Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
8 Ноябрь 2019, 16:24

«Буранбайҙан булыуым менән бәхетлемен»

«БУРАНБАЙҘАН БУЛЫУЫМ МЕНӘН БӘХЕТЛЕМЕН»“Буранбай ауылына Хоҙай үҙе бер мөғжизә бүләк иткәндер ул, тап ошо ҡөҙрәтле ерҙә таланттар күпләп тыуа”,–тип яҙған академик Әхмәт Сөләймәнов ҡасандыр. Эйе, ысынлап та, был ауылдан бик күп шәхестәр сыҡҡан. Шуларҙың береһе—киң диапазонлы, моңло тауышлы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев. Тиҙҙән ул өр-яңы программаһы менән беҙҙең төбәккә килә. Ошо уңайҙан яҡташыбыҙ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

“Буранбай ауылына Хоҙай үҙе бер мөғжизә бүләк иткәндер ул, тап ошо ҡөҙрәтле ерҙә таланттар күпләп тыуа”,–тип яҙған академик Әхмәт Сөләймәнов ҡасандыр. Эйе, ысынлап та, был ауылдан бик күп шәхестәр сыҡҡан. Шуларҙың береһе—киң диапазонлы, моңло тауышлы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев. Тиҙҙән ул өр-яңы программаһы менән беҙҙең төбәккә килә. Ошо уңайҙан яҡташыбыҙ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
—Марсель, һине белмәгәндәр бик һирәктер, бәлки юҡтыр ҙа, сөнки һин бала саҡтан йырлайһың. Халыҡ алдында үҫтең, тип әйтергә була. Барыбыҙ ҙа һине тәү ҡат “Сулпылар” телевизион каналында күргәйнек, “Бибинур” тип йырлап тороуың һаман да иҫтә. Әле килеп ҙур-ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһайһың. Быйыл ғына Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исемен дә алдың. Шулай ҙа үҙең менән йәнә таныштырып үт әле?
—1985 йылдың 16 сентябрендә Баймаҡ районы Буранбай ауылында тыуғанмын. Ауылыбыҙ тураһында айырым һөйләрлек. Унда әллә күпме талант эйәһе—шағирҙар, йырсылар, ҡурайсылар, бейеүселәр буй еткергән. Әлеге көндә лә талантлы булмаған бер генә ғаилә лә юҡ. Ауылыбыҙҙан 12 профессиональ ҡурайсы сығыуы, 70 ҡурайсының төрлө конкурстарҙа еңеүсе булыуы ла ошо хаҡта һөйләй. Фәннүр менән Фәттәх Аралбаевтар, Иршат менән Азат Ҡарасуриндар, Хәбир Раев, Юнир Һағынбаев, Ғаяз Ғәйетбаев, Нух Ҡотоев кеүек йырсы ауылдаштарым менән ғорурланам. Бөгөн районда, республикала ойошторолған бер бәйге лә буранбайҙарһыҙ үтмәй. Буранбай ауылында тыуып үҫеү—үҙ өлөшө-
мә яҙмыш тарафынан бирелгән ҙур бәхет, тип уйлайым.
Ғаиләлә биш балабыҙ. Иң олоһо мин. Нух ҡустым сәнғәт академияһын-да уҡый. Фәрүәз ҡустым—медицина хеҙмәткәре. Вилдан ҡустым—мәктәп уҡыусыһы. Гөлнара туғаным—тегенсе. Бәләкәйҙән үк йырларға яраттым. Ата-әсәйем һөйләүенсә, мин өс йәштә үк йырлай башлағанмын... Үҫә төшкәс, ауыл, мәктәп данын яҡлап, районда төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға тура килде. Ә һигеҙ йәшемдә тәүге тапҡыр ҙур сәхнәгә аяҡ баҫтым—Башҡорт дәүләт филармонияһында «Сулпылар» телевизион конкурсында ҡатнашып, һеҙ әйткән «Бибинур» йырын йырланым. Бынан һуң ниндәй генә дәрәжәле ярыштарҙа ҡатнашырға тура килмәһен, минең ижади тормошомда «Сулпылар»ҙан да бөйөгөрәк һәм әһәмиәтлерәк ваҡиға юҡ. Тап ошо конкурс артабанғы тормошомдо билдәләне лә инде. Тыуған ауылымда 9-сы класты тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегенә уҡырға индем, аҙаҡтан вокал бүлегенә күстем. 2005 йылда уҡыуымды тамамланым.
14 йәшемдә “Башҡортостан йондоҙсоҡтары” тип аталған республика конкурсында (2000) гран-при яуланым. Училище студенты булған саҡта төбәк-ара профессионалдар араһындағы “Ирәндек моңдары” конкурсында (2004 йыл) гран-при алдым. «Гәлсәр һандуғас» телевизион фестивалендә «Йыл асышы» номинацияһына лайыҡ булдым. Ошо конкурстарҙан һуң йырҙарыма клиптар төшөрөп, телевизорҙан да күрһәтә башланылар. 2010 йылда Хакас республикаһында үткәрелгән «Ут йыры» III халыҡ-ара этник эстрада конкурс-фестиваленән еңеү менән ҡайттым. Халыҡ йырҙарына килгәндә, бала саҡтан уҡ Абдулла Солтанов, Рамаҙан Йәнбәков, Сөләймән Абдуллин, Азамат Тимеровтарҙың яҙмаларын тыңлап, өйрәнә килдем.
—Ә йырға һөйөү кемдән килә?
—Әсәйемдең әсәһе гармунда уйнап, йырлар ине. Атай-әсәйем дә—оҫта йырсылар. Уларҙың һәр береһе ижад юлымда этәргес көс бирҙе.
—Ижад тормошонда ла үҙгәрештәр бар икәнен беләбеҙ…
—Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, 2006 йылда Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Далан» фольклор-эстрада төркөмөндә эш башлаған инем. Аҙаҡ «Ҡарауан» төркөмөнә йырларға саҡыр-ҙылар. Әлеге мәлдә, мин Ришат Төхвәтуллин тәҡдиме буйынса, яңғыҙ баш-ҡарыусы булараҡ сығыш яһарға булдым. Ваҡыт елә, йәш тә үтеп китеп бара. Әгәр хәҙер йөрөмәһәм, аҙаҡ һуң булыуы ихтимал. Үҙ аллы эшләүе яҡшыраҡ, ситлектә түгелһең. Үҙемдең бригадамды тупланым, бер-беребеҙҙе аңлап эшләйбеҙ, иң мөһиме шул. Зилә Лира, Ян Лира, Илнур Һибәтуллин, Ынйы Мансурова менән берлектә төркөм булдырҙыҡ. Коллективыбыҙ берҙәм, ойошҡан. Әйтергә кәрәк, ҡайҙа барһаҡ та, халыҡ ысын күңелдән ҡабул итә.
—Йырсы булараҡ ниндәй темаларҙы яҡын итәһегеҙ?
—Репертуарым бик бай: башҡорт, рус, заманса, татар, итальян, неаполитан халыҡ йырҙары. Үҙешмәкәр композиторҙарҙың йырҙарын күберәк алам, уларҙы халыҡ яратып тыңлай. Хәҙер концерттарыбыҙҙа юморға ла урын бүлдек. Халыҡ менән ябай булырға кәрәк, хәҙер халыҡ ябайлыҡты ярата. Концертты шоу менән генә алдырмаҫҡа, ә матур тауыш, йөкмәткеле программа ла булырға тейеш. Шоу ҙа кәрәк, бәхәсләшмәйем, ләкин зауыҡлы, мәғәнәле йырҙар өҫтөнлөк итергә тейеш. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙ бит милләтебеҙҙе тәрбиәләргә лә бурыслы.
—Шәхси тормошоғоҙ хаҡында бер кәлимә һүҙ?
—Кәләшем Әлиә Әбйәлил районы һылыуы. Арыҫлан исемле ул һәм Элиза исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ.
—Тормошоғоҙҙа иң ҙур бәхет тип нимәне һанайһығыҙ?
—Аллаға шөкөр, яҡындарым иҫән-һау. Кинәнеп ижад итәм, дөрөҫ юлдан барыуыма иманым камил. Яҡындарым, дуҫтарым, ижадымды яратып ҡабул итеүсе тамашасыларым бар. Ошо ҙур бәхет минең өсөн.
—19 ноябрҙә Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә, 21 ноябрҙә Баймаҡ ҡалаһында сығыш яһарға уйлайһығыҙ. Тамашасыларҙы нимә көтә?
—Аҡсаһын, ваҡытын йәлләмәй килгән тамашасының өмөттәрен аҡларға тырышабыҙ. Халыҡҡа күңелле ял минуттары бүләк итәбеҙ.
—Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә һаулыҡ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ. Ә “Туҡтасы, ваҡыт, ашыҡма” тип аталған концерт программаһын күрергә теләүсе тамашасыларҙы оҙаҡҡа һуҙмай билет алырға ашығырға саҡырабыҙ!
Читайте нас: