АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
11 Июнь 2021, 14:00

«Йырҙарға ла һыймаҫ хисем бар...»

--Бер шулай йыр өйрәнәбеҙ. Ул миңә ҡарап торҙо ла, бер мәл мин олоғайырмын, һинең шәп йырсы булып китеп ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһауыңды телевизорҙан ҡарап, минең уҡыусым бит ул, тип һоҡланып ултырырмын, ти. Ул ваҡыттарҙан әллә күпме йылдар үтте. Быйыл Сибайҙа гимназия-интернатта осрашыуҙа ул телевизорҙан һине ҡарайым, уңыштарыңа һоҡланам, ижади үҫешеңде күҙәтеп барам, тине. Бына бит юрағаны хуш килде. Тәрбиәсемде ныҡ ихтирам итәм, яратам һәм сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм, -- ти Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова тәрбиәсеһе Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙы Әхмәтоваға мәҙхиә йырлап.Моңло тауышлы Йылайыр һандуғасына йыр сәнғәтенә юлдар ярыусы остазы хаҡында сайттан инеп уҡығыҙ.

Йәйҙең иң матур мәлендә донъяға килгән беҙҙең яратҡан, сикһеҙ ихтирам иткән остазыбыҙ—Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙы Әхмәтова. Эйе, тап уға оҡшарға тырышып Сибай интернат-мәктәбен тамамлаусыларҙың күбеһе педагог һөнәрен һайланы, уның кеүек изге һөнәр эйәһе—тәрбиәсе булып китте. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, мәғариф ветераны, сәсәниә Ғәлимә Әхмәтова Урал аръяғы балаларын тәрбиәләп, оло тормошҡа ныҡлы аяҡ баҫтырға ярҙам иткән иң шәп педагогтарҙың береһе булыуы менән маҡтауға лайыҡ.
--Төрлө тарафтарҙан, төрлө ғаиләләрҙән йыйылған балаларҙы бер коллективҡа туплап, бер ғаилә итеүгә көс-дәртен, күңелен һалып, янып йөрөп эшләүенә хайран ҡалам. Ул бит бер беҙҙең класты ғына түгел, интернатта өс тиҫтә йыл эшләү дәүерендә әллә күпме балаларға ҡанат ҡуйған, үҫтергән, кеше иткән,--тип һоҡлана уның уҡыусыһы Сибай гимназия-интернатында тәрбиәсе булып эшләүсе Гөлшат Ишмөхәмәтова.--Әле туған мәктәбемдә уның алымдарын ҡулланып мин дә ең һыҙғанып эшләйем. Быуындар күсәгилешлеген дауам итеүемә ифрат шатмын.
Гөлшат Юлай ҡыҙының һүҙҙәрен һабаҡташы, эшҡыуар, ҡала Советы депутаты Әхәт Асылбаев та хуплай.
--Тыныс холоҡло, ябай кеше ул Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙы. Бер ваҡытта ла беҙгә шулай-былай булығыҙ тип нотоҡ уҡыманы, йомшаҡ ҡына итеп һәр беребеҙҙең күңеленә юл тапты. Рәхмәтлемен тәрбиәсемә,--ти Әхәт Әхмәт улы.
Беҙҙең ғаилә өсөн ул айырыуса ҡәҙерле. Ирем Мансурҙың тәрбиәсеһе булғас, мин һиңә ҡәйнә лә ул тип кенә ебәрә. Килен булғас уны бер һүҙһеҙ тыңлайым, гәзитебеҙгә мәҡәләләр, өгөт-нәсихәт, мөнәжәттәрен яҙһа, тиҙ генә уны баҫмабыҙға ҡуйҙыртырға тырышам. Тик ул алтын һүҙҙәренең ташҡа баҫылыуына түгел, тәрбиәләнгән уҡыусылары Әхәт, Мансурҙың иман йортона үҙе менән ҡуша изге ғәмәл ҡылырға йөрөүҙәрен күреп ҡыуана. Тимәк, тырышлығы бушҡа китмәгән.
Беҙҙән йәшерәк уҡыусыларының береһе—Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙына мәҙхиә йырлай.
--Беҙҙең ишле ғаиләнән уның ҡулы аҫтында Ринат ағайым һәм мин тәрбиәләндек. Йырсы булараҡ та тап Ғәлимә апай минең һәләтемде асырға булышлыҡ итте. Йыр түңәрәге алып барҙы, башҡорт халыҡ йырҙарын дөрөҫ итеп башҡарырға өйрәтте. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу, телевидениеға тапшырыуҙарға төшөүгә өсөн Өфөгә әллә нисә тапҡыр алып барҙы. Ул мине үҙенең ҡыҙы һымаҡ күреп яратты, хәстәрләне, баҡты. Яулаған үрҙәремдә, еңеүҙәремдә уның өлөшө ҙур. Йөрәгемдә уға ҡарата йырҙарға ла һыймаҫ хисем бар,--ти йырсы. –Ҡыҙҙар-малайҙарҙы ул оло тормошҡа етди әҙерләне, ысын хужабикәләр, хужалар булығыҙ тип өйрәтте. Аллаға шөкөр, класташтарым уңған хужабикәләр, ғаилә башлыҡтары булып төрлө тарафтарҙа гөрләтеп донъя көтә. Осрашыуҙарҙа гел генә алайҙа беҙҙең тәрбиәсе Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙы булған, эштән ҡурҡып тормайбыҙ, остазыбыҙ өйрәткәнсә, бынамын итеп йәшәйбеҙ тип ҡыуанабыҙ.
Бер шулай йыр өйрәнәбеҙ. Ул миңә ҡарап торҙо ла, бер мәл мин олоғайырмын, һинең шәп йырсы булып китеп ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһауыңды телевизорҙан ҡарап, минең уҡыусым бит ул, тип һоҡланып ултырырмын, ти. Ул ваҡыттарҙан әллә күпме йылдар үтте. Быйыл Сибайҙа гимназия-интернатта осрашыуҙа ул телевизорҙан һине ҡарайым, уңыштарыңа һоҡланам, ижади үҫешеңде күҙәтеп барам, тине. Бына бит юрағаны хуш килде. Тәрбиәсемде ныҡ ихтирам итәм, яратам һәм сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм.
Гөлсөмдең әхирәте Белореттан Нәркәс Көмөшбаева ла Ғәлимә Әхмәтова беҙҙең менән 7 йыл эшләү дәүерендә тәрбиәсе лә, әсәй ҙә, психолог та, дуҫ та булды, тип яҙа.
--Тәртипкә, таҙалыҡҡа, пунктуаль булырға өйрәтте. Шул наказдарына тормошта ныҡлы таянабыҙ,--ти Нәркәс.
Яңыраҡ ҡына алтын юбилейын билдәләгән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатов та Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙы тураһында тик яҡшы хәтирәләр һаҡлай.
--Йыр түңәрәгендә тауыш асыу, уны ҡуйыу менән генә түгел, һәр оҙон көйҙөң тарихын, легендаларын һөйләп, күңелгә үтеп инерлек итеп, аһәңле башҡарыу серҙәренә төшөндөрҙө. Уның һабаҡтары минең өсөн үтә лә ҡәҙерле булды,--ти Альберт Рәфҡәт улы.
Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙына уҡыусыларының рәхмәттәрен яҙа башлаһаң гәзит биттәре етмәҫ. Хеҙмәттәге уңыштарынан тыш, Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙы йәмәғәт тормошта ла бик әүҙем шәхес. 2006 йылда республика сәсәндәр бәйгеһендә дипломат булып танылһа, 2009 йылда Өфөлә һүҙ оҫталары ярышында лауреат исемен яулаған. Уның өйөнөң бер бүлмәһе тарихи ҡомартҡылар, милли кейемдәр һаҡланған урын булараҡ биҙәлһә, бер бүлмәһе сәләмәт йәшәү рәүешенә арналған. Уның эсе тулы дарыу үләндәре.
Нәзәҡәтле ханым тормош иптәше Фәрғәт Зиннур улы Сәйетҡолов менән 54 йыл бергә-бергә, татыу-татлы ғүмер итеүе менән дә йәштәргә өлгө. 1967 йылда Баймаҡ районының Ярат-Мерәҫ ауылдары араһында гөрләгән ҡыҙыл туйҙағы теләктәргә тап төшөрмәй улар: ҡулға-ҡул тотоношоп, тигеҙ, татыу, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Мөхәббәт емештәре -- өс балалары ла тормошта үҙ урындарын табып, лайыҡлы тормош көтә, үҙҙәре балалар үҫтерә.
Хөрмәтле Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙын ғүмеренең мәртәбәле үренә--80 йәшенә аяҡ баҫыуы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Сәләмәтлеккә кинәнеп, ҡыуаныс-шатлыҡтарға, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп йәшәүен теләйбеҙ!
Читайте нас: