Мәскәүҙә 75-се йәшендә Сибай ҡалаһының элекке мэры һәм почетлы гражданы, ижтимағи-сәйәси эшмәкәр Зиннур Йәрмөхәмәтов вафат булды. Был хаҡта Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итте.
Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов 1948 йылдың 3 февралендә Башҡортостандың Баймаҡ районында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатында иретеп йәбештереүсе булып башлай. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Магнитогорск тау-металлургия институтының көндөҙгө бүлегендә уҡый, унда тау инженеры квалификацияһын ала. 1979 йылда инженер-иҡтисадсы һөнәре буйынса ситтән тороп ошо институтты тамамлай.
1979 йылдан 1990 йылға тиклем Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты системаһында эшләй, өлкән тау мастерынан комбинаттың партия комитеты секретары вазифаһына тиклем хеҙмәт юлы үтә.
1990 йылдың мартынан 1999 йылдың июненә тиклем бер нисә тапҡыр Сибай ҡала Советы депутаты итеп һайлана, ҡала Советы, ҡала хакимиәте башлығы булып эшләй, Башҡортостан Республикаһы Президент Советы ағзаһы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты була.
Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы булып эшләгән осоронда ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеше өсөн ғәйәт ҙур өлөш индерә. Тап ошо йылдарҙа Сибай Урал аръяғының социаль-мәҙәни, мәғрифәти, рухи үҙәгенә әйләнә. Эзбиз етештереү производствоһы яйға һалына, икмәк заводында реконструкция үткәрелә, Баштрансгаздың Сибай филиалы, ҡала балалар дауаханаһы, Күҙ микрохирургияһы үҙәге бүлексәһенең филиалы, перинаталь үҙәк, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты (филиалы), Магнитогорск тау-металлургия колледжының дөйөм техник факультеты, Сибай филармонияһы, “Сулпан” балалар театры, башҡорт телендә “Атайсал” гәзите һәм башҡа бихисап ойошмалар асылып, гөрләп эшләй. Ҡалала торлаҡ төҙөлөшө алға китә, яңы ҡасабалар барлыҡҡа килә, уларға кәрәкле инфраструктура үткәрелә.
1999 йылдан Зиннур Йәрмөхәмәтов Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты (филиалы) директоры булып эшләй. Техник фәндәр кандидаты һәм иҡтисад фәндәре докторы, профессор.
З.Ғ.Йәрмөхәмәтов “Почет билдәһе” ордены, “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Шулай уҡ ул БР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы тигән абруйлы исемдәрҙе йөрөттө.
“Башҡортостан” гәзите редакцияһы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.