Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
19 Ғинуар 2020, 17:50

Батырлыҡҡа тиң тормош

Ағасҡа ботаҡ һындырыр өсөн генә менгән Рәсих көтмәгәндә бәләгә тарый. Ике метр бейеклектән ҡолап төшөп, билен һындыра. Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ

Борис Полевойҙың “Повесть о настоящем человеке” тигән әҫәре мине уйға һалды. Летчик-истребитель булған Алексей Маресьевтың яҙмышы, ысынлап та, тетрәндерерлек. 1942 йылдың 4 апрелендә, дошмандар самолетын бәреп төшөргәс, ике аяғы ла һына уның. Геройға шул хәлдә ун һигеҙ көн буйына үҙ көнөн үҙенә күрергә тура килә. Ағас ҡайырыһын да, мүген дә, кеҫәртке ташлап киткән ҡойроҡто ла ашап, үҙебеҙҙекеләргә шыуышып килеп етә бит. Бының өсөн күпме рух көсө кәрәк! Унан һуң да бирешмәй герой. Бер йыл буйы госпиталдә ятып, аяғына протез ҡуйҙырғас, ҡайтанан самолеты менән күктәрҙе яулай. Ошо хәлдә Алексей Петровичтың ун немец самолетын юҡ итеүе һис шикһеҙ ҙур батырлыҡ. Ул бит юҡҡа ғына полковник дәрәжәһенә етмәгән дә, бушҡа ғына Советтар Союзы Геройы исемен алмаған.
Был турала юҡҡа ғына яҙмайым мин. Эргәмдә генә йөрөгән Йылайыр районынан Рәсих Таһировты ана шул Алексей Маресьев менән сағыштырыр инем.
Бәлә аяҡ аҫтында ята шул. Рәсих Насырйән улы дауаханала водитель булып эшләй. “Техника ене” ҡағылған уҙаман ғүмер буйы ошо һөнәренә тоғро ҡала. Шулай бер көн медицина хеҙмәткәрҙәре көнөндә коллектив менән ҡырға сығалар. Ағасҡа ботаҡ һындырыр өсөн генә менгән Рәсих көтмәгәндә бәләгә тарый. Ике метр бейеклектән ҡолап төшөп, билен һындыра. Шул мәлдән тормошо икегә бүленә уның: һау-сәләмәт булған йылдары һәм инвалид тормошо.
Реанимацияла бик ауыр хәлдә ятты дуҫыбыҙ. Шул мәл ҡәйнеше Тәлғәт Буранбаев менән төндәрен әйләндереп һалып, массаж эшләй инек. Башҡа аяғына баҫа алмаҫын белгәс, ниҙәр кисереүен үҙе генә беләлер. Күптәр тап шундай ваҡытта көсһөҙлөк күрһәтә. Әммә Рәсих ауырлыҡҡа бирешмәне.
Һабыр ауылында тыуып үҫкән Рәсих тәүҙә совхозда ГАЗ-53, КамАЗ машиналарында йөрөнө. Аҙаҡ Йылайырға күсеп килгәс, оҙаҡ ҡына автобус автопаркында эшләне. Уйлап ҡараһаң, ул бит
автобусында күпме кешенең ғүмерен тейәп йөрөгән.
Рәсих—улдары өсөн өҙөлөп торған хәстәрлекле атай ҙа. Өлкән улы Руслан ярты йылға яҡын Чечняла хеҙмәт итте. Улыҡайы өсөн күпме өҙгөләнде, туҡтауһыҙ доғалар ҡылды ул. Һөйөклө ҡатыны—Әсмәһе лә ут йотто ул мәлдәр-ҙә. Кесе улы Рөстәм Урал Боҫҡоновтың бейеү ансамблендә солист булды. Хәҙер Сибайҙа уҡып та, эшләп тә йөрөй.
Һис ҡасан Рәсихтең балаларының һуҙылып төшөп телевизор ҡарап ят-ҡандарын күргәнем юҡ. Һәр ваҡыт эш менән була улар.
Йорт-тирәһе лә күркәм ғаилә башлығының. Һабыр яғынан Йылайырға инеп килгәндә уң яҡта “Столичный” яланында 4-5 урамдан торған бер ауыл үҫеп сыҡты. Шул ауылда Рәсих ҡустының өйөнә генә “Өлгөлө йорт” тигән исем биргәндәр. Ысынлап та, ишек алдының, кәртә-ҡураһының, өйөнөң бөхтәлегенә иҫең китер. Бар ерҙә тәртип хөкөм һөрә. Хужаның уңған булыуы әллә ҡайҙан беленә.
Тракторы менән Ашҡаҙар, Һабыр ауылдарында йәшәүсе барлыҡ туғандарының бесәнлектәрен дә сабып бирә Рәсих. Яҙын иһә һабан тағып картуф-лыҡ ерҙәрен һөрә. Ҡышын ишек алдын таҙартып сыға.
Күптәр, яҙмыш һынауына дусар ителһә лә, оялып сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең осрашыуҙарына йөрөмәй. Ә Рәсих—инвалидтар ойошмаһы етәксеһе. Зифа Абдулла ҡыҙы Хәсәнованың алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы. Барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Теннис та уйнай, шахмат та. Ҡул көрәшендә лә һынатмай. Өҫтәлендә гел ҡурай һәм ҡумыҙ ята. Тырышып-тырмашып көй сығара, үҙенсә уйнай ул.
Бына инде ике йыл таксила кеше ташый Рәсих Насырйән улы. Көнө буйы машинала йөрөү өсөн дә оло сабырлыҡ, тырышлыҡ кәрәк бит әле. Уның өсөн Өфө, Сибай, Ырымбур юлдары буйлап гиҙеү бер ни түгел. Йылайырҙа уны ғына көтөп торған пассажирҙары күп. Сөнки кешеләргә ҡарата мөләйем һәм алсаҡ Рәсих. Машинаһы ла гел таҙа була.
Рәсихтең шулай тырышып-тырмашып донъя көтөп ятыуын батырлыҡҡа тиңләр инем. Аяҡ-ҡулдары һау-сәләмәт була тороп та, бахырланып урам буйлап теләнселәнеп йөрөгән ир-аттар бар. Уларына ҡарап бигерәк күңел әсей. Икмәк биргәнде лә яратмай, хәмер өсөн ус һоноп һоранып йөрөй бит улар. Бөтә ағзалары теүәл көйөнсә рухи яҡтан һынғандар, үҙҙәрен-үҙҙәре бөлгөнлөккә төшөргән. Шундайҙарға ҡараһаң, Рәсих ҡустының тормошо, ысынлап та, батырлыҡҡа тиңләрлек.
Рәүф Селәүсинов.
Читайте нас: