Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
4 Октябрь 2019, 17:11

АКТЕР—РОЛДӘРГӘ ТУЙМАҪ ЗАТ

АКТЕР—РОЛДӘРГӘ ТУЙМАҪ ЗАТАп-аҡтан ғына ыҫпай итеп кейенеп йөрөгән ағайҙы күреү менән шунда уҡ уның сәнғәт әһеле булыуын сырамытаһың. Бөтә тормошон биләгән, булмышына һеңгән актерлығы әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Аралаша башлағанда инде уның ни тиклем төплө белемле, тәрән аҡыллы, мәҙәни булыуын аңлайһың. Ихлас көлөүе күңелдәрҙе арбай. Әңгәмә мәлендә ваҡыттың нисек үтеп киткәне лә һиҙелмәй ҡала. Сөнки ул шул тиклем мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы итеп һөйләй. Бөгөнгө геройыбыҙ—Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театры актеры Риф Ғәли улы Сәйфуллин. Ул ҡырҡ тиҫтәнән ашыу ғүмерен театрға бағышлаған.

Ап-аҡтан ғына ыҫпай итеп кейенеп йөрөгән ағайҙы күреү менән шунда уҡ уның сәнғәт әһеле булыуын сырамытаһың. Бөтә тормошон биләгән, булмышына һеңгән актерлығы әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Аралаша башлағанда инде уның ни тиклем төплө белемле, тәрән аҡыллы, мәҙәни булыуын аңлайһың. Ихлас көлөүе күңелдәрҙе арбай. Әңгәмә мәлендә ваҡыттың нисек үтеп киткәне лә һиҙелмәй ҡала. Сөнки ул шул тиклем мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы итеп һөйләй. Бөгөнгө геройыбыҙ—Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театры актеры Риф Ғәли улы Сәйфуллин. Ул ҡырҡ тиҫтәнән ашыу ғүмерен театрға бағышлаған.
—Әңгәмәбеҙҙе ни өсөн театр тигән һорауҙан башлаһаҡ, дөрөҫ булыр.
—Бәләкәйҙән пьесалар, концерттар ҡуйып сәхнәлә йөрөлдө. Әммә актер булам тигән хыял булманы. Сөнки минең өсөн драма артисы тигән төшөнсә бөтөнләй ят. Артист булғас, мотлаҡ йә йырларға, йә бейергә тейеш тип уйлай инем. Унынсыны тамамлаған йылды “Кем булырға теләйһегеҙ?”—тигән анкета үткәреүҙәре хәтерҙә. Шунда хәрби булырға теләк белдерҙем. Сөнки атайым кадр офицеры булды.
Уҡыуҙы тамамлағас, ағайым менән Себер яҡтарына сығып китеп, йыл ярым эшләп ҡайттым. Шунан һуң кире киткем килмәне. Шулай ҙа тағы ярты йыл эшләнем Себерҙә. Ҡайтҡас сәнғәт институты асылыу тураһында ишетеп ҡалдым. Барып ҡарайым әле, бының өсөн бер кем ауыҙыма һуҡмай бит, тип уйланым да тәүәккәлләнем. Эләгеп китеремә лә өмөт юҡ тиерлек. Сөнки сәнғәттән йыраҡ инем. Беренсе генә йыл булғас, сәнғәт институтына конкурс бик ҙур булды. Һынау тоторға тип барғандың тәүге көнөндә үк Олег Ханов менән танышып алдыҡ та, айырылманыҡ. Имтихандарға әҙерләнәбеҙ тип йөрөгән булһаҡ та, күбеһенсә кино ҡарап, ләстит һатып ваҡыт үткәргәнбеҙҙер ул.
Өс имтиханды тапшырғандан һуң, ниндәйҙер ышаныс барлыҡҡа килде, ни өсөн мин актер булмаҫҡа тейеш әле тигән сәм уянды. Бәләкәй саҡтан хыялланмаһам да, артыҡ ауырлыҡһыҙ ғына сәнғәт институты студенты булдым да киттем.
—Ҡасан “йондоҙ” булып уяндығыҙ?
—Аныҡ ҡына ваҡыты юҡтыр инде ул. Институтта беренселәрҙән булдым тип әйтә алмайым. Шулай ҙа академия театрына бөтә курстан беренселәрҙән булып тәҡдим ителдем. Әммә үҙем студенттарға эш бүлеү ваҡытында Сибайға барырға теләк белдерҙем. Сөнки дүртенсе курста уҡ өйләндем, ҡатыным шул ҡалала эшләп йөрөй ине инде. Комиссия ағзалары бер-береһенә ҡарап көлөп кенә ҡуйҙы. Араларында Заһир ағай Исмәғилев үҙе лә булды.
Сибайҙы бары тик артабанғы осош өсөн трамплин ғына булараҡ ҡарай инем дә. Академ сәхнәһендә яңы аяғына баҫҡан быҙау кеүек булғым килмәне. Башта тәжрибә тупларға, үҙемде актер итеп тойорға теләнем. Әммә бер-ике йыл тигәнем ғүмергә булып сыҡты. Барыбер ҙә, ошо ҡаланы йәшәр мөхит иткәнемә үкенмәйем. Минең кеүек күп роль уйнаған актер юҡ. Шулай ҙа үҙемде “йондоҙ” итеп тойоп, танау сөйөп йөрөгәнем булманы. Әлбиттә, ниндәйҙер уңышҡа өлгәшеү, һине таныуҙары күңелгә рәхәтлек бирә. “Йондоҙ” булып китеүемде үҙем дә һиҙмәй ҡалғанмындыр ул .
—Тәүге ролегеҙ хәтерегеҙҙәме?
—1973 йыл театрҙа эш башлағанымда Вәлихан Фәтҡуллин директор ине. Ҡатыным гастролдә йөрөгәс, иптәшең менән бергә администратор булып булһа ла йөрө,
тип ҡуша сығарып ебәрҙе. Ул саҡта труппала дүрт кенә кеше. Шамил Шәғәлиҙең “Буран”ын ҡуялар. Төп ролдә—Хәмзә ағай Ҡурсаев. Себер һунарсыһын уйнағайны ул. Көпө ыштан, быйма, бүрек кейеп, бешеп йөрөгәне хәтерҙә. “Ҡарап йөрө, һин дә уйнаясаҡһың”,—тигән ине миңә. Ысынлап та, күп тә тормай сәхнәгә сығырға тура килде. Ә бына нисек уйнап төшкәнемде хәтерләмәйем.
Әрмегә барып ҡайтҡандан һуң, Фәтхелислам Ғәйнисламович Ғәләүетдинов менән эшләнек. Бик тәжрибәле кеше ине ул. Режиссер менән беренсе эшем “Кем ғәйепле?”пьесаһындағы йәш үҫмер малай Снегерев роле булды. Шул роль менән “Иң яҡшы актер” номинацияһына ла лайыҡ булған инем. Әхтәм Әбүшахманов менән бүлешкән инек уны. Беренсе уңышым һәм күңелемдә уйылып ҡалған ролем шул булғандыр.
Ролдең һәр береһе күңелдә уйылып ҡала инде ул ҡалыуға. 1983 йыл “Һуңғы аҙым”дағы Буслай ролен дә шул тиклем бирелеп уйнаным. Мәскәү һәм урындағы тәнҡитселәр бик юғары баһа бирҙе. Спектаклде тулыһынса иҫләйем. Махсус рәүештә ятламаһам да, партнерҙарҙы аптыратып, һүҙҙәрен әйтеп ултыра торған инем.
—Хыял ғына булып ҡалған ролегеҙ булдымы?
—Актер—ул ролдәргә туймаҫ зат. Күпме генә роль уйнама, хыял ғына булып уйналмай ҡалғандары була. Кеше бит һәр ваҡыт нимәгәлер ынтылырға, хыялланырға тейеш. Бер бейеклекте алһаң, икенсеһен күрәһең. Өлгәшелгән уңышы, уйналған ролдәре менән генә ҡәнәғәт булып ултырған актер ысын актер түгел ул. Үҙ ваҡытында Шекспирҙың классик әҫәрҙәрендәге геройҙарын уйнайһы килгән ине. Мәҫәлән, Гамлет минең өсөн хыял ғына булып ҡалды. Сөнки хәҙер был роль менән йәшем арҡаһында сәхнәгә сығыр мөмкинлегем юҡ.
—Спектаклдең төп уңышы кемдән тора?
—Бөтәһенән дә. Иң тәүҙә драматургтан. Ул герой-ҙың тормошондағы хәлдәрҙе генә түгел, уның психологик торошон да һүрәтләй белергә тейеш. Мәҫәлән, ниндәйҙер геройҙың ҡатынын айырғанын ғына түгел, ни өсөн айырғанын, быға нимәләр булышлыҡ иткәнен, шул ваҡыттағы эске кисерештәрен төплө итеп һүрәтләй алыуы мөһим. Актер үҙ сиратында тулыһынса тормошон ҡалдыра ла, ролгә инеп китә, уның тормошо менән йәшәй башлай. Әйтәйек, мин сәхнә артында Риф Сәйфуллин икән, сәхнәгә менгәс, тулыһынса Буслай булып китергә тейешмен. Автор талантлы булһа, ул бер генә әҫәрҙә әллә нисә тема асасаҡ. Ә режиссер материалды уҡығанда уҡ ҡыҙыҡһындырырлыҡ теманы тотоп ала. Һәм шуны баштан алып аҙаҡҡа тиклем тулыһынса асыу—уның бурысы. Ул актерҙарҙы һайлап алыуҙан тыш, уларға “һөҙөп” алған темаһын һеңдерергә, нимәне асып һалырға теләүен аңлатырға тейеш. Унан тыш режиссерҙың рәссамды ла үҙенә буйһондора алыуы мөһим. Әлбиттә, рәссам да режиссерға яңы идея бирергә мөмкин. Быларҙан тыш, композитор ҙа режиссер менән бер улаҡҡа һыу ҡойорға тейеш. Рифҡәт Исрафилов менән Рим Хәсәнов быға асыҡ миҫал. Улар бергәләшеп бик матур спектаклдәр тыуҙыра ине.
—Сәхнәлә тыуған образ режиссер күҙ алдына килтергәнсә килеп сығамы, әллә актер уны нисек күрә, шулай уйнаймы?
—Актерҙан тора. Режиссер һиңә бары тик эш ҡуша. Быны үҙ заманында “Станиславский алымы” тип атанылар. Әйтәйек, режиссер һиңә анауында ятҡан шартлатҡысты алырға ла, һау-сәләмәт көйө әйләнеп ҡайтырға ҡуша. Бәғзеләр уны ҡулын һоноп, шунда уҡ алырға мөмкин. Ә ҡайһы берәүҙәр алырҙан алда әллә күпме хәрәкәт башҡара. Ундай актер был тишектән инеп, тегенеһенән килеп сыға. Әллә күпме юлдар үтә. Быныһын инде билдәле режиссер Марк Захаров “актер коридоры” тип атаған ине. Был осраҡта актер үҙен аса, мөмкинлектәрен киңәйтә, оҫталығын ҡуллана. Билдәле бер ҡушылған эште генә үтәгән актер робот кеүек ул. Уның бит үҙенең башы булырға тейеш. Актерҙың бар оҫталығы шунан тора.
—Элекке театр хәҙергеһенән айырыламы?
—Беҙ театрға килгәндә унда юғары белемле берәү ҙә юҡ ине тинерлек. Театрҙың төп өлөшө булып туғыҙ кеше торҙо. Ул заманда сәхнәлә пафос булды. Сөнки күбеһенең махсус белеме лә юҡ ине. Беҙҙән ябайлыҡ талап иттеләр. Ул заманда Мәскәү театрҙары сәхнәлә лә көнкүрештә һөйләшкән кеүек һөйләшеүҙе талап итә башланы. Элеккесә хәҙерге ҡайһы бер театрҙарҙа ла академизм, ҡуйылған тауыш менән уйнау хөкөм һөрә. Әммә был—һирәк күренеш.
Хәҙер театр хеҙмәткәрҙәренең эшкә ҡарашы ла ҡырҡа айырыла. Йәштәр эшкә килерҙән алда, ҡыл да ҡыбырлатып ҡарамаған көйөнсә, иң тәүҙә шарт ҡуя. Улар өсөн эш хаҡы беренсе урында. Беҙ ни бер ниндәй шарт ҡуймайынса килеп индек тә, мөкиббән китеп башты күтәрмәйенсә эшкә тотондоҡ. Ул ваҡытта эш хаҡы институтты яңы ғына бөтөп килгәндәргә 85 һум. Ҡулға 70 һумы ғына килеп эләгә. Шулай бер тапҡыр алкаш ролен уйнарға тура килде. Шул мөхиттә йөрөйөм тип сығып, Сибайҙағы эскеселәр туҡмап үлтерә яҙҙы. Сәхнәгә суп араһынан йыйып алынған теткеләнеп бөткән трико, тишкеләнгән свитер һәм табанһыҙ ойоҡ менән сыҡтым. Геройым йоҡлап ята ла, телефон тауышына уянып, тороп һөйләшә башлай. Торам шулай сәхнәлә, уныһы боҙло. Бер ваҡыт аяҡ йәбеште лә ҡуйҙы. Ә миңә ишектә ҡыңғырау тауышы ишетелеү менән китергә кәрәк. Юғиһә, сәхнә өҙөлә. Башҡа сара булмағас, аяғымды тире менән ҡуша айырып алдым.
Машиналарҙа йөрөп туңыуҙар ҙа булды. Берәү ҡайтып мыжыманы. Йәйге гастролдәр етмеш биш көн буйы һуҙыла. Кемдер ғаиләһен айҙар буйы күрмәй. Улар менән район үҙәгендә генә телефон аша һөйләшеп алыу мөмкинлеге була. Был йәһәттән миңә рәхәт булды былай. Ҡатыным да актриса булғас, гел бергә йөрөнөк. Хәҙер йәштәр ун-ун биш көнгә сыға ла, ҙур эш башҡарғандай, арыныҡ тип ҡайтып инә. Уларға ҡайҙалыр икенсе ерҙә ике тапҡырға күберәк эш хаҡы тәҡдим итһәләр, бөгөндән үк китәсәктәр.
—Бөгөнгө актер ниндәй булырға тейеш?
—Иң беренсе һәр яҡлап белемле булыуы мөһим. Сөнки актер төрлө ролдәрҙе башҡара. Уларҙы күҙ алдына килтереү генә түгел, шуның тормошо менән йәшәй белергә лә кәрәк. Ниндәйҙер инженерҙы уйнайым икән, белемем булмаһа, мин уны нисек итеп уйнарға тейеш? Актер уҡымышлы ла булырға тейеш ул. Томас Эдисон әйтеүенсә, даһи—ул 99 процент хеҙмәт һәм бер процент һәләт. Йөрәгеңде генә түгел, башыңды ла, бөтә тәнеңде лә эшкә ҡушаһың. Автор һиңә герой тураһында тулы мәғлүмәт бирмәй. Һәләтле актер нимә яҙылған шуны ғына уйнарға тейеш түгел. Өҫтән-мөҫтән генә бирелгән мәғлүмәтте йәшәйеш, тормош менән үҙең тултыраһың. Сәхнәләге хәлдәр ике көн барырға мөмкин, ҡайһы саҡта әҫәр егерме, илле йыллыҡ ваҡытты үҙ эсенә ала.
—Ғөмүмән, хәҙерге театрҙың киләсәге бармы?
—Уның киләсәге бик аяныслы хәлдә, әлбиттә. Сөнки телевизорҙа “билдән түбән” шаяртыуҙар, сюжеттар менән тулы фильмдар, шоуҙар бик күп. Кешенең аңын шуның менән томалайҙар, иғтибарын ситкә боралар. Сәнғәткә ҡарашын боҙалар, зауығын үҙгәртәләр. Әммә театр һәр ваҡыт булырға тейеш. Уны юғалтырға ярамай. Театр йәшәр тигән өмөттәмен мин. Тик ул шоуҙарҙа күрһәтелгән әшәкелеккә, буш нәмәләргә эйәрергә тейеш түгел. Халыҡ күңелендә яҡшы һәм матур зауыҡ уятыу—беҙҙең төп бурыс. Лайыҡлы театр булдырыу өсөн, яҡшы драматургияның булыуы шарт. Әммә хәҙер-ге көндә төртөп кенә күрһәтерлек драматург юҡ тиерлек. Драматургия бик аҡһай. Флорид Бүләковтың китеүе был өлкәлә оло юғалтыу булды. Наил Ғәйетбаев уҡ
кеүек атылып килеп ингәйне лә драматургияға. Ниңәлер ул да һуңғы ваҡытта тынып ҡалды. Салауат Әбүзәр үҫеп килә килеүгә, әммә киләсәген аныҡ ҡына күҙаллап булмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мостайҙар, Флоридтар йыл һайын тыуып тормай шул. Режиссерҙар ҙа—бөртөклө генә тауар. Хәҙергеләр күбеһенсә театр тәнҡитселәре өсөн эшләй кеүек. Тамашасы өсөн бит ябайлыҡ мөһим. Ҡуйған эшең тамашасының аңына барып етеп, күңеленә үтеп инмәй икән, унан бер ниндәй ҙә фәтеүә юҡ.