АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
19 Май 2020, 23:56

Башҡорт яугиренең хәрби иҫтәлектәре

Эсәктәрен эсенә тыҡҡылап бәйләйҙәр ҙә снарядтар, пулялар шартлап, һыҙғырып торғанда генералды документтары менән бергә һөйрәп алып китәләр.

Баймырҙин Мәхмүт Шаһимарҙан улы 1916 йылда Баймаҡ районы Ысмаҡай ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, колхозда эшләй. Баймаҡта токарь һөнәрен үҙләштерә. Ауылда электр үткәреүҙә ҡатнаша. Һаҡмар буйында ер һуғарыу ҡоролмаһы, колхоз баҡсаһына һыу үткәргес эшләй.
1937 йылдың аҙағында хәрби хеҙмәткә алына, Украинала Кировоград ҡалаһында хеҙмәт итә. 1939 йылда Фин һуғышында ҡатнаша. Аэродром штабында телеграфист булып эшләй. 1939 йылда фашистар Польшаға бǝреп ингǝс, Көнбайыш Украинаны азат итеүҙә ҡатнаша. Тернополь, Трембовль (хәҙерге Теребовля), Станиславов (хәҙерге Ивано-Франковск), Львов, Коломыя, Төньяҡ Буковина ҡалаларын алғанда ҡатнаша. 1940 йылдыӊ декабрь айында хәрби хеҙмәттән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.
1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланып 8 көн үткәс, военкоматҡа саҡыртып һуғышҡа ебәрәләр. Свердловск өлкәһенең Шадринский ҡалаһында бер ай телефонист-связист һөнәренә уҡығандан һуң, көнбайыш фронтына ебәрелә. Иҫке Русса ҡалаһындағы Илмень күле буйында, телефон-телеграф станцияһы начальнигы булып тәғәйенләнә. Ул хеҙмәт иткән армия 16-сы фашист армияһын ҡамап, 1942 йылдың май айында тар-мар итә. Ошо һуғышта “Яҡшы элемтә ойошторған өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. 1942 йылдың йәйендә ул хеҙмәт иткән армия Үҙәк фронтҡа күсерелә.
Артабан Мәхмүт Шаһимарҙан улы Курск-Орлов дуғаһы һуғышында ҡатнаша. Күҙәтеү пунктына элемтә биргәндә ике немец һалдаты линияны өҙөп тыңлай. Линия насар эшләгәс, ул яуҙашы менән уны йүнәтергә юллана. Ҡапыл фашистар автоматтан ата башлай. Уның аяғына пуля тейә. Яраланыуына ҡарамаҫтан, шыуышып барып яҡынайып граната ташлап немецтарҙы юҡ итә. Тик уның менән барған һалдат үлеп ҡала. Бындағы батырлығы өсөн олатай 1943 йылдың 4 апрелендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
Мәхмүт Шаһимарҙан улы Корсун-Шевченковский янындағы ҡаты бǝрелештǝ лә ҡатнаша. Медвин ауылы янында ул хеҙмәт иткән частәр дошмандарҙың 4 дивизияһын уратып ала. Дивизияның штабы командиры тарафынан адъютант ҡаҙаҡ егете менән икеһенә ошондай махсус эш бирелә: фашистарҙың фронт линияһы уртаһында еңел машинала ултырған кешене пленға алырға кәрәк. Машинаға тиклем 500 метр самаһы араны үлектәр араһынан шыуышып үтәләр. Машинаның ишеген асһалар, яраланған бер немец генералы ята, эсе снаряд ярсығы менән йыртылған. Эсәктәрен эсенә тыҡҡылап бәйләйҙәр ҙә снарядтар, пулялар шартлап, һыҙғырып торғанда генералды документтары менән бергә һөйрәп алып китәләр. 200 метрлап һөйрәгәс, ҡаҙаҡ егете яралана. Генералды ташлап, документтарын ғына алып, ҡаҙаҡ егетен һөйрәп олатай юлын дауам итә. Аҙаҡ икенсе яугирҙәр менән генералды ла алып килә. Ошо батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тǝғǝйенлǝнә. Дивизия командирына ғариза яҙып награданы 1 айға отпускыға алыштырыуын һорай. 1943 йылдың 30 сентябрендә 35 көнгә ауылына отпускыға ҡайтып 16 көн ҡунаҡта булып китә.
Ноябрь айында ул Киевты алыуҙа ҡатнаша. Днепрҙы паром менән сыҡҡанда мина тейеп паром онтала. Һалдаттар йөҙөп сыға. Бында һуғыш башланғандан бирле бергә булған өс иптәше һәләк була. Был юғалтыуҙы ул бик ауыр кисерә. Житомир урманында олатай хеҙмәт иткән 202-се дивизия (Ҡыҙыл Байраҡ орденлы уҡсылар дивизияһы) ҡамауҙа ҡала. 19 көндән һуң Житомир - Киев юлы аша ҡамауҙы йырып сығалар. Алға ынтылып, Румынияға яҡынлашалар. Прут һәм Сирет йылғаларын сығып, Румыния ерендә Яссы ҡалаһы эргәһендә ҡаты һуғышҡа барып инәләр. Бик күп самолеттар, танктар емерелеп юлда ята. Тап ошонда, 1944 йылда, ҡустыһы Мотаһар менән осраша. Шатланып, ҡосаҡлашып күрешәләр, сит тарафтарҙа үҙ туғаныңды осратыу ҡыуанысынан илашып та алалар. Яссынан 30 км алыҫлыҡта Жижия йылғаһы янында 6 көн генә бергә булып өлгөрәләр. Ҡустыһы санитар разведчик булып хеҙмәт итә, үҙенең часына китә. Ләкин ул һуғыштан тыуған яғына әйләнеп ҡайта алмай, 1944 йылдың авгусында хәбәрһеҙ юғала һәм уның артабанғы яҙмышы билдәһеҙ ҡала. Тик хәҙерге ваҡытта уның 1945 йылдың 30 июлендә Германияның Гёрлиц ҡалаһында гарнизон зыяратында ерләнгәне билдәле булды. Плоешти ҡалаһы өсөн ҡаты һуғыш башлана. Карпат тауҙары араһында күҙәтеү пунктына элемтә биргәндә, снарядтар, бомбалар шартлап торғанда 3 км арала әллә нисә ҡат өҙөлгән сымды йүнәтеп өҙлөкһөҙ телефон элемтәһе тәьмин иткәне өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы Ордены менән бүләкләнә. Румыния ерендә Себеш, Брашов, Дебрецен ҡалаларын алғанда ҡатнаша. Будапешт ҡалаһына 30 км ҡалғас, 1944 йылдың 20 ноябрендә Мәскәүгә хәрби-политик училищеһына уҡырға ебәрелә. Ошонда уҡып йөрөгәндә һуғыш та тамамлана.
1945 йылдың 20 июнендә училищенан тура Алыҫ Көнсығышҡа ебәрелә. Танкта уҡсы-радист булып Байкалды үтеп Монголияға сығалар. Чойбалсан ҡалаһынан Монголия аша танктар менән 1945 йылдың 9 авгусында япондарҙы ҡыуып Кесе Хинган, Оло Хинган тауҙары аша үтәләр. Ҡытайҙың Долоннор (хәҙерге Долунь) тигән ҡалаһын, Жэхэ (хәҙерге Чэндэ), Пекин ҡалаларын алалар. Һуғыш бөткәс, Жэхэ ҡалаһында була, Бөйөк Ҡытай стенаһын күрә. 1945 йылдың 2 декабрендә өлкән сержант званияһында тыуған ауылы Йомашҡа ҡайтып төшә.1994 йылда ҡарт яугирҙең йөрәге тибеүҙән туҡтай.
(Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Баймырҙин Мәхмүт Шаһимарҙан улының һөйләгәндәрен уҡытыусы Ҡасҡынова Фәнисә яҙып алды.)
#Минең еңеүсем