Тыуған төйәгебеҙ хеҙмәт һөйгән, үҙенең хеҙмәте менән уның ҡеүәтен арттырған ул-ҡыҙҙары менән дан тота. Ғәҙәттә, намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәткән, бар булмышын яратҡан эшенә бағышлаған кешеләр аҙ һүҙле, сабыр, күркәм холоҡло була.
Нәҡ шундай кешеләрҙең береһе ул--утыҙ туғыҙ йыл ғүмерен ветеринар һөнәренә бағышлаған Заһир Әғзәм улы Иҫәнов.
Заһир Әғзәм улы Баймаҡ районы Йомаш ауылында ете балалы ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килгән. Теремек, мал йәнле малай Йомашта башланғыс белем алғас, Баймаҡ интернат-лицейына уҡырға бара. Төплө белемде ул шунда ала. Урта мәктәпте тамамлаған егет бер ҙә икеләнмәйенсә Башҡорт дәүләт аграр университетының ветеринария факультетына уҡырға инә. Күңелле студент йылдары артта ҡала. Ҡулына диплом алған йәш белгес үҙенең тыуған яғына ҡайта. Уны "Ирәндек" совхозына эшкә тәғәйенләйҙәр. Йылҡысылыҡ, малсылыҡ тармаҡтары ныҡлы үҫешкән был хужалыҡта ул һөнәре буйынса бай тәжрибә туплай һәм 1992 йылда тыуған ауылы Йомашҡа эшкә ҡайта. Тәүҙә "Һаҡмар" колхозында ветеринар, аҙаҡтан Йомаш ауыл ветеринария участкаһы мөдире итеп тәғәйенләнә. Был участка Йомаш ауылы биләмәһенә ингән Йомаш, Юлыҡ һәм Ислам ауылдарын хеҙмәтләндерә. Заһир Әғзәм улы етәкләгән коллектив шәхси хужалыҡтарға ҡараған малдарҙы төрлө ауырыуҙарҙан профилактикалай, дауалай һәм эпизоотик хәлде ныҡлы контролдә тотоу буйынса ҙур эш алып бара. Даими рәүештә үткәрелгән профилактик саралар һөҙөмтәһендә малдар араһында йоғошло ауырыуҙар күҙәтелмәй, шунлыҡтан эпизоотик хәл дә тотороҡло булып ҡала. Мал кеше һымаҡ ауырыуы тураһында һөйләй белмәй. Шуның өсөн дә мал табибынан профессиональ оҫталыҡ, тәжрибә һәм белем талап ителә. Ваҡытында ҡуйылған дөрөҫ диагноз да мөһим роль уйнай. Тейешле дауалау үткәндән һуң ғына мал аяҡҡа баҫа. Бынан тыш халыҡ араһында оҫта итеп аңлатыу эше алып барыу мөһим. Шул саҡта ғына һәр кем үҙ малы өсөн яуаплылыҡ тоя, ветеринарҙың талаптарын үтәй һәм кәңәштәрен тота. Егерме ете йыл ошо вазифала эшләп, Заһир Әғзәм улы хаҡлы рәүештә ауылдаштарының ихтирамын яулай.
Эшенә намыҫлы ҡарағаны өсөн бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ була. Ул "Рәсәй Федерацияһы агросәнәғәт комплексының почетлы хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем йөрөтә. Быйыл Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнөндә уға Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығының "Ҡаҙаныштары өсөн" миҙалы тапшырылды.
Заһир Әғзәм улы ауылдың йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Бик оҙаҡ йылдар урындағы һайлау комиссияһы ағзаһы булды. 2019 йылда үткәрелгән урам байрамында Иҫәновтарҙың ихатаһы еңеүсе тип табылды. Төрлө һындар менән биҙәлгән сәскә баҡсаһы һәм ихата тултырып йөрөгән мысыр тауыҡтары (цесарка) жюри ағзаларында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ғаилә һуңғы йылдарҙа һауын кәзәләре үрсетеү менән шөғөлләнә. Кәзә һөтөнән ҡымыҙ, сыр, ҡорот, май яһай, өҫтәлдәренән яңы айыртылған ҡаймаҡ өҙөлмәй.
Ҡатыны Рәүфә Рафиҡ ҡыҙы бар ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған мәғариф ветераны. Улар ике бала тәрбиәләп үҫтергән. Әлеге көндә ике ейән һәм ике ейәнсәргә яратҡан ҡартатай һәм ҡартәсәй. Заһир Әғзәм улы буш ваҡыттарында балыҡҡа йөрөргә, гәзит-журналдар уҡырға ярата.
Ошо көндәрҙә уны Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһының ветеринария станцияһы хөрмәтләп хаҡлы ялға оҙатты. Хеҙмәт ветернына артабан да һау-сәләмәт булып, балалары, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп йәшәргә яҙһын.