Ул һуғышта ауыр яраланып ҡайтҡан. Бер аяғын килешле генә итеп һөйрәп атлап урамдың бер осонда күренеүе була урамдағы барыһы ла шөғөлдәрен туҡтатып, турайып баҫа. Ҡатындар ауыҙҙарын яулыҡ осоп менән ҡаплап, ирҙәр баш кейемен һалып итәғәтле итеп һаулыҡ һораша.
Ҡапҡа төбөндә сәсем ялбырап, бармағымды ауыҙыма ҡабып ошо күренеште көн дә күҙәтеп торған миңә ҡыҙыҡ: олатайым бит бер кемде лә, бер ҡасан да әрләмәй, ниңә барыһы ла ҡысҡырышып, көлөшөп хәбәр һөйләп торған ерҙән, уның шәүләһе күренеү менән, ҡапыл шымып ҡалалар икән? Йылмаймаһа ла, мөләйем йөҙөнән ниндәйҙер эске нур бөркөлөп торған, олоһона-кесеһенә баш ҡағып сәләм биреп килгән Сиражи олатайымды урамдың теге башынан сатанлап килеп еткәнен көтөп торам да, ырғый-һикерә уға ҡаршы йүгерәм.
- Нюнюююскә килә!- тиеп, ул мине арҡамдан яратып ала ла, етәкләп өйөнә табан атлай. Беҙҙең өйҙөң ҡаршыһында ғына урынлашҡан ул бөхтә өйҙә мине һәр саҡ тәмлекәстәр көткәнен белеп торам инде. Үҙ балалары күптән инде ҙурайып, ҡыҙҙары Луиза һәм Светлана врач һөнәренә эйә булып, улдары Юлай һәм Марат авиация институтында уҡып йөрөгәнгә, бала һөйгөләре килгән Мәфрүзә инәйемдән дә, Сиражи олатайымдан да күп татыным инде тыйнаҡ ҡына наҙлы иркәләүҙе.
20 йылдан ашыу мәктәп директоры булып эшләү дәүерендә, эргәһендә йөрөп ятҡан мин генә түгел, ғөмүмән бер кем дә уның тауыш күтәреп әрләгәнен ишеткәне булмағандыр. Уҡытыусы булған атай-әсәйемә эйәреп, аяҡ араһында буталып, гел мәктәптә йөрөнөм дә яттым шул. Ағай-апайҙарымдан айырмалы, кинйәтәйлегем тарып, "Барма, ярамай, дәрес үткәрергә ҡамасаулайһың!" - тигән тыйыуға ҡаш аҫтынан һөҙөп кенә ҡарап торам да, улар тыҡрыҡтан инеп юғалыу менән, ышаныслы ырғаңдап, мәктәпкә юл алам.
Әтейем рәсем һәм хеҙмәт уҡытыусыһы булды. Иң тәүҙә уның эргәһенә ыңғайлайым. "Мастерской" тип аталған ҙур хеҙмәт дәресе бүлмәһе ишеген ипләп кенә асып ҡараһам, унда малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа, ҡулдарына кескәй бысҡылар тотоп алып, һаж да һож таҡта бысалар, осло бысаҡ менән ағасты һырлайҙар, унан үтә күренмәле лак менән буяйҙар. 40 бала - барыһы ла эш менән мәшғүл, этеш-төртөш, ҡысҡырыш та юҡ, һәм, береһендә лә минең ҡайғым юҡ. Һажылдаған бысҡылар тауышынан ингәнемде лә абайламай ҡалған әтейем, шау әпилкә булып өҫтәл аҫтынан килеп сыҡҡан мине күреп терт итеп ҡала. Ул асыу ҡатыш аптырауын был бибаштаҡ балаға нисек белдерергә тип уйлағансы, тиҙ генә сығып һыҙам. Унан әнейем уҡытҡан башланғыс кластар бүлмәһенә юл алам. Минән бер-нисә йәшкә генә ҙурыраҡ 30-ҙан ашыу баланы ауыҙына ҡаратып дәрес алып барған класта күп саҡ миңә урын булмай. Килеп ингән балаһын ҡайҙа итергә белмәй, әнейем үҙ өҫтәле артына ултыртып ҡуя:
-Дәрес бөткәнсе тик кенә, тыңлап ҡына ултыр!
Ә ул дәрес тигәндәрееее, бигерәк оҙаҡ икән дә һуң. Саҡ ҡына ултырһаң, йә һыу эске килә, йә тышҡа сыҡҡы, йә икмәк ашағы килә. Ныҡ итеп сыҙап ултырып ҡараһам да, килеп сыҡмай. Һәр биш минут һайын, парта артындағыларҙың иғтибарын ҡармаҡлап, коридорға сығып әйләнәм, әнейемдән тамам ҡыуылып сыҡҡансы.
Һммм, ярай, дәрескә индермәһәләр ни, олатайымдың бүлмәһе лә, күңеле лә иркен әле!
Ә ул, шул тирәлә ураталанып, ҡамасаулап йөрөгән мине етәкләп директор бүлмәһенә алып инеп китә:
-Нюнююююскә мәктәпкә килгән бит!
Алдыма дәфтәр, буяҡ ҡәләмдәре һалып, оҙон өҫтәлдең артына, бер ситкәрәк ултыртып ҡуя. Эй, яратам инде шунда ултырып һүрәт төшөрөргә! Тыныс ултырып илһамланырға ғына бирмәйҙәр. Ана бер оло ғына ағай сәсрәп килеп инде лә, ҡыҙыу-ҡыҙыу нимәгәлер зарлана башланы. Олатайымдың иғтибар менән уны тыңлап, ипле генә итеп биргән кәңәшен алып, тамам тынысланып сығып китеүенә, һажлап уҡытыусы апай килеп инде. Ике яғында ике уҡыусы малайҙы мытҡып тотҡан. Ярһыуҙан өсөһө лә ҡып-ҡыҙыл! Дәрестә һуғышып киткән икән тегеләр. Олатайымдың саф шишмә кеүек кетерҙәп көлөп, мөләйем генә нотоғын тыңлағандан һуң, уҡытыусы ҡәнәғәт йылмайып, малайҙар ҡул биреп дуҫлашып, сығып киттеләр. Улар сығыуға тағы..., тағы...,тағы, һәм, шулай, көн оҙоно ҙур мәктәптең эреле-ваҡлы мәсьәләләре олатайым янында, уның баҫылҡы тауышы менән сиселә, хәл ителә тора. Оло аҡыллы был кешегә барыһы ла хөрмәт итеп "Ағай" тиеп өндәштеләр. "Директор" тип дөйөмләштереү ҙә, атаһының исеме менән дәрәжәләп алыҫайтыу ҙа булманы.
- Ағай әйтте, Ағай ҡушты, Ағай килә, Ағай..., Ағай...
Һүрәттә: олатайым, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, "Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ" ордены кавалеры Ишемғолов Сиражи Нурый улы (Сиражетдин Нуретдин улы).
МИЛӘҮШӘ ҠЫҘРАСОВА.