«Түңәрәк өҫтәл»дә сәләмәтлеге буйынса кәмселектәре булған балаларҙың ата-әсәләрен борсоған мәсьәләләр күтәрелде, медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртыу буйынса теләктәр әйтелде. Мәҫәлән, бер әсә балалар поликлиникаһында педиатрға сиратһыҙ инеү өсөн кабинеттың ишегенә махсус яҙыу элергә кәрәклеген белдерҙе. Сөнки һәр кем инвалид балаларҙың хәлен аңлап ҡарамай. Икенсе бер ғаилә балаһы өсөн ҡыйбатлы дарыуҙарҙы бушлай алыу мөмкинлеге бармы тигән һорау менән мөрәжәғәт итте. «Баланың ғүмере өсөн кәрәкле дарыуҙар бушлай бирелә. Үҙегеҙҙең участка педиатрына мөрәжәғәт итегеҙ»,—тип яуап бирҙе балалар поликлиникаһы мөдире А.Р.Мөстәхетдинова. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: ҡайһы бер ҡиммәтле дарыуҙарҙы хәйриәлек фондынан алыу мөмклеге лә бар икән.
Шуныһы ҡыуаныслы: ҡалалаштарыбыҙ сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән йәки ҡаты ауырыуға дусар булған балаларға ярҙам ҡулы һуҙырға тора. «Ил төкөрһә—күл була» тигәндәй, күптән түгел ҡала халҡы Новиковтар ғаиләһенә матди ярҙам күрһәткән.
— 1,7 йәшлек улыма оҙайлы дауалау курсы үткәреү өсөн күп аҡса талап ителде. Ҡалалаштарыма ҙур рәхмәт, уларҙың көсө менән йыйылған 2,5 миллион һум аҡса баланың сәләмәтлеген нығытыуға тотонолдо. Хәҙер улыбыҙға ортопедия аяҡ-кейеме һәм этеп йөрөү өсөн махсус ҡулайлама (ходунки) кәрәк,—ти әсә кеше.
Ата-әсәләрҙең күбеһе ҡаланың эргәһендә генә урынлашҡан «Сибай» шифахана-профилакторийына «Әсә һәм бала» юлламаһын һорап сығыш яһаны. Балалар соматикаһының ишектәре һәм баҫҡыстары инвалид коляскаһы өсөн уңайлы булмауын да әйтте. Был осраҡта инвалид балаларҙың ата-әсәләре алдан регистратураға барып яҙылып, табиптарға балалар поликлиникаһында күренә ала. Һәр аҙнаның шишәмбе, шаршамбы һәм кесе аҙна көндәрендә поликлиниканың 3-сө ҡатында бөтә төр белгестәргә күренеү мөмкинлеге бар.
«Түңәрәк өҫтәл»дә шулай уҡ инвалид балаларҙы Балалар ижады үҙәгендәге бассейнға бушлай йөрөтөү, инвалид бала тәрбиәләнгән ғаиләгә бушлай ер биреүгә ҡағылышлы һорауҙар күтәрелде. Төйәләҫтәр үҙҙәренең ҡасабаһында фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу мәсьәләһе менән мөрәжәғәт итте.
Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г.Ә.Ишемғолова ата-әсәләрҙең барлыҡ һорау-теләктәрен тиҙ арала хәл итергә вәғәҙә бирҙе.
— Ҡалала «Изгелекле Сибай» программаһын тормошҡа ашыра башланыҡ. Бергәләп эшләгәндә генә һөҙөмтә була. Ҡалала сәләмәтлеге буйынса кәмселектәре булған 231 бала йәшәй. Әйҙәгеҙ, уларға ҡарата мәрхәмәтле, ярҙамсыл, иғтибарлы һәм сабыр булайыҡ,—тине үҙ сығышында Гүзәл Әхмәт ҡыҙы.