Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
29 Сентябрь 2020, 18:32

Исеме мәңгеләштерелде

Һуғышҡа тиклем ауыл мәктәбендә 86 бала уҡыған. Мәғариф хеҙмәткәре булғанға күрә Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улын бронь буйынса ауылда ҡалдыралар. Шулай ҙа ул үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуған яҡтарын кире әйләнеп ҡайтырға яҙмай уға, яу яланында батырҙарса һәләк була. Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улының ҡатыны Таибә ете баланы бер үҙе аяҡҡа баҫтыра.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейы айҡанлы батырҙарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында бихисап эштәр эшләнә. Күптән түгел Төйәләҫ ауылындағы 11-се урта мәктәптең тәүге директоры, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улы Халиҡов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.
Сарала Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары Г.Ә. Ишемғолова, мәғлүмәт бүлеге етәксеһе И.Е.Корепанова, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе И.Р. Солтәнгәрәев, ҡала музейы директоры А.З. Ярмуллина, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссары Х.Х.Хәмитов, ҡала архивы мөдире Н.И.Зәйнуллина, Сибай ҡалаһы һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары Советы рәйесе Р.Х.Иҙрисов, педагогик хеҙмәт ветераны, крайҙы өйрәнеүсе Ф.З.Хәмитова, М.Х. Халиҡовтың ейәндәре һәм Әхмәр ауылы вәкилдәре ҡатнашты.
Таҡтаташ асыуға мәктәп музейы мөдире, мәғариф ветераны Сәғиҙә Мулләхмәт ҡыҙы Байназарова ҙур көс һалды, нәҡ уның инициативаһы менән тәүге директорҙың исеме мәңгеләштерелде.
- М.Х. Халиҡов Баймаҡ районы Әхмәр ауылында тыуып үҫкән. Бәләкәй саҡтан уҡ белемгә ынтылған. Атаһы Хажиәхмәт латин, ғәрәп, рус телдәрен яҡшы белгән, шуға күрә улын да был телдәргә өйрәткән. Ырымбурҙағы “Хөсәйениә” мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң, Мөхәмәтғәли Баймаҡ районының Түбә, Муллаҡай ауылдарында уҡытҡан. 1934-1935 йылдарҙа Төйәләҫ (элекке Худолаз) ауылында рус-башҡорт мәктәбе асылғас, унда Мөхәмәтғәли директор итеп тәғәйенләнә һәм ғаиләһе менән Төйәләҫ ауылына күсеп килә.
Һуғышҡа тиклем ауыл мәктәбендә 86 бала уҡыған. Мәғариф хеҙмәткәре булғанға күрә Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улын бронь буйынса ауылда ҡалдыралар. Шулай ҙа ул үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуған яҡтарын кире әйләнеп ҡайтырға яҙмай уға, яу яланында батырҙарса һәләк була. Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улының ҡатыны Таибә ете баланы бер үҙе аяҡҡа баҫтыра. Бөгөнгө көндә балалары иҫән булмаһа ла, 17 ейән-ейәнсәре, 29 бүлә-бүләсәләре һәм уларҙың балалары данлыҡлы Халиҡовтарҙың нәҫелен дауам итә.
Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улының исемен мәңгеләштереү маҡсаты менән таҡтаташ асыу идеяһын мәктәп директоры И.Ә.Буранғолова һәм Төйәләҫ ауылы рәйесе И.И. Исламбаев хупланы һәм ҙур ярҙам күрһәтте. Тик эҙләнеү эштәре бер аҙ ауырыраҡ булды, сөнки Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улының һуғыш йылдары тураһындағы мәғлүмәт бик аҙ булғанға күрә, тарихтың осона сыға алмай ыҙаландыҡ. “Күмәкләгән яу ҡайтарған” тигәндәй, ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәр осрап ҡына торҙо. Крайҙы өйрәнеүсе Ф.З.Хәмитоваға рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Ул беҙҙең проект менән ҡыҙыҡһынып, архивтарҙан, китапханаларҙан, төрлө энциклопедияларҙан, тарихи китаптарҙан мәғлүмәт эҙләне. Таҡтаташ эшләүҙә Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улының ейәнсәре Р.А. Хисаметдинова финанс ярҙам күрһәтте. Бер маҡсатҡа ынтылып эшләгәс, теләгебеҙ тормошҡа ашты, —тине үҙ сығышында мәғариф ветераны С.М.Байназарова.
Сәғиҙә Мулләхмәт ҡыҙы таҡтаташ асыуҙа, эҙләнеү эштәре алып барыуҙа ярҙам күрһәтеүселәрҙең һәр береһенә айырым рәхмәтен белдерҙе.
Ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы И.Р.Солтангәрәев был проект эшен ойошторғаны, үҫеп килгән быуынға патриотик тәрбиә биреүҙә ҙур өлөш индергәне өсөн мәктәп музейы мөдире Сәғиҙә Мулләхмәт ҡыҙын Ҡала башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетының Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
Артабан өс тиҫтә йылдан ашыу 11-се урта мәктәптә эшләп килгән “Призывник” клубында тәрбиәләнеүселәр (етәксеһе Ислам Исрафил улы Исламбаев) хәрби әҙерлек күнекмәләрен күрһәтте.
Худолаз ауылы мәктәбенең тәүге директоры тураһындағы иҫтәлектәр менән Баймаҡ районы Әхмәр ауылы вәкиле З.Х. Кәримова һәм Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улының ейәне Башҡортостан ғилми-тикшеренеү ауыл хужалығы институтының ғилми хеҙмәткәре, ауыл хужалығы фәндәре докторы Р.А. Иҙрисов бүлеште.
Сараның төп ҡунаҡтары — Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улының ейәндәре Р. А. Хисаметдинова һәм Р.А. Иҙрисов мәктәп музейына үҙҙәренең шәжәрәһен дауам итеүселәр тураһындағы мәғлүмәт тупланған фотоальбом бүләк итте. Шулай уҡ олатайҙары иҫтәлегенә ейәндәре уҡыусыларға М.Х. Халиҡов исемендәге премия булдырыу тураһындағы ҡыуаныслы яңылыҡ еткерҙе. Был премия менән мәктәп тормошонда актив ҡатнашҡан, тик яҡшы билдәләргә генә уҡыған уҡыусылар йыл һайын уҡыу йылы аҙағында бүләкләнәсәк.
Сараның икенсе өлөшөндә мәктәп музейын асыу танатанаһы үтте. Төйәләҫ ауылы ветерандар советы рәйесе Д. А. Агеева мәктәп музейын булдырыу тарихы һәм 10 йыл дауамында тарихи материалдар йыйыу эше тураһында һөйләне. Сараның аҙағында ойоштороусылар йыйылған экспонаттар һәм ауыл тарихы менән танышыу өсөн барыһын да мәктәп музейына саҡырҙы.
Читайте нас: