Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
14 Май 2020, 01:10

БЫЛ ҒҮМЕРҘӘР БИК ТИҘ ҮТӘ ИКӘН...

Беҙ 7 связист, взвод командиры ла беҙҙең менән. Икебеҙ генә йөҙә беләбеҙ. Күп уйлап торорға ваҡыт юҡ. Мин сисенеп, кейемдәрҙе ҡайыш менән елкәгә һәйбәтләп бәйләнем дә, телефон аппаратын өҫкә күтәреп, бер ҡул менән йөҙә башланым. Иң мөһиме--аппаратты һыуға тейҙермәҫкә. Икенсе связист кабелды биленә урап бәйләп, осон тешләп алды. Егеттәр таратып торалар. Был урында йылға бик киң түгел, 60-70 метр самаһы, үҙе тәрән. Йөҙөп сыҡҡас, теге яҡҡа кабелдың бер осон ағасҡа бәйләргә ҡуштым, был яҡ ярға икенсе осон бәйләнек. Связистарға кабелға тотоноп йөҙөргә ҡуштым. Улар йылғаға төшөү менән пырх-пырх итеп бер-икене сумып алдылар ҙа кабелға тотоноп йөҙә башланылар. Алдан взвод командиры бара. Ярға сыҡҡас, миңә: ”Ну у тебя башка варит,”--тип көлә. Беҙ бәләкәй саҡта Һаҡмар йылғаһы тулы һыулы, тәрән генә була торғайны. Йәйге эҫелә малайҙар менән көндәр буйы һыу төшә инек. Һыңар ҡулды күтәреп, Чапай булып, ”Не возьмешь Чапая!”--тип ҡысҡырып, йылға аша йөҙөп сыға торғайныҡ. Ошо бала саҡтағы уйнауҙар һуғышта ярҙам итте.

“Башҡайыма кейҙем ҡама кәпәс,
Һис кенә лә белмәнем туҙғанын.
Был ғүмерҙәр бик тиҙ үтә икән–
Һис кенә лә һиҙмәнем уҙғанын»
--шулай тип яҙып ҡуйған атайым иҫтәлектәренең башына үҙе иҫән саҡта. Эйе, кеше олоғайғас, йәшәгән ғүмере хаҡында уйлана башлай. Атайыбыҙ ҙа уйланғандыр, һуғыш йылдарын иҫкә алып һыҙланғандыр...
ЕҢЕҮ КӨНӨ беҙҙең өйҙә иң ҙур байрам ине. Атайым кистән әҙерләнә башлай: орден-миҙалдарын тағып ҡуя, оҙаҡ-оҙаҡ итеп иҫке фотоларҙы ҡарай (үткән ғүмеркәйҙәре шулай иҫкә төшкәндер инде ). Ә әсәйем йылға аръяғына сығып, сәскәләр йыйып алып ҡайта.Иртәгеһен улар әкрен генә тау битендәге обелискка йүнәлә. Унда ҡорҙаштары, дуҫтары көтә...
Э-эй, ғүмер тигәнең! Хәҙер инде улар икеһе лә беҙҙең янда юҡ инде. Ауылымдың беҙ яратҡан апалары ла (оло ир кешеләрҙе беҙ шулай ти инек), инәйҙәре лә беҙҙе ҡалдырып киткән...
Атайым--Хәйбуллин Әхтәм Мәғәсүм улы--ауылымдың олоһо ла, кесеһе лә ихтирам иткән уҡытыусы булды, бөтә ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышланы. Ауылда 8 йыллыҡ мәктәп төҙҙөрөүгә көсөн йәлләмәне, һаулығы еткәндә уның директоры булып эшләне.
40 йыл буйы балалар уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡас, атайым иҫтәлектәрҙе яҙа башланы. Һуғыш хәтирәләре бер ҡасан да ташламаны уны, фашист пуляһынан яраланған аяғы һыҙлауы ла быға сәбәпсе булғандыр...
1941 йылда әле эшләй генә башлаған йәш ауыл уҡытыусыһын һуғышҡа алалар. Һуғыштың тәүге көндәрен ул ошолай хәтерләй ине:
«Силәбелә хәрби әҙерлек үткәреп, беҙҙе Мәскәүгә оҙаттылар. Башҡалала төшөнкөлөк, шомло. Вологда янында фронтҡа юлды саңғыла дауам иттек. Төндә барабыҙ, көндөҙ ял итәбеҙ. 8-се көн тигәндә Онега күленә килеп еттек. 1942 йылдың ғинуар башында тәүге һуғышҡа индек. Төн, әле яҡтырмай. Күл өҫтөнән хәрәкәт итәбеҙ. Уның өҫтө тулы ғәскәр. Күл өҫтөндә снарядтар яуа. Һуғыша-һуғыша алға барабыҙ. Тәүге көндәрҙә бик ҡурҡыныс ине, аҙаҡ өйрәнеп киттек. Ҡалын урмандан барырға тура килә, сөнки яланда миналар. Костер яғырға рөхсәт ителмәй, 4 кешегә 1 палатка ҡороп, кедр, шыршы ботаҡтарын йәйеп, йоҡлап алабыҙ“.
Артабан уны Волоколамск ҡалаһына телефонистар курсына ебәрәләр. Сержант званиеһы бирелеп, 360-сы уҡсылар дивизияһына отделение командиры итеп билдәләнә. Был ваҡытта Сталинград өсөн һуғыш бара. «Наступление ваҡытында бик ауырға тура килә,--тип яҙа ул.--Ашығыс рәүештә кабелды ер өҫтөнән һуҙаһың, тейешенсә маскировать итеп булмай, йә танк, йә пушка уның аша үтһә өҙә лә китә. Беҙгә 10 минут һайын тиерлек линияны төҙәтергә йүгерергә кәрәк була”.
Ошо һуғышта ул беренсе тапҡыр яралана. Камышин ҡалаһында госпиталда ятып дауаланғас, тағы сафҡа баҫа. “Был ваҡытта беҙҙең ғәскәрҙәр Сталинградты алғайны инде. Мине взвод командиры ярҙамсыһы итеп ҡуйҙылар. Дон далалары буйлап Төньяҡ Украина фронтында алға хәрәкәт итәбеҙ. Хәҙер бөтә өҫтөнлөк совет ғәскәрҙәре яғына күсте. Еңеү беҙҙә буласағы асыҡ ине инде. Һалдаттар бик йонсоно. Ҡайҙа етте шунда, ҡар өҫтөндә лә, әҙ-мәҙ серем итеп алабыҙ. Тирә-яҡта снарядтар ярыла, һауала немец самолеттары беҙҙең ғәскәрҙәргә бомба ташлай. Ул бомбалар өҫкә һыҙғырып киләләр. Беҙҙең зенитчиктар ал-ял белмәй. Һәр килгән партиянан 4-5 самолетты атып төшөрөп кенә торалар. Немецтар ныҡ ҡаршылыҡ күрһәтә. Сигенгәндә ауылдарҙы яндыралар. Күп өйҙәрҙең мейестәре генә һерәйеп ҡала. Халыҡ тылға күсеп бөткән. Өйҙәр буш. Тик ҡайһы берҙәрендә генә ҡарт-ҡоролар күренә. Бер көн ҙур ғына ауылды алғанда складҡа тап булдыҡ. Ул немецтарҙың посылкалары менән тулған. Бер нисәһен асып ҡарайбыҙ; ҡатын-ҡыҙҙың ебәк шәлдәре, күлдәктәре, хром итектәр, яҡшы костюм, сәғәттәр... Фашистар урындағы халыҡтан талап алған нәмәләрҙе посылка итеп әҙерләгәндәр икән, ебәрергә генә өлгөрмәгәндәр. Немец ҡатындары, балалары ошо нәмәләрҙе кейергә нисек йөрәге, намыҫы етә икән?”--тип әсенеп яҙа атайым.
Артабан ул Северский Донец йылғаһы буйындағы һуғышты хәтерләй: «Мин был ваҡытта өлкән сержант, начальник направления связи инем. Минең ҡарамаҡта 9 телефонист, 2 ат. Беҙҙекеләр ҙур һөжүмгә әҙерләнә. Йылға аша понтон күпер һалынды. Бына бер ваҡыт бөтә тирә-яҡ гөрһөлдәй башланы, төтөн баҫты. Бер нисә минут эсендә бөтә Донец йылғаһы буйында кононада башланды. Пехотаны яһалма күпер аша йылғаның теге яғына сығарғандар ине инде. Беҙгә, связистарға, уны аша сығып, теге ярға элемтә булдырырға приказ бирҙеләр. Күпергә яҡын барып булмай: орудие, танктарҙы сығаралар. Яр буйында понтондарҙың ике яғында зениткалар урынлашҡан. Уларҙың бурысы--дошман самолеттарына һөжүм итеү, күперҙе һаҡлау. Беҙ 7 связист, взвод командиры ла беҙҙең менән. Икебеҙ генә йөҙә беләбеҙ. Күп уйлап торорға ваҡыт юҡ. Мин сисенеп, кейемдәрҙе ҡайыш менән елкәгә һәйбәтләп бәйләнем дә, телефон аппаратын өҫкә күтәреп, бер ҡул менән йөҙә башланым. Иң мөһиме--аппаратты һыуға тейҙермәҫкә. Икенсе связист кабелды биленә урап бәйләп, осон тешләп алды. Егеттәр таратып торалар. Был урында йылға бик киң түгел, 60-70 метр самаһы, үҙе тәрән. Йөҙөп сыҡҡас, теге яҡҡа кабелдың бер осон ағасҡа бәйләргә ҡуштым, был яҡ ярға икенсе осон бәйләнек. Связистарға кабелға тотоноп йөҙөргә ҡуштым. Улар йылғаға төшөү менән пырх-пырх итеп бер-икене сумып алдылар ҙа кабелға тотоноп йөҙә башланылар. Алдан взвод командиры бара. Ярға сыҡҡас, миңә: ”Ну у тебя башка варит,”--тип көлә. Беҙ бәләкәй саҡта Һаҡмар йылғаһы тулы һыулы, тәрән генә була торғайны. Йәйге эҫелә малайҙар менән көндәр буйы һыу төшә инек. Һыңар ҡулды күтәреп, Чапай булып, ”Не возьмешь Чапая!”--тип ҡысҡырып, йылға аша йөҙөп сыға торғайныҡ. Ошо бала саҡтағы уйнауҙар һуғышта ярҙам итте. Кабелды һуҙа-һуҙа тау башына күтәрелдек. Бөтә тирә-яҡ ут эсендә. 3-сө батальон командирын табып, полк менән элемтә булдырҙыҡ. Элемтә начальнигы телефон аша рәхмәт белдерҙе. Беҙ сыҡҡан урындан өҫтәрәк тағы бер понтон күпер һалынған ине. Уның аша ғәскәрҙәр ағыла башланы. 15-ләгән танк сығып, юддан өҫкә үрмәләй. 2 көн ҡаршылашҡандан һуң, фашистар үксәләрен ялтыратты. Беҙ артабан Макеевка, Сталино (хәҙерге Донецк) ҡалаларын алдыҡ. Ошо батырлыҡтары өсөн уларҙың 230-сы һәм тағы ла 50-се, 301-се дивизияларға Сталин приказы менән почетлы “Сталинская дивизия” исеме бирелә. Ошо уҡ исемгә шунда ҡатнашҡан 11, 136-сы гвардия авиация полктары лайыҡ була. Ә хәтирәләр дауам итә: "Көндәрҙең бер көндө мине штабҡа саҡырып, “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены менән наградланыуым хаҡында әйттеләр, приказды уҡынылар. Үҙемдең элемтәселәр янына ҡайтһам, улар ишетеп тә өлгөргәндәр. Мин инеү менән уратып алдылар, күтәрергә тотондолар». Ошо дуҫтарын атай бик хөрмәтләп иҫкә ала, бөтәһенең дә исем-фамилияларын, ҡайҙан икәндәрен хәтерләй. Әлбиттә, араларында һәләк булыусы дуҫтары ла күп була.
Аҙаҡ һуғышта алған наградаларын–орден-миҙалдарын ул бик ҡәҙерләп һаҡланы. Беҙ ҙә уларға бик һаҡсыл тотона, һоҡланып ҡарай торғайныҡ. Сөнки беләбеҙ: улар иң ауыр ҙа, иң яҡын да хәтирәләрҙең шаһиты бит. 1943 йылда йәш ауыл егетен партияға алалар. «Миндә яуаплылыҡ тойғоһо артты, тағы ла яҡшыраҡ хеҙмәт итергә үҙемә һүҙ бирҙем”,--тип хәтерләй ул. “Беҙ көн дә алға барабыҙ. Фашистар бөтә ерҙә емерәләр, үртәйҙәр. Бер хуторға ингәндә халыҡ беҙгә ҡаршы йүгереп сыҡты. Өйҙәрендә нимә бар, алып сыҡҡандар-алма, виноград бирәләр. Беҙҙе ҡосаҡлайҙар ҙа илайҙар. Бынан алда ғына немецтар бөтә һыйырҙарын ҡыуып алып киткәндәр. Ауылды сыҡҡайныҡ, бәләкәй бер күл янында шул һыйырҙар тәгәрәп ята. Немецтар атып киткән уларҙы. Ошоно күреп, беҙҙә, ауыл малайҙарында, фашист илбаҫарҙарына нәфрәт уты арта төштө. Тағы бер хуторға ингәндә өй янында йәш әсәнең үлеп ятҡанын күрҙек, өҫтөндә 2 йәш самаһы ғына бала, янында 8-10 йәштәрҙә ҡыҙ ултыра. Ҡайһы ғына өйгә инмә--йә әсәһе, йә балаһы, йә берәй ҡарты үлгән. Һуғыш бер кемде лә айырып тормай, бер кемде лә аямай, барыһына ла ҡаза, ҡайғы ғына килтерә. 1943 йылдың октябрендә атайыбыҙ ҡаты яралана. Аяғына фашист пуляһы үтеп инә. Башта Саратов, унан Пугачев ҡалаһына госпиталгә һалалар.3 ай тигәндә әкренләп йөрөй башлай. Ә 4 айҙан комиссия өйгә ҡайтара. 1944 йылда ул тыуған яғына ҡайтып төшә. Ауылда аслыҡ. Халыҡ ныҡ йонсоған. Атайға, фронтовик булғас , 20 кг картуф яҙып бирәләр. Икмәк юҡ, кемгә инмә, сәй һемерәләр. Ярай әле әҙерәк картуф бар. Күбеһендә уныһы ла юҡ. Ауыл халҡын ул ваҡытта илек, болан ҡотҡара. Көнбайыштан һуғыштан ҡасып килгәндәрме, ул йылда болан күп кенә була. Атырға тыйылһа ла--кешегә көн күрергә кәрәк бит. Тик нимә менән атырға? Атай бер инәйҙәрҙә мылтыҡ бар тип ишетә. 1 биҙрә картуфҡа биреп торорға була теге инәй. Аяғы ныҡ һыҙлауҙан тәҡәт бирмәһә лә, ғаиләне,туғандарҙы ашатырға кәрәк бит. Ул саңғы кейеп урман йәнлеген ҡарауыллай башлай. Бер ҡулһыҙ ағаһы менән болан алып, әллә нисә ғаиләгә бүләләр. Шул әҙ генә булһа ла ит яҙ сығырға ярҙам итә. Йәш уҡытыусыны Өмөтбай мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Ярҙамға туғандары 2 биҙрә картуф бирәләр. Атайым мәктәпкә китә, әсәйем баҫыуҙан арпа башағы йыя. Шул башаҡты эшкәртеп, ыумас ыуа. Фронтовик уҡытыусыға 9 кг, әсәйгә 2 кг он яҙып бирәләр. Шулай йәшәп китәләр. Колхоз идараһы уҡыу бөткәнсе кәзә биреп торорға ҡарар итә. 2 айға ғына булһа ла эсергә һөт була. Ә йәй еткәс, һарына ҡаҙып, балыҡ тотоп туҡланалар. Икенсе йылды әсәйҙең ауылы Әбйәлил районы Шаҙығайға эшкә баралар. Ул ваҡытта ҙур ғына мәктәп була. Иҫ киткес гүзәл тәбиғәт эсендә ултыра ине ул. Тик ул ауыл хәҙер юҡ инде. Һуғыш бөтөүен ишетеп, ҡайтып ауылдаштарын һөйөнсөләп ҡыуандыра, халыҡ бер нәмә лә ишетмәгән: радио ла, телефон да юҡ бит. Шул тиклем ауыр ваҡытта ла балаларға иғтибар биргәндәр: иң беренсе балалары--ағайым тыуғас, ауыл советы 5 метр туҡыма, 2 кг он яҙып бирә. 1958 йылдан башлап хаҡлы ялға сыҡҡансы атайыбыҙ Хәйбуллин Әхтәм Мәғәсүм улы тыуған ауылы--Баймаҡ районы Таһир ауылында уҡыта. Башта башланғыс, шунан 8 йыллыҡ мәктәптә бер нисә йыл директор була. Ауылда ҙур ағас мәктәп һалдыра. Һаулығы насарайып, аяҡтары ныҡлап һыҙлай башлағас, мөдирлек эшен йәштәргә тапшырып, уҡытыуға күсә. Ауыл халҡының күбеһе атайымда уҡып, башланғыс белем ала. Илде яуыз дошман баҫҡан ваҡытта әсәйебеҙ Аусаф Ғәлимйән ҡыҙы Баҡырүҙәк алтын сығарыу руднигында, Торфта эшләй. Ҡәһәрле һуғыш бер кемгә лә эҙ ҡалдырмай үтмәгән шул. Оҙаҡ йылдар йөрәк, бауыр менән яфаланып, 62 йәштә генә был яҡты донья менән хушлашты ул. Атайыбыҙҙың да һуғышта алған яралары тынғы бирмәй. Яраланған аяғынан һуңғы йылдарҙа бик ҡаты һыҙланды, ауырыны. Бик иртә, 68 йәшендә генә, беҙҙең аранан китте. Уны ерләгәндә бөтә ауыл халҡы йыйылып, яратҡан уҡытыусыларын һуңғы юлға оҙатты.
...Таһир ауылының тау битләүендә һуғыш ветерандарына арналған обелиск тора. Күпме кеше яу яланынан әйләнеп ҡайта алмаған! Йылдан-йыл унда йыйылған ветерандар һирәгәйҙе, ә хәҙер уларҙың береһе лә юҡ инде. Һуғыш алмаһа, Таһир егете, күренекле фронтовик-шағир Хөсәйен Ҡунаҡбай күпме яңы китаптар ижад итер ине, данлыҡлы ауылдашыбыҙ Сәләх Кулибай ҙа яҡты доньянан китте ...
Ауылым ветерандары үҙ-ара бик татыу, иғтибарлы булды, ҡулдан килгәнсә бер-береһенә ярҙам итәләр ине. Бергә күргән ауырлыҡ, ҡайғы берләштергәндер инде уларҙы.
Ололарҙың бер-береһенә шундай ихтирамлы булыуҙарына ҡарап һоҡландыҡ беҙ. Күп кешегә үрнәк булырлыҡ ине уларҙың дуҫлығы! Тыныс йоҡлағыҙ инде, ҡәҙерле ветерандар, тыныс йоҡлағыҙ, атай-әсәй!
Һеҙҙе хөрмәт менән иҫкә алып, бөтә балаларығыҙ исеменән: Көнһылыу Хәйбуллина-Сафина.
Баймаҡ районы Таһир ауылы.