30 октябрь—сәйәси золом ҡорбандарын хәтерләү көнө. 1920 йылдарҙан алып Башҡортостанда ғына 52 меңдән ашыу кеше репрессияға эләгә. Уларҙың һәр береһенең артында тиҫтәләгән яҡындарының ҡыйратылған яҙмыштары, уларҙың ҡанлы күҙ йәштәре. Бөгөнгө яҙмамды шул кешеләрҙең иҫтәлегенә бағышлайым.
1930 йылдың көҙө. Күсей янындағы Тәпәшәк билән һыртынан һуҡмаҡ буйлап бик ныҡ арыған йәш ҡатын төшөп килә. Муйынына аҫып бәйләгән сабыйын бер ҡулы менән күкрәгенә ҡыҫҡан, икенсе ҡулы менән бәләкәй ҡул арбаһын һөйрәгән. Арба төбөндә таш тирмән һәм бәләкәй төйөнсөк ята, бер мөйөштә 2 йәштәрҙәге ҡыҙы ултыра, 4 йәштәрҙәге малай әсәһенең итәгенә тотоноп атлай, уларҙың артынан 13, 9, 6 йәштәрҙәге өс бала эйәргән.
Был 35 йәшлек йонсоу ҡатын минең Хөсниямал өләсәйем (һүрәттә), ә 6 йәшлек ҡыҙы әсәйем Хәбирә була. Уларҙы ошо хәлдә күргән ауылыбыҙҙың бер олоһо күҙенә йәш алып: “Өләсәйең шул тиклем ыҙаланы бит, эт күрмәгәнде күрҙе”,—тип һөйләгәйне.
Әле күптән түгел Иҫәнбәт ауылының хөрмәтле абыстайы булып, ҡыҙ балаларға һабаҡ биреп ултырған ҡатындың һөйөклө балалары менән ошо хәлдә йөрөүенә илдә башланып торған репрессиялар сәбәпсе була.
1929 йылдың октябрендә беҙҙең яҡтарҙа репрессияларҙың беренсе тулҡыны үтә. Төрлө ауылдарҙан 58 кешене ҡулға алып Өфө төрмәһенә оҙаталар. Уларҙы контрреволюцион
ойошмалар төҙөүҙә ғәйепләйҙәр һәм туҡтауһыҙ һорау алыуҙан һуң, үҙ “ғәйептәрен танырға” мәжбүр итәләр. 1930 йылдың 20 майында 58-се статья буйынса ғәйепләнеүсе 58 кешене тройка иң юғары язаға—атыуға хөкөм итә.
Ошо бәхетһеҙҙәр араһында Иҫәнбәт ауылының муллаһы, беҙҙең 38 йәшлек олатайыбыҙ Туҡтамышев Әхмәтзәки Лотфулла улы ла була. Олатай революцияға тиклем Троицк ҡалаһында “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә белем ала, 1917-1918 йылдарҙа Орск ҡалаһында уҡытыусылар курсында уҡып ҡайтып балаларға белем бирә. Ә 1924 йылдан мәсеттә мулла булып тора, ауылдаштарын доғалар һәм төрлө үләндәр менән дауалай, иген игә, мал аҫрай, балалар үҫтерә. Уҡымышлы, тырыш, эшкә егәрле олатай, бала саҡта бер ҡулы зәғифләнеп ҡалыуға ҡарамаҫтан, хужалыҡ эштәрен үҙе атҡара, хеҙмәтсе тотмай. Ҡулға алынғанда “дело”һынан күренеүенсә, уның 13 аты, 5 һыйыры, 10 баш һарыҡ-кәзәһе, 10 дисәтинә ере булған. Был турала уның “дело”һы менән танышҡан ейәнсәре Рәшиҙә Лотфуллина 1995 йыл-дың 2 ноябрендә “Йәшлек” гәзитендә “Ҡартатайға килдем” тип яҙып сыҡты.
Өләсәй, әлбиттә, иренә ниндәй ҡурҡыныс ғәйептәр тағылғанын белмәй. Тормошобоҙ етеш булғанға, кулак итеп алып киттеләр, тип уйлағандыр. Сөнки бер саҡ ул минән: “Шул ваҡыттар кире килһә, ярты Күсейҙе алып китерҙәр инеме икән?”—тип һораны. Баҡтиһәң, бер көндө күршеләрҙең көтөүгә мал сығарғанын ҡарап ултырған икән.
Олатай әйләнеп ҡайтмай. Ә өләсәй 6 балаһы менән урамда тороп ҡала. Уны ла балалары менән ҡайҙалыр ебәрергә уйлағандар. Өйҙән ҡыуып сығарғас, оҙон арбаға тейәлергә ҡушалар. Ҡайҙан ниндәй фарман килгәндер, көнө буйы арбала ултырып арыған балаларға кискә табан төшөргә ҡушалар, ләкин өйгә лә, аласыҡҡа ла инергә рөхсәт итмәйҙәр. Был турала Рәфҡәт ағайым үҙенең хә-тирәләрендә яҙып ҡалдырған.
Ошо көндән башлап өләсәйҙең тормошо балаларының ғүмерен һаҡлап
алып ҡалыу өсөн туҡтауһыҙ көрәшкә әүерелә. Әлбиттә, ярҙам итергә теләгән кешеләр ҙә була. Ләкин ул ауыр йылдарҙа кем 7 кешене өйөнә индереп йәшәтә йәки көн һайын ашата алһын? Шулай ҙа кемдер йәшәргә үҙенең мунсаһына индерә. Мәҫәлән, Басайҙан Сөләймәнов Садиҡ тигән кеше. Кемдер әҙ-мәҙ ризыҡ менән ярҙам итергә тырыша, ә ҡайһылар “кулак” ҡатынын яҡынлатыуҙан ҡурҡа. Барыһы ла була.
Йәй көнө Ирәндектең емеш-еләге, үләндәре ҡотҡара, ә көҙөн ул балаларын алып Магнит, Сибай яҡтарындағы баҫыуҙарҙа айҙар буйы башаҡ сүпләп йөрөй. 60-70 саҡрым алыҫлыҡтағы ерҙәргә барып сығалар. Йыйған башаҡтарын таш тирмәндән үткәреп балаларына бешереп ашата, төндәрен һалам аҫтарында үткәрәләр.
Шулай бер ваҡыт Сибай яғынан ҡайтып килгәндә ҡар ҡатыш ямғыр яуа башлай. Лысма һыу булып, бик ныҡ өшөйҙәр. Аҡтыҡ көсөн йыйып атлаған әсә: “Балаларым ҡолап ҡына ҡуймаһын, нисек тә Төркмәнгә барып етер кәрәк, эт-ҡошҡа ем булып ятырбыҙ”,—тип уйлай. Көс-хәл менән ауылға барып етеп, иң ситке өйҙөң ишеген ҡаға. Бында бер ҡатын балалары менән йәшәгән була. “Уға ғүмер буйы рәхмәтлемен. Балаларым имен-һау ҡалды. Ҡатынға аят бағышламаған көнөм булманы”,—тип һөйләгәйне өләсәй. Исемен һорашып ултырғайным, шунда уҡ яҙып ҡуймағас, иҫтән сыҡҡан.
Шулай йөрөп балаларын кеше иткән өләсәйем. Өлкәндәре бик иртә эшкә егелә. 9 йәшлек Миҙхәте бәлкәйҙән генә старателдәргә ярҙам итеп йөрөй. 13 йәшлек Хәбибәһе хәлле кешеләргә тамаҡ хаҡына бала ҡараша, өй эштәрендә булыша, өләсәй үҙе ҡул эштәренә оҫта була. 6 йәшлек Хәбирәһен дә Ишбирҙелә берәүҙәргә бала ҡарашырға бирә. Бер аҙҙан хәлен белергә бара ла бик ныҡ йонсоп киткәнен күреп, Басайҙағы бикәсенә алып китә.
—Фатима, ағайыңдың төҫө итеп бер балаһын булһа ла үҫтерешеп бирегеҙ. Бына Хәбирәмде алығыҙ. Хәҙер генә ҡул араһына инергә тора. Һөйләш кейәү менән,—ти.
Шулай итеп, әсәйем үҙҙәренең балалары булмаған апаһы менән еҙнәһе ҡулында тороп ҡала, 10 йыл тирәһе улар менән йәшәп буй еткерә.
Фатима инәйем ғүмере буйы беҙгә икенсе өләсәй булды. Тәүге ире үлгәс, һуғыш алдынан 3 бәләкәй балалары менән тол ҡалған Әхмәтов Хажмөхәмәткә тормошҡа сыға һәм 8 йыл бергә йәшәп ҡала. Ул Күсейҙа беҙгә ҡаршы йортта улы Мусаның ғаиләһе менән йәшәне, беҙгә һәр ваҡыт күҙ-ҡолаҡ булды. Мәктәп йылдарында серҙәш инәйем менән емеш-еләккә күп йөрөнөм. Шул саҡтарҙа уның миңә һөйләгәндәре күп нәмәгә күҙемде асты. Мин уны бик йыш һағынып иҫкә алам, аяттар бағышлайым.
1934 йылда өләсәйем тыуған ауылы Күсейгә ҡайта. Туған-дарының кәңәше буйынса балаларына ҡайныһының исеменә ярашлы Лотфуллиндар фамилияһын бирә.
Мин иҫ белгәндә өләсәй күрше урамда үҙенең йәтеш кенә өйөндә йәшәй ине. Кәртә-ҡураһы, баҡса-һы булды. Мал-тыуар тотманы, ләкин картуф, йәшелсә үҫтерҙе. Беҙ, ике ҡыҙының балалары, өләс менән үҙебеҙҙең өй араһында йүгерешеп йөрөп үҫтек. Ул саҡтарҙа уның ташҡабаҡ ҡушып бешергән бутҡалары, тәмле ыумастары иҫтә ныҡ ҡалған. Ишеге алдында уйнап йөрөгәндә индереп тамағыбыҙҙы туйҙыра торғайны. Ә мәктәп йылдарында эшен эшләргә, ярҙам итергә бара торғайныҡ.
