Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
21 Июнь 2019, 11:44

109 йәш кенә...

Күптән түгел Рәсәйҙең иң өлкән кешеһе Аппаз Илиев 123 йәшендә вафат булды. Ингуштарҙан Башҡортостан кешеләре ҡалышмай. Мәҫәлән, Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылының иң өлкән кешеһе Fәфирә Латып ҡыҙы Тәңребирҙинаға 109 йәш.

Күп тә түгел, әҙ ҙә түгел, 109 йәш түгел
Күптән түгел Рәсәйҙең иң өлкән кешеһе Аппаз Илиев 123 йәшендә вафат булды. Ингуштарҙан Башҡортостан кешеләре ҡалышмай. Мәҫәлән, Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылының иң өлкән кешеһе Fәфирә Латып ҡыҙы Тәңребирҙинаға 109 йәш.
Уның фамилияһы ла һирәк осрай торғандарҙан—Тәңребирҙина. Был исем-шәриф башҡорттар-ҙың борон Тәңрегә—һауа Аллаһына табынған ваҡыттарҙан киләлер. Халыҡ был исемде меңәр йыллап һаҡлаһа, Fәфирә инәй быуаттан ашыу үҙендә йөрөтә. Бынан 4 йыл элек, Сибай ҡала хакимиәте етәкселеге уны 105 йәше тулыу айҡанлы ҡотлағанда, йөҙ-йәшәр инәй 79 йәшлек ҡыҙы Fәлиә менән йәшәй ине.
—Fәлиә ҡыҙым менән көн итәбеҙ. Нисә йәш булһа ла бала бала булып ҡала икән. Дауаханаға алып барҙым әле үҙен. Ҡараулыһың, ҡыҙың яныңда тиһәләр, кем кемде ҡарай әле тип яуаплайым,—тип йылмайҙы оло йәштәге инәй уны тәбрикләгәндә.
Ул мәлдә оло йәштәге инәй-ҙең ҡыҙынан ысынлап та, етеҙерәк тә, сосораҡ та булыуына күптәр һоҡланды. Әлеге көндә ҡыҙы гүр эйәһе. Fәфирә Латып ҡыҙы, ҡалала 4 стенаға текләп ултырмайым тип, әле тыуған ауы-лында ейән-ейәнсәрҙәре ҡарамағында йәшәй.
Fәфирә Латып ҡыҙының ире Уйылдан Суфиян улы Тәңребирҙин 1915 йылда Әптекәй ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Партияһыҙ, әҙ-мәҙ уҡый, яҙа белгән. Кәүҙәгә урта буйлы, ҡара ҡашлы, аҡ йөҙлө кеше булған. Тәңребирҙиндар 1934 йылда өй-ләнешкән. Бер-бер артлы донъяға ике ҡыҙы тыуғас, ғаилә башлығы армия хеҙмәтенән ҡалып килә. Әммә кисектереүҙәр оҙаҡҡа бармай, 1939 йылда ул әрме сафына алына һәм башта—фин, һуңынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
3-сө Белоруссия фронтында гвардия Ҡыҙыл армеецы булараҡ сирҡаныс ала. 1945 йылдың 24 ғинуарында фронтта күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены менән бүләкләнгән.
Уйылдан Суфиян улының 1941 йылдың 6 ноябрендә Ростов өлкәһе Барило-Крепинский ауылында һәләк булыуы һәм шунда ерләнеүе хаҡында документ оборона министрлығының үҙәк архивында һаҡлана. Шулай итеп, ни ғиллә менәндер, яҡындары уның үлеме тураһында «ҡара ҡағыҙ»ҙы ике тапҡыр ала. Тәүге хәбәр дөрөҫ булмай сыға. Яҡташыбыҙ 1945 йылға тиклем яу яланында батырҙарса дошман менән алыша.1945 йылдың 2 февралендә Бөйөк Еңеүгә 3 ай ғына ҡалғас, Уйылдан Суфиян улының ғүмере өҙөлә. Мәскәүҙе һаҡлауҙа ҡатнашып, Сталинград һуғышын үтеп, Украина, Белоруссия ерҙәрен дошмандарҙан азат иткән яугирҙың дошман менән һуңғы алышы Көнсығыш Пруссия ерендә була. Ул Калининград өлкәһенең Багратион районының Словское ҡасабаһындағы туғандар ҡәберлегенә ерләнгән.
Яугирҙың тол ҡатыны Fәфирә Латып ҡыҙы миллиондарса совет ҡатын-ҡыҙҙары кеүек тылда намыҫлы хеҙмәт итә. Колхозда прицепщица булып эшләй, трактор йөрөтөүгә лә әүәҫ була. Иренән ҡалғас, башҡаса кейәүгә сыҡмай. Fәлиә, Миңсара ҡыҙҙарын ел-ямғыр тигеҙмәй үҫтерә. Кеше араһында кәм-хур булмаһындар тип тырыша әсә. Ике ҡыҙы ла хәҙерге көндә был яҡты донъяла юҡ инде. Уның 6 ейән-ейәнсәренән ике тиҫтәгә яҡын бүлә-бүләсәләре бар.
Fәфирә Латып ҡыҙы оҙаҡ йәшәүенең серен хеҙмәт һөйөү-ҙә, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмауҙа тип аңлата.
Гөлдәр Ҡадаева.
Һүрәттә: Fәфирә инәй (уң яҡта) ҡыҙы Fәлиә менән бынан 4 йыл элек.
Читайте нас: