоры Р.F.Бүләкәнова дистанцион белем биреү үҙәгенә эскерһеҙ ярҙам иткән барлыҡ изге күңелле кешеләргә, бағыусыларға, айырыуса оло ярҙамдары һәм хәстәрҙәре өсөн ҡала хакимиәте етәкселегенә, мәғариф бүлеге начальнигы F.Ә.Хәсәновҡа сикһеҙ рәхмәтле.