Һуңғараҡ ул ике улында йәшәне, тирә-яҡтағы ейәнсәрҙәренә барып бүлә-бүләсәрҙәрен үҫтерешеп ултырҙы. Олоғайған көнөндә беҙҙең атай-әсәйҙең тәрбиәһендә булды. Тура һүҙле өләсәйебеҙ кемгәлер ярарға тырышып алдашып, ике йөҙлөләнеп ултырманы, ныҡыш, үҙһүҙле булды. Һаулығына зарланманы, үлеренән алдараҡ: “Үҙ ғүмерендә бер төймә дарыу ашаманым, тәнемә энә ҡаҙатманым”—тип ултырҙы. Ләкин ҡайҙа йөрөһә лә, үҙе менән үләндәрен алып йөрөнө, үҙенә үҙе һөлөк ҡуйҙы. Тағы бер ғәҙәте булды: йыш ҡына сәйҙең ҡурғашлы ҡағыҙына ашай торған майҙы һылай ҙа башына һалып, өҫтөнән яулыҡ ябынып ҡуя ине. Бер ваҡыт миңә лә: “Кеше балаларын күп уҡытып, мейең кибеп ҡуймаһын, башыңа май һылап йөрө”,—тине. Мин көлә лә ҡуя инем. Ә бөгөн ғалимдар ҙа шул кәңәште бирә бит.
Үлеренән 2 ай элек, әсәйем аҙыраҡ ял итһен тип, үҙебеҙгә, Сибайға, алып ҡайттым. Шул көндәрҙә башынан үткәндәрҙе һөйләне ул миңә. “Ҡайғыны күп күрҙем, рәнйетеүселәр ҙә әҙ булманы. Барыһын да кисерәм. Хоҙайҙан бер генә нәмә—еңел үлем һорайым”,—тине ул бер көнө. Ошо теләге ҡабул булды: үҙ аяғында йөрөп, төш ваҡытында ярты сынаяҡ сәйен эсеп йән биргән. 1983 йылдың июлендә 88 йәшендә 29 ейән-ейәнсәрен, күп кенә бүлә-бүләсәрен күреп донъя ҡуйҙы тынғыһыҙ өләсәйебеҙ.
Олатай 1989 йылдың 26 апрелен-дә аҡлана. Был турала беҙ райондың “Октябрь байрағы” гәзитенән белдек. 90-сы йылдар башында унда аҡланыусыларҙың исемлеген баҫтыра башлағайнылар.
Атай менән әсәйҙең икеһе генә йәшәгән саҡ. Мин уларға барҙым. Көҙгө артына ҡыҫтырылған гәзитте алып миңә һуҙғанда әсәйемдең ҡулы ҡалтырай ине. Ул көҙгө елдә елпелдәгән ҡоро япраҡты хәтерләтте. Аҡланыусылар исемлеген уҡығас, әсәйемә ҡараным. Бите буйлап эре-эре күҙ йәштәре аға, береһе танау осонда эленеп тора. Ул уларҙы һөртмәй, ҡулдарын тубыҡтарына ҡуйып бер нөктәгә текәлгән. Нисек йыуатырға белмәй, үҙем дә илап ебәреүҙән саҡ тыйылып: “Олатай аҡланып ҡайһылай һәйбәт булды”,—тигән булдым. Әсәйем: “Эйе шул”,—тине. Ул көндәрҙә әсәйемдең башында ниндәй уйҙар ҡайнап, күңелендә ниндәй дауыл ҡупҡанын үҙе генә белде.
Олатайҙың аяныслы яҙмышы балаларының күңелендә ғүмергә уңалмаҫлыҡ яра ҡалдырған. “Атайыбыҙҙың һөйәк кенәһе ҡайҙа ята икән?”—тип борсолдо әсәйемдең туғандары.
60-сы йылдарҙа бәләкәй ауылдарҙа бөтөрөү тураһында һүҙ барғанда Миҙхәт апам: “Атам йортон (йәғни ауылын) ташлап бер ҡайҙа ла китмәйем”,—тип ултырҙы. Һис шикһеҙ, шулай итер ине. Ләкин Иҫәнбәт бөтмәне, киреһенсә төҙөкләнә, ҙурая барҙы. Бөгөн дә унда башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы эшләй, яңы клуб, яңы мәсет бар. 4 йортта бер-береһенә күршеләш булып
апамдың балалары йәшәй. Матур йәшәйҙәр.
Был ерҙәрҙә ҡасандыр Туҡтамышев Әхмәтзәки мулла йәшәгәнен хәтерләтеп торған тағы бер урын бар. Күсей менән Басай араһында юлдан ситтәрәк ағып ятҡан бәләкәй шишмә ул. Элек уны «Зәки мулла ҡоҙоғо» тип йөрөткәндәр, ә хәҙер «Мулла ҡоҙоғо» тиҙәр.
Ошо бай нәҫелде һаҡлап алып ҡалған өләсәйем Лотфуллина Хөсниямал Зекриә ҡыҙының яҡты иҫтәлеге алдында башымды эйәм.
Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны.