Эш күрһәткән ирҙе ил хөрмәтләй
Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовтың яҡты иҫтәлегенә арналған “Сибай институты--Урал аръяғының белем һәм фән үҙәге” кәңәшмәһе үтте.
Зиннур Ғөбәйҙулла улы Сибай институты өсөн генә түгел, тотош Сибай, республика өсөн бик күп эшләгән шәхес. Оҙаҡ йылдар ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарып ҡалабыҙ үҫешенә һәр яҡлап тос өлөш индерҙе. Унан һуң төбәктәге берҙән-бер юғары уҡыу йортон ул тейешле кимәлгә күтәрҙе, республика, ил вуздарынан кәм булмаһын тип уны матди яҡтан да, ғилми, фәнни юҫыҡтан да алдынғы булһын өсөн ныҡ тырышты. Шуға ла институт етәкселеге, ҡалабыҙ йәмәғәтселеге уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында төп уҡыу йорто бинаһына Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовҡа арнап таҡтаташ ҡуйҙы.
Тантанала Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Зиннур Ғөбәйҙулла улының ҡыҙы Гүзәл, туғандары, дуҫтары, яҡындары, коллегалары, ҡала халҡы ҡатнашты. Сығыш яһаусылар Зиннур Йәрмөхәмәтовтың Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы, институт директоры вазифаһында эшләгән йылдарына байҡау яһаны, уның Сибай ҡалаһы, Урал аръяғы райондары, республика, ғөмүмән, дөйөм башҡорт халҡы үҫешенә индергән баһалап бөткөһеҙ хеҙмәтен барланы.
-Зиннур Ғөбәйҙулла улы башлыҡ сағында халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеүгә айырым иғтибар бүлде. Шул заманда ҡалала күп ҡатлы йорттарҙан торған яңы Көнсығыш биҫтәһе барлыҡҡа килде. Социаль әһәмиәтле объекттар—“Сулпан” балалар театры, филармония, һынлы сәнғәт мәктәбе барлыҡҡа килде.
Сибай институтын да ул башҡаларҙан айырылып торорлоҡ булһын тип барлыҡ көсөн ошонда йүнәлтте. Тик уның васыяты ғына ғәмәлгә ашырылманы, ғәзиз башы сит яҡтарҙа ятып ҡалды. Ул шул тиклем тыуған яғына Баймаҡ районының Хәсән ауылына ҡайтҡыһы килде, Сибайҙы һағынды,--тине үҙенең сығышында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.
Уның һүҙҙәрен Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова ҡеүәтләне:
-Сибайға мин уның саҡырыуы буйынса урындағы телевидениела башҡорт редакцияһы асыу өсөн килдем. Артабан яҙыусылар ойошмаһын етәкләнем. Ҡатмарлы осорҙар булыуға ҡарамаҫтан, Зиннур Ғөбәйҙулла улы эшемдә һәр ваҡыт ярҙам итте. Яҙыусылар ойошмаһы офислы булды, торлаҡ тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ҡайҙа ғына эшләһә лә вазифаһын халҡы өсөн файҙаланды, шуға ла яҡташтары уға ышанды, уға күҙ төбәп барҙы. Уҡыу йорто алдындағы халҡыбыҙҙың мәшһүр шәхестәренә бюстар ҡуйыуы ғына ла уның үҙ ахлҡының улы булыуын иҫбатлай,--тине Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы.
Билдәле яҡташыбыҙҙы иҫкә алырға илебеҙең төрлө төбәктәренән кешеләр күп килде. Мәҫәлән, оҙаҡ йылдар уның ҡулы аҫтында эшләгән Асия Хөсәйенова Сургут ҡалаһынан ҡайтҡан.
-Ул бик талапсан етәксе булды. Үҙе лә эшләне, беҙҙе лә эшләтте. Бөтә ерҙә тәртип булды, алдына алғанды тормошҡа ашырыу өсөн бөтә көсөн һалды. Уның яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асыла тигәс, ара алыҫлығына ла ҡарап тормай килдем һәм быға тик ҡыуанам ғына,--тине Асия Мөхәмәт ҡыҙы.
Сараға Өфөнән килгән Семен Николаевич Чернов Зиннур Ғөбәйҙулла улы менән 30 йыл бергә эшләгән. Ҡала хакимиәтендә, институтта уңың уң ҡулы булған. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре остазы тураһында бик йылы хәтирәләре менән бүлеште.
Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы тап уның студенты булыуы менән ғорурлана. Ул Урал аръяғы йәштәренә ошондай институтта белем алыу мөмкинлеге тыуҙырған өсөн ҙур рәхмәтле. Уларҙың күбеһе инде уҡып бөтөп илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә намыҫлы хеҙмәт итә.
Зиннур Йәрмөхәмәтовтың тормош һәм хеҙмәт юлына, БДУ-ның Сибай инситуты үҫешенә арналған кәңәшмәне модератор булараҡ уҡыу йорто директоры Илдар Хәмитов алып барҙы. Сарала 20-гә яҡын кеше сығыш яһаны. Институтта әлеге көндә 2500-ҙән ашыу студент белем ала. Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты менән берләшеп, яңы Өфө фән һәм технологиялар университетына әүерелеүе урындағы филиал эшмәкәрлегенә лә йоғонто яһаясаҡ. Етәкселек үҙгәрештәр тик яҡшы яҡҡа булырына ышана.
Күптәр Зиннур Йәрмөхәмәтов хаҡында китап яҙырға, уҡыу йортона, ҡаланың бер урамына уның исемен бирергә тәҡдим итте. Бынан тыш Зиннур Йәрмөхәмәтов башланғысы менән йыл башында “Атайсал” гәзитендә старт алған “Тере хәтер” конкурсына йомғаҡ яһалды.
Шулай итеп, «Тере хәтер» конкурсына килеүсе хаттарҙы эшкәртеүсе һәм үҙ мәҡәләләрен тәҡдим итеүсе журналист Гөлдәр Ҡадаева, Резеда Усманова дәртләндереү призына лайыҡ булды. Шулай уҡ Зәйтүнә Билалова, Клара Урысбаева, Рәсимә Айсыуаҡова, Дилбәр Мортазина ла дәртләндереү призын алды. 3-сө урында Фирҙәүес Ибраһимова, Салауат Баязитов, Зифа Илбаҡтина билдәләнһә, 2-се урынды Әнисә Әминева-Юнысбаева, Райхана Булатова бүлеште.
I урынды Әбйәлил районынан Фәрзәнә Хамматова алып ҡыуанды.
Әйтергә кәрәк: конкурсты башлап ебәргәндә Зиннур Йәрмөхәмәтов уға лайыҡлы йомғаҡ яһарға уйлағайны. Әммә ғүмере генә ҡыҫҡа булды, йәйге бер таңда уның йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Әммә уның эшен еренә еткереп ҡуйыуға бағыусы табылды. Быға тиклем дә беҙҙең гәзиткә ихлас ярҙам иткән “Ремстройцентр” йәмғиәте директоры Рафаил Ибраһим улы Исмәғилев бар сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алды. Ҙур рәхмәт һеҙгә! Эшегеҙҙең мәнфәғәтен күрегеҙ! Ҡылған изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә йөҙләтә әйләнеп ҡайтһын! Донъяларыбыҙ имен, тыныс булһын!
Ошондай ир-егеттәребеҙ булғанда баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙең фани донъяларҙа бурыстары ҡалмаҫ.
Зиннур Ғөбәйҙулла улына килгәндә, институт бинаһына ҡуйылған таҡтаташ менән уның яҡты рухы тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡандай булды. Тататаш аҫты ҡара раузалар, ҡәнәферҙәр менән тулды.
Гөлдәр Ҡадаева.