Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
16 Апрель 2020, 17:55

Силсәүит Хәмитов

Совет Хөкүмәте һуғыш ветерандарына төрлө яҡлап ярҙам итер ине. Ауылда Х.Х.Хәмитовҡа тәүге «Запорожец» машинаһын бушлай бирҙеләр. Өфөлә уны юллаған ваҡытта бер ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәл була. Комиссияның бер ағзаһы: «Аяғының культяһы стандарттан биш сантиметрға оҙонораҡ, уға автомобиль тейеш түгел»,—ти. Уға яуап итеп: «Улайһа, әйҙә артыҡ биш сантиметрҙы ошонда уҡ ҡырҡығыҙ, машинаны алмайынса мин был бүлмәнән сыҡмайым»,—тип ныҡышып ултыра бирә Хәбибрахман ҡарт. Уның ажар ҡиәфәтен күреп торған комиссия был ветерандың үҙ һүҙле булыуын аңлап, рөхсәт ҡағыҙын тоттороп сығарырға мәжбүр була. Әйткәндәй, ул шундай өс «Запорожецты» туҙҙырып өлгөрҙө. Шуға бәйле әллә күпме ҡыҙыҡ ваҡиғалар ҙа булды. Тәүҙә машина ҡул менән идара итә торған булғас, гаражының ишегенә һыйа алмай ғазапланды, йөрөргә арыу ғына өйрәнеп алғас, шәп ҡыуыуҙы яратты, хатта боролоштарҙа ла сәғәтенә 80 километрлыҡ тиҙлектә елдерер ине. Бер мәртәбә беҙҙең өлкән улыбыҙ Азатты алып Сибайға яуҙашы Аҡмөхәмәт Килдейәровҡа китте. Хәсән ауылы янында улар милиция капитаны барған машинаны ҡыуып үтә. Теге милиционер ҡыуып етеп, туҡтата ла: “Күҙең ҡайҙа, ҡартлас, күрмәйһеңме ни был машинала мин—капитан китеп барам, ниңә ҡыуып үттең?»—тип һорай икән. Хәбибрахман ауыр ҡул таяғын тотоп алған да: “Һинән, мәхлүктән түгел, беҙ немец фашистарынан да ҡурҡманыҡ!»—тип тегегә ҡаршы бара башлаған...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгәндә тыуған илебеҙҙе, тотош кешелек донъяһын фашизмдан азат итеүсе ветерандарыбыҙҙы иҫкә алырға тейешбеҙ, уларҙың яу ҡырында түккән ҡандары, күрһәткән батырлыҡтары алдында баш эйергә бурыслыбыҙ...
Башҡорт халҡына күп арҙаҡлы шәхестәр биргән Баймаҡ районының данлыҡлы Буранбай ауылында 1916 йылда кустарь Хәйрулла Хәмитовтың ғәиләһендә бер ир бала донъяға килә. Уға ололап Хәбибрахман тигән исем бирәләр. Бала сағы йәмле Һаҡмар буйында үтә. Уны гел генә башҡорт балалары-на хас булған хәрбигә тартым уйындар ҡыҙыҡһындырған. Көрәштә, уҡ атыуҙа, йөҙөүҙә, һыбай йөрөүҙә уға тиңләшеүселәр һирәк була. Хәбибрахман көслө ихтыярлы кеше булып формалаша. Ул заманға ярайһы ғына булған ете класлы белем ала, тракторсылар курсын тамамлай. Үҙе һымаҡ егеттәрҙән Баймаҡ МТС-ында бригада төҙөп, Ленин исемендәге колхозда һис тә алдынғылыҡты бирмәй, арыу-талыу белмәй эшләй.
1937 йылдың авгусында хәрби хеҙмәткә алына. Ҡыйыу ҡарашлы, дәү кәүҙәле һәм күпселек ҡорҙаштарынан белемлерәк бул-ған егетте Новгород-Волынский ҡалаһына кесе командирҙар курсына уҡырға ебәрәләр. Шунан алып ул үҙ тормошон әрме менән бәйләй. Ул йылдар бик ҡатмарлы, буталсыҡ дәүер була. 1939 йылдың йәй айҙарында Совет ғәскәрҙәре Халхин-Гол йылғаһы янында СССР менән килешеү төҙөгән Монголияға һөжүм иткән Япон ғәскәрҙәрен тар-мар итә. Шул уҡ йылдың авгусында Бессарабия (күпселек өлөшө хәҙерге Молдавияла һәм Украинаның Одесса өлкәһенең көн яғында урынлашҡан), ноябрҙа Көнбайыш Украина (хәҙер Украинаның Львов, Ивано-Франковск, Тернополь, Волынь һәм Ровно өлкәләре) СССР-ға ҡушыла. Ошо хәрби операцияларҙа Хәмитовҡа ҡатнашырға тура килә, унда яралана. Госпитәлдән сығыуына Фин һуғышы ҡабына. 63-сө айырым зенит дивизияһының взвод командиры лейтенант Хәмитов унда ла ҡатнаша, немецтар ярҙамында төҙөлгән Маннергейм һыҙығын алыуҙа була. 1940 йылдың 12 мартында Петразаводск- Хельсинки килешеүе төҙөлөп, һуғыш баҫыла.
Көнбайыш илдәренең ҡотҡоһы арҡаһында фашистик Германияның беҙҙең илгә ҡасандыр барыбер һөжүм итерен аңлап, И.В.Сталин етәкселегендәге Советтар Союзы Хөкүмәте тыныс тормошто фай-ҙаланып, армияны нығытырға тырыша, завод-фабрикаларҙа яңынан-яңы ҡорал сығарыла һәм хәрби частарға оҙатыла. 1940 йылдың майынан алып октябргә тиклем Х.Х.Хәмитов офицерҙар әҙерләү курсында уҡый. Уға шулай уҡ Урта Азиянан хәрби хеҙмәткә Ахалтекин тоҡомлы аттар һайлап алып ҡайтырға тура килә. Ул заманда зенит орудиеларын күпселек ат көсө менән күсереп алып йөрөйҙәр. Унда өйөрҙә йөрөгән һау айғырҙарҙы ҡороҡлап тотоп, еккегә һәм менгегә өйрәткән башҡорт егетенең ҡыйыулығына һәм та-ҫыллығына бар халыҡ хайран ҡала. Ә инде сабып барған ат өҫтөндә уйнау йәки джигитовка яһау буйынса ярыштарҙа дивизияла уға тиң кеше табылмай.
Алдан ҡыҙыу әҙерлек барһа ла, 1941 йылдың 22 июнендә немец фашистары башлаған һөжүм көтөлмәгән була. Хәбибрахмандың часын Житомир ҡалаһы эргәһендә ҡамауҙа ҡалған Совет ғәскәрҙәрен ҡотҡарыуға ташлайҙар. Ул зенит дивизияһында взвод командиры була. Ике һуғышта ҡатнашып өлгөргән һәм ярайһы уҡ тәжрибә туплаған яугир Х.Х.Хәмитов дошман менән батырҙарса алыша, үҙ яуҙаштарын оҫта ҡурсалай, бер нисә мәртәбә әсирлеккә төштөк инде тигәндә әмәлен табып ҡоралын юғалтмайса ҡамауҙан сығалар. Хәрби батыр-лыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Йыл буйы тигәндәй аяуһыҙ һуғышҡандан һуң, 1942 йылдың 16 мартында ике аяғы ла ҡаты яралана. Белгород ҡалаһы эргәһендәге Яңы Оскол госпиталендә гангрена башланған бер аяғына ампутация яһайҙар, икенсе аяғын да киҫәбеҙ тигәндә, ныҡышып ҡалдырта. Мина ярсығы ғүмер буйы аяғында йөрөй.
Һигеҙ ай дауаланғас, 1943 йыл башында тыуған яғына ҡайтып төшә. Ул ваҡытта протез тигән нәмә булмай, шуға ла ағасты өңөп, күн менән көпләп, ике-өс йылға бер мәртәбә уны үҙе яһап кейер ине. Шуға бәйле бер ҡыҙыҡ хәл тураһында һөйләй торғайны. Хәбибрахман төнөн протезды сисеп һөйәп ҡуйыр була. Бер көндө бәләкәс улы Хатип шул протезды шаярып башына кейә, сисәм тиһә, уныһы сиселмәй ҙә ҡуя икән. Ҙур ғауға ҡуба, күршеләр йыйылышып китә. Инде сисергә әмәл ҡалмағас, ҡасау менән онтап алалар. Аяғы һыҙлағанына түҙә алмаған саҡтарында Әбйәлил районындағы тоҙло күлгә йөрөнө. Көн боҙолһа ла: “Юҡ аяҡтың башы һыҙлай бит,”—тип ултыра торғайны.
Коммунист Х.Х.Хәмитовты Буранбай ауылына уполномоченный итеп эшкә ҡуялар, шунан Йәнйегет ауылындағы Киров исемендәге колхозға рәйес итеп ебәрәләр. Ул унда иген үҫтереүҙе, һөт, ит етештереүҙе яйға һала. Күрше Сталин исемендәге колхоздағы эштәрҙе көйләр өсөн Татлыбайға күсерәләр. Ул ваҡытта ауыл һайын тиерлек бер колхоз була. Унда ла хәл арыуланғас, тағы ла яуаплыраҡ эшкә—бер нисә хужалыҡты берләштергән Татлыбай ауыл Советы рәйесе итеп үрләтәләр.
Һуғыштың осо-ҡырыйы юҡ, унда һалдаттар илде азат итәбеҙ тип баштарын һала, тылда бар халыҡ: «Бөтәһе лә фронтҡа, бөтәһе лә еңеү өсөн!»—тип, үҙҙәре ас-яланғас булһалар ҙа, әрмене ризыҡ, кейем-һалым менән тәьмин итеү өсөн барыһын да эшләй. Һуғыш йылдары Ирәндектә бүреләр үрсеп китә, мал-тыуарға тейеп ҙур зыян килтерә. Ауылдарҙа ҡалған һанаулы ғына ирҙәр шул йыртҡыстарға һыбай һунарға сыға. Бүреләрҙе көрттә хәлдәре бөткәнсе баҫтырып барып һуйыл менән туҡмап алалар. Аяғы һыңар булыуға ҡарамаҫтан, Хәбибрахман да шул һунарҙан ҡалмай, арыуыҡ бүренең башына етә.
1951 йыл Х.Х.Хәмитовты Шура ауыл Советы рәйесе итеп күсерәләр, ул ауыл бөткәс, Мәрәҫ ауылы советына күсә. 1961 йыл «Навил» колхозы бөтөрөлә, уға ҡараған Мәрәҫ һәм Бәхтигәрәй ауылдары «Ҡыҙыл Октябрь» колхозының бригадаһы булып ҡала. Урындағы ауыл советы ла ябылғас, Х.Х.Хәмитовты Ҡуянтау, һуңынан Таулыҡай ауыл советы рәйесе итеп һайлайҙар. Ул унда 1965 йылға тиклем эшләп хаҡлы ялға сыға. Халыҡ араһында уға «Силсәүит Хәмитов» тигән ҡушамат та йоға. Хәбибрахман Хәйрулла улы үҙенә тапшырылған бөтә биләмәләрҙә лә ҙур энергия менән маҡсатҡа ынтылып әүҙем эшләй. Уға юғары талапсанлыҡ, ныҡышмаллыҡ һәм ойошҡанлыҡ хас була. Ошоноң менән ул ауыл һәм район хеҙмәтсәндәренең тәрән ихтирамын яулай. Х.Х.Хәмитов КПСС райкомы ағзаһы, район һәм ауыл Советтары депутаты итеп һайлана, йәштәрҙең кәңәшсе-тәрбиәсеһе булараҡ ҙур эш алып бара. 1975 йылда Мәрәҫтә «Таналыҡ» колхозы ойошторолғас, уның рәйесе Әкрәм Ниғмәтуллинға, унан һуң рәйес булған дәүерҙә миңә лә Хәбибрахман Хәйрулла улы кәңәштәре менән ихлас ярҙам итә торғайны.
Ҡатыны Райхана Ҡотдосова ауырыу сәбәпле бик иртә үлә, ҡыҙҙары Мәрзиә күберәк өләсәһендә тәрбиәләнә, үҫкәс Таулыҡай ауылына Әбделхәй Салиховҡа тормошҡа сыға, ун бала үҫтереп, Герой-әсә дәрәжәһенә лайыҡ була. Хәбибрахман икенсегә Ғәҙелбай ауылынан ферма мөдире булып эшләп йөрөгән Иҫәнғолова Хәбирә Сәләхитдин ҡыҙына өйләнә. Уларҙың яҙмыштары оҡшаш була: уның тәүге ире Ғүмәров Ғибатулла Сибәғәт улы «Навил» колхозының рәйесе була, 1938 йылда ҡыҙҙары Рауза тыуа. 1940 йылда ире ауырып мәрхүм булып ҡалғас, Хәбирә үҙ ауылына әйләнеп ҡайта.
1951 йылда Хәмитовтар Мәрәҫкә күсеп килә һәм Хәбирәгә элек йәшәгән өйөндә ҡабаттан йәшәргә тура килә. Ғаиләлә 1945 йыл—Еңеү йылында Хитап улдары тыуа, унан Флүрә, Хатип, Хәләф исемле балалары була. Уландары барыһы ла механизатор һөнәрен һайлап, намыҫ менән ауыл хужалығында эшләй. Ҡыҙҙары Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, ғүмерҙәрен балалар уҡытыуға бағышлай. Хәҙер Хәмитовтарҙың алтмышлап ейән-ейәнсәрҙәре бар. Улар төрлө тармаҡтарҙа илгә тоғро хеҙмәт итә.
Хәбибрахман Хәйрулла улы пенсияға сыҡҡас та тик ятмай, йыш ҡына мәктәп уҡыусылары менән осраша, колхоз партия ойошмаһының актив ағзаһы була. Ауыл халҡы һаман да уның колхоз йыйы-лыштарындағы телмәрҙәрен хәтерләй. Ул тороп баҫып етешһеҙлектәрҙе асып ярыр ине, ғәйеплеләргә, кем булыуына ҡарамаҫтан, елле генә шелтә тәтер ине.
Алдынғы ҡарашлы, илдә барған бөтә сәйәсәтте яҡшы аңлаған коммунист булараҡ күп кенә гәзит-журналдар алдыра, тарихи романдар уҡырға ярата. Үҙенең дә ҙур ғына китапханаһы була. Мерәҫтә Искужин Мөхәмәдйән ағайҙа һәм миндә лә шәхси
китапханалар булды, китаптарҙы бер-беребеҙ менән алышып уҡый торғайныҡ. 1971 йылы әрменән ҡайтҡас, мине Октябрҙың 50 йыллығы исемендәге колхоздың Мерәҫ бригадаһына зоотехник итеп эшкә ебәргәйнеләр. Шул йылдың аҙағында беҙ Хәмитова Флүрә менән ғаилә ҡорҙоҡ.
Ҡайным ҡул эштәренә лә әүәҫ булды, үҙе сана, арба яһап ала торғайны. Ауылда тәүгеләрҙән булып ат арбаһына машина тәгәрмәсен дә ул яраштырҙы. Үҙе матур итеп сбруй текте, уға берәй дуҫы йә туғанының күҙе төшһә, йәлләмәй бүләк итер ине. Ғөмүмән, ат яратты, 60-сы йылдарҙа халыҡҡа ат тоторға рөхсәт ителмәһә лә, инвалид булыу һылтауы менән ҡымыҙ өсөн тип бейәнән өҙөлмәне. Колхоз ырҙыны өсөн ағас көрәктәр эшләп, һепертке бәйләп, фермаға һәнәк һаптары юнып алып барып һолоға, көрпәгә алмаштырып алыр ине.
Совет Хөкүмәте һуғыш ветерандарына төрлө яҡлап ярҙам итер ине. Ауылда Х.Х. Хәмитовҡа тәүге «Запорожец» машинаһын бушлай бирҙеләр. Өфөлә уны юллаған ваҡытта бер ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәл була. Комиссияның бер ағзаһы: «Аяғының культяһы стандарттан биш сантиметрға оҙонораҡ, уға автомобиль тейеш түгел»,—ти. Уға яуап итеп: «Улайһа, әйҙә артыҡ биш сантиметрҙы ошонда уҡ ҡырҡығыҙ, машинаны алмайынса мин был бүлмәнән сыҡмайым»,—тип ныҡышып ултыра бирә Хәбибрахман ҡарт. Уның ажар ҡиәфәтен күреп торған комиссия был ветерандың үҙ һүҙле булыуын аңлап, рөхсәт ҡағыҙын тоттороп сығарырға мәжбүр була. Әйткәндәй, ул шундай өс «Запорожецты» туҙҙырып өлгөрҙө. Шуға бәйле әллә күпме ҡыҙыҡ ваҡиғалар ҙа булды. Тәүҙә машина ҡул менән идара итә торған булғас, гаражының ишегенә һыйа алмай ғазапланды, йөрөргә арыу ғына өйрәнеп алғас, шәп ҡыуыуҙы яратты, хатта боролоштарҙа ла сәғәтенә 80 километрлыҡ тиҙлектә елдерер ине. Бер мәртәбә беҙҙең өлкән улыбыҙ Азатты алып Сибайға яуҙашы Аҡмөхәмәт Килдейәровҡа китте. Хәсән ауылы янында улар милиция капитаны барған машинаны ҡыуып үтә. Теге милиционер ҡыуып етеп, туҡтата ла: “Күҙең ҡайҙа, ҡартлас, күрмәйһеңме ни был машинала мин—капитан китеп барам, ниңә ҡыуып үттең?»—тип һорай икән. Хәбибрахман ауыр ҡул таяғын тотоп алған да: “Һинән, мәхлүктән түгел, беҙ немец фашистарынан да ҡурҡманыҡ!»—тип тегегә ҡаршы бара башлаған. Ә милиционерҙар нимә эшләһен инде, машиналарына ултырғандар ҙа һыпыртҡандар. Был хәлде ишеткәс, беҙ рәхәтләнеп көлдөк.
Хәмитовтың тағы ла бер һоҡландырғыс сифаты булды: ғәиләлә һәр ваҡыт мәрхүм булған туғандарының балалары тәрбиәләнде. Бер туған ағаһының Зәһүрә, Салауат исемле балалары, Иркутск өлкәһенең Черемхово ҡалаһында «кулак» ғаиләһе килене булған Хәмдиә апаһының үгәй ҡыҙы Сәлиха, ҡатынының аталаш ҡустыһы Насип, Рауза ҡыҙының улы Фирғәт был ғаиләлә үҫте. Йылына ике тапҡыр ҡайным йә ат, йә машина менән бар туғандарының хәлен белеп йөрөп сығыр ине. Хатта алыҫ тарафтарҙағы Черемховоға ла 4-5 йыл һайын бара торғайны. Әйткәндәй, 1980 йылдарҙа беҙ ҙә ҡатыным Флүрә менән оло ҡәйнәмдәрҙең хәлен белергә барып ҡайттыҡ. Унда Баймаҡ районынан һөргөнгә ебәрелгәндәр, уларҙың бала-сағалары бер-береһе менән ҡатышып йәшәй ине. Беҙ барғас ҡыуандылар, өйҙән-өйгә ҡунаҡ итеп алып йөрөнөләр, Башҡортостандағы тормош менән ҡыҙыҡһындылар.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары йылда ҙур түҙемһеҙлек менән 9 май—Еңеү көнөн көтөп ала ине, митингыларҙан һуң йәмле мәжлес ҡорҙолар. Йыш ҡына халыҡ һорауы буйынса Хәбибрахман Хәйрулла улы ағас аяҡлы булһа ла гудок булып ҡысҡырып паровоз бейеүен башҡарыр ине. Ул яуҙаштары менән бергә үҙҙәренең көсө менән яулаған тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, тойоп, ҡыуанышып йәшәүҙәре һаман хәтерҙә.
Ирек Бикмәтов,
Башҡортостандың атҡаҙанған
ауыл хужалығы хеҙмәткәре,
крайҙы өйрәнеүсе.