АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
13 Декабрь 2019, 19:00

Журналист та, блогер ҙа

Блогерлыҡ төшөнсәһе күптән түгел генә барлыҡҡа килһә лә, улар хәҙер ҡәҙимге күбәйеп китте. Араларында ярайһы уҡ кимәлдә танылыу яулап өлгөргәндәре лә бар. Ғөмүмән, кем һуң ул блогер? Журналист менән блогер араһында айырма бармы? Шәүрә менән ошо хаҡта әңгәмә алып барҙыҡ.

Элегерәк бар яңылыҡтарҙы телевизор, йә гәзит-журналдар аша белә инек. Хәҙер инде киң мәғлүмәт сараларынан да етеҙерәк интернет бар. Ҡайҙалыр китеп барғанда осраҡлы ғына күреп ҡалған нәмәң менән шунда уҡ социаль селтәрҙәр аша башҡалар менән бүлешә алаһың. Халыҡтың телевизор текләп, гәзит-журнал уҡып ултырған ваҡыттары артта ҡала бара. Хәҙер кешеләр яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен, йә журналист яҙмаларын уҡып ултырыуға ҡарағанда, социаль селтәрҙәрҙәге төрлө блогерҙарҙың яҙғандарын хуп күрә, шуға өҫтөнлөк бирә.
Блогерлыҡ төшөнсәһе күптән түгел генә барлыҡҡа килһә лә, улар хәҙер ҡәҙимге күбәйеп китте. Араларында ярайһы уҡ кимәлдә танылыу яулап өлгөргәндәре лә бар. Ғөмүмән, кем һуң ул блогер? Журналист менән блогер араһында айырма бармы? Шәүрә менән ошо хаҡта әңгәмә алып барҙыҡ.
Шәүрә Рәмил ҡыҙы Абдуллинаны күптәр йәш шағирә һәм “Бәхетнамә” тапшырыуының алып барыусыһы булараҡ белә. Сабыйы тыуыу сәбәпле, декрет ялына сыҡҡаны бирле ул инстаграм селтәрендә блогер булараҡ та танылыу яулай бара.
“Блогерлыҡ эшен мин аҡса эшләү маҡсаты менән башламаным, минең декрет ялында нимә менәндер шөғөлләнеп, ниндәйҙер файҙа килтергем, халыҡҡа хеҙмәт иткем килде. Үҙем ҡулланған косметика, уҡыған китап, бешергән ризыҡ, ҡараған фильм тураһында яҙыу, файҙалы кәңәштәр туплап, көндәлек форматында блог алып барыу—күңел һалып башҡарған шөғөлөм”,—ти йәш әсә.
Халыҡты блогыңа йәлеп итеү өсөн, уның ҡыҙыҡ булыуы ла мөһим. Сөнки тота килеп берәү ҙә һиңә яҙылмаясаҡ, яҙмаларыңды “лайк”ка күммәйәсәк. Башҡаларҙы блогың ылыҡтырһын өсөн нимәләр эшләргә? Был һорау эшен яңы ғына башлап торған күп блогерҙарҙы ҡыҙыҡһындыралыр. Шәүрәне ярайһы уҡ уңыш ҡаҙанған блогер тип атап була. Сөнки уның инстаграмдағы блогы көндән-көн үҫә бара. Йәш әсә бының сере менән дә бүлешеп үтте:
—Нимәлер яҙыр алдынан үҙ-үҙемә: “Ә был яҙма миңә ҡыҙыҡлы булыр инеме, мин уға үҙем «лайк» ҡуйып, башҡаларға уны таратыр инемме?”–тигән һорау бирәм. Шуға күрә блогерлыҡ халыҡҡа хеҙмәт итеү теләгенән башлана, тип һанайым. Әгәр ҙә яҙмаң үҙеңде ҡыҙыҡтырырлыҡ түгел икән, уны башҡаларға тәҡдим итеп торорға ла кәрәкмәй. Иң мөһиме ихласлыҡ булырға тейеш. Кеше үтә һиҙгер бит ул хәҙер. Яһалмалыҡты шунда уҡ тоя.
Шәүрә һылыу беҙгә блогерҙың журналистан нимәһе менән айырылыуы тураһында ла һөйләп үтте. Уның аң-латыуынса, блогер биргән мәғлүмәте өсөн яуаплылыҡ алмай. Йәғни, ул нимә теләй, шуны яҙа. Социаль селтәрҙәге сәхифәһенә блогер тулыһынса үҙе хужа. “Тегене, йә быны яҙ,”—тип уға берәү ҙә күрһәтмә бирә алмай. Ниндәйҙер теманы күтәргәне өсөн блогерҙы ғәйепләп тә булмай. Йәғни, ул—тулыһынса азат зат. Нисек кенә булмаһын, социаль селтәрҙәрҙә цензура бөтөнләй юҡ кимәлендә. Кем нимә теләй, шуны яҙа, һөйләй. Теләгәне һүгенеп тә ебәрә. Ә журналист иһә барыбер ҙә цензураға бәйле. Уға ауыҙын үлсәп кенә асыу, һәр һүҙен контролдә тотоу зарур. Хәбәрсе яҙғанын ентекле тикшерергә, раҫларға ла тейеш. Шәүрә фекеренсә, журналист блогерҙан фекер йөрөтөү мәҙәниәте менән дә айырыла.
