Мулләхмәт Мөхәмәдиә улы Байназаров 1914 йылда Күсей ауылында бесән айында старателдәр ғаиләһендә тыуа. Алты бала тәрбиәләнә улар. Әсәһе Зөлҡәғиҙә өләсәй заманына күрә уҡымышлы кеше була, ғәрәпсә, латинса уҡый-яҙа белгән, шуға күрә ҡыҙ балаларҙы йыйып белемгә, дини һабаҡтарға өйрәткән. Ләкин ҡапыл ғына ауырып китеп, вафат була. Атайым 11 йәшенән атаһына эйәреп шахтала эш башлай. Өлкәндәр ыңғайына эшләүе бик ауыр була.
Бер көндө ғаиләгә ҙур ҡайғы килә: аталары шахтаға ҡолап төшөп һәләк була. Шулай итеп, алты бала үкһеҙ етем ҡалып, үҙ йүндәрен үҙҙәре күреп йәшәй башлай. Ике апаһы йәшләй генә кейәүгә сығып китә, ике ҡустыһы Түбәлә хәлле генә йәшәгән яҡын ғына туғаны Мөхәмәйән апаға барып һыйына. Апа уларҙы уҡытырға тырыша. Нуриәхмәт ағай Темәс педагогия техникумына уҡырға инә (диплом алып, инде эш башлайым тигәндә, һуғышҡа китә, взвод командиры, кесе лейтенант званиеһында яуҙа һәләк була).
Атайым ҡарындашы менән ауылда тороп ҡала. Ауылда тирмәнсе булып эшләгән кешегә ярҙамсы булып бара. 1937 йылда әсәйебеҙгә өйләнә. Шәкирә тигән апайыбыҙ донъяға килә.
1941 йылда ҡәһәрле һуғыш башланғас, атайыбыҙ йәш ҡатыны менән яҙа-йоҙа хушлашып, әсәйем сепрәккә төрөп биргән сөсө икмәкте моҡсайға һала ла, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡайғы-хәсрәт, юғалтыуҙарға дусар иткән, ҡанлы күҙ йәштәре түктергән яуға инеп китә... Атайыбыҙ һуғыш тураһында һөйләргә яратманы. Шулай ҙа һөйләгәндәренән уның уҡсылар бригадаһында Украина тарафтарында һуғышыуын, әсирлек ғазабын кисереүен белдек.
—Ҡоро һөйәккә ҡалдыҡ, нәҙек кенә сыбыҡты ла ашаҡлап сығырлыҡ хәл булманы. Аслыҡ шул хәлгә еткерҙе: кешеләр үлгәндәрҙең һум иттәрен ҡырҡып ашаны,—тигәне йөрәктә уйылып ҡалған.
Түбәлә йәшәгән ике туған ҡустыһы Әнүәр ағай Байназаров һөйләүенсә, атайым өс иптәше менән лагерҙән ҡаса. Юлдарында поляк ир менән ҡатынға юлыға. Улар, ашатып-эсереп, өс көн тотҡандар. Артабан ҡасып барғанда, уларҙы фашистар күреп ҡала. Атайым бер оҙон торба эсенә инеп йәшеренеп ҡала. Тегеләр үтеп киткәс, кире сығайым, тиһә, артҡа ҡарай шыуып булмай ҙа ҡуя икән. Көскә, әмәлен табып, шыуышып барып сыҡһа, фашистар уны көтөп торған икән. Улар атайымды туҡмай-туҡмай кире концлагерға алып киткәндәр.
Әсирҙәрҙе Францияға Бордо ҡалаһына, Люксембургка алып барып, эш көсө итеп тә файҙаланғандар. Атайыбыҙ, йоҡлағанда, һаташып, йыш ҡына беҙгә ят булған «Ормалинген» тигән һүҙҙе йыш ҡабатлай торғайны. Һуңынан картанан ҡараһаҡ, Швейцарияла Ормалинген тигән ҡала бар икән. Бәлки унда ла булғандыр. Ваҡытында һорашып ҡалмағанға, хәҙер үкендерә.
Атайым, ҡара тәнлеләрҙе күрҙем, улар: “Муслим?” (мосолман) тип һораһалар, “Эйе”,—тиһәм ҡыуанып китәләр ине, тигәне иҫтә ҡалған.
Беҙҙең атай оҫта ҡуллы, эш һөйөүсән, кешеләргә ярҙамсыл булды. Балта-көрәк һаплаһынмы, күнәк төпләһенме, сепаратор, сәғәт, теген машинаһын йүнәтһенме, ҡарауһыҙ ҡалған әбейҙәргә утын-бесән килтерһенме—бер ҙә ауырһынманы. Кешеләргә көйәнтәһен дә, һоҫҡоһон да, урам ҡапҡаһын да эшләп бирҙе. Ситән дә, балыҡ һөҙгөс тә үрҙе, ме-йес тә сығарҙы, ағас-тимерҙән барыһын да эшләне. Ауылдаштарымдың күбеһе атайым эшләгән сәңгелдәктә үҫте. Аяҡ кейемдәрен үҙе бик матур итеп ремонтлай (йүнәтә) ине. Әсәйгә һәм беҙгә бик матур биҙәүестәр—балдаҡ, беләҙектәр эшләп бирә ине. Өйгә мебелдәрҙе лә үҙе эшләне. Ул эшләгән диван, шкаф, ултырғыстар әле лә беҙгә хеҙмәт итә.
Атайыбыҙ ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнаны, матур итеп бейене. Алюмин, еҙ ҡурайҙарын үҙе эшләп ала ине. Клубтарҙа йәштәр менән бергә сығыш яһаны, тирә-яҡҡа концерт ҡуйырға мин дә улар менән бергә сығып китә инем. Сәхнәлә Баймаҡ районы ҡурайсылары сығыш яһағанда, уны алғы планға сығарып бейетә торғайнылар. Ҡурайсылар ансамбле менән Өфөлә лә сығыш яһағаны булды. Хореограф Йәүҙәт Бикбирҙин: “Бейеүҙәремдең ҡайһы бер элементтарын Мулләхмәт ағайҙан өйрәндем”,—тип әйткәйне. Беҙҙең өйҙә музыкаль инс-трументтар: өрлөк тулы үлән, еҙ, алюмин ҡурайҙар, гармун, мандолина, ҡумыҙҙар булды. Әсәйем бик оҫта ҡумыҙ сиртә ине. Ҡустыларым Рәхмәт—ҡурайҙа, Рәфҡәт—гармунда, Сәғиҙә һеңлем гармунда һәм мандолинала, мин, Вәзимә һеңлем менән мандолинала уйнаныҡ. Бөтәбеҙ йыйылһаҡ, бергә ҡушылып уйнай торғайныҡ. Атайымдың ғаилә инструменталь ансамбле булып сәхнәлә сығыш яһарға, тигән теләге, үкенескә ҡаршы, тормошҡа ашманы. Бик ныҡ ауырып ятҡанында, тыны ҡыҫылһа ла, ҡурайында уйнап маташа ине. Атайыбыҙ ҡырҡ йылға яҡын тимерсе булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Ул ваҡытта «Ирәндек» совхозында партком секретары булып эшләгән Әмир Зәкир улы Сәйғәфәров, рабочком, ауыл Советы атайымды ҙурлап, бүләктәр биреп, пенсияға оҙатты. Шуға ныҡ ҡыуанып йөрөгәйне.
Бер ниндәй эш шарттары булмаған, һыуыҡ, таш тимерлектә эшләү уның һаулығын ныҡ ҡаҡшатты: үпкәһенә ҡором тулған, тинеләр. Вафатынан өс ай элек, ул дауахананан сыҡҡас, беҙ, балалары, төп йортҡа йыйылғайныҡ. Сәғиҙә һеңлемә гармунда бейеү көйө уйнарға ҡушты ла, хәле шәптән булмаһа ла, шундай дәртле итеп һуңғы тапҡыр бейене. Шунан, күп тә үтмәй, 67 йәшендә вафат булды.
Эйе, Тыуған иле өсөн башын һалған, яу яланында батырҙарса һуғышҡан, Еңеү таңын аттырған һалдаттарыбыҙ бер ҡасан да онотолмаһын ине.