Йәш әсәнең күңеленә журналистика ла, блогерлыҡ та яҡын.
—Миңә блогер булыу шуныһы менән оҡшай: бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ, нисек теләйһең, шулай яҙаһың. Ҡағиҙәләргә буйһонмайһың. Мәҫәлән, миңә Дудь ныҡ оҡшай. Уның интервьюлары ла, сығыштары ла мауыҡтырғыс. Уны халыҡ журналист булараҡ та, блогер булараҡ та белә. Ә минең өсөн ул күберәк блогер,—ти ул.
Шәүрәнең яҙылыусылары ҡасандыр меңгә лә тулмаһа, хәҙер уны ете меңгә яҡын кеше уҡый. Уларҙы икенсе ғаилә-һе тип йөрөтә ул. Сөнки ниндәй генә юл һайлаһа ла, нимә генә эшләһә лә яҙы-лыусылары гел генә Шәүрә яҡлы. Уның һәр башланғысын хуплап сығалар.
Күп кенә блогерҙар өсөн социаль селтәрҙәр аҡса эшләү сараһы булып тора. Үҙ блогында реклама яһап, йөҙәр меңләп кенә түгел, миллионлап аҡса эшләүселәр ҙә бар. Барыһы ла алдыңа ҡуйған маҡсаттарыңдан һәм яҙылыусылар һанынан, уларҙың блогыңа ҡарата ҡыҙыҡһыныу күрһәтеүенән тора. Әммә Шәүрә өсөн блог алып барыу—бары тик күңел талабы. Бының аша аҡса «һуғыуҙы» маҡсат итеп ҡуймай ул. “Инстаграм минең өсөн хобби булып килә. Әгәр ҙә үҙемә маҡсат ҡуйып, ҙур аудитория йыйырға теләһәм, мин уны булдыра алыр инем, бәлки. Күп блогерҙар бер-береһенән реклама һатып ала, йәки ҙур бүләктәр уйната. Минең ундай теләгем юҡ,”—ти мөләйем йәш ҡатын.
Шәүрә кескәй ҡыҙы Асияны тәрбиәләүҙән, блог алып барыуҙан тыш, тыуған көндәргә, байрамдарға шиғырҙар ҙа яҙа. Бәғзе бер шағирҙар заказға ижад итеүҙән баш тарта. Сөнки аҡса өсөн яҙылған нәмә бер нисек тә күңел түренән сыға алмай, тип иҫәпләй улар. Әммә Шәүрә бының бер ниндәй ҙә насарлығын күрмәй. Сөнки ихласлыҡ булмайынса тороп, барыбер шиғыр тыумай. Нисек кенә булмаһын, шиғри юлдар йөрәк ярып сыға. Кемдер үҙенең күңел тойғоларын һиңә ышанып тапшыра, һинең аша яҡынына рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә, йылылыҡ өләшергә теләй икән, бының ни насарлығы булырға мөмкин?! Заказға шиғыр яҙа башлауы хаҡында былай тип һөйләй йәш әсә: “Туйымда ата-әсәйемә шиғри юлдар аша рәхмәт һүҙҙәрен еткергәнемде белгәндәр заказға шиғыр яҙыуымды һорай башланы. Шулай итеп, шиғыр яҙҙырырға теләүселәр сираты көндән-көн арта барҙы. Миңә шиғыр яҙыу бик еңел бирелә. Мәктәптә уҡығанда уҡ күңел талабы менән яҙыша башлаған инем. Ул ваҡытта төп тема мөхәббәт булды, әлбиттә. Хәҙер, йәш өҫтәлә барған һайын, етдирәк мәсьәләләр хаҡында уйланам. Илһам миңә һағындырып, көттөрөп кенә килмәй. Мин уны үҙемә буйһондороп, эйәләштереп алдым, шикелле. Һөйөнөс-борсолоуҙарым, үҙемдең хис-тойғоларым булһынмы ул, йәки башҡаларҙыҡымы, донъялағы ниндәйҙер ваҡиға, күренешме—минең йәнемде тетрәндерә икән, тимәк, шиғыр мотлаҡ тыуасаҡ. Инстаграмда блог алып барыуым ошо өлкәлә клиенттар табырға ла ярҙам итә. Заказ биреүселәрҙең 80 процентын тап блогым ярҙамында табам”.
Декрет ялында ла тынғылыҡ тапмай, әүҙем булып ҡалған Шәүрәгә киләсәктә лә уңыштар теләп ҡалабыҙ. Ижад ҡомарың һис ҡасан һүнмәһен, һүрелмәһен. Яңынан-яңы идеяларыңды тормошҡа ашырып торорға яҙһын. Тормош иптәшең Рушан менән кескәй Асияны тәүфиҡле итеп үҫтерегеҙ.
Нәркәс Алсынбаева