АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
6 Октябрь 2018, 15:11

Байрамың ҡотло булһын, апай!

«Йәгеҙ, балалар, диванға теҙелеп ултырығыҙ, аяҡтарығыҙға яңы носкиҙарҙы кейегеҙ, һеҙгә сәй эсерергә апайҙар көтә!» Китапхананың ишеген асып инеү менән Рәшиҙә апайҙың сағыу тауышы, фойелағы диванда яңы носкиҙар кейеп маташҡан балалар ҡаршыланы мине. Баймаҡ район китапханаһына ауылдарҙан балалар йыш экскурсияға килә ине: китапхана менән танышалар, яңы китаптар алалар, һуңынан китапханасы апайҙары йылы сәй эсереп оҙата. Былар барыһы ла тәбиғи, беҙҙә яйға һалынған тәртип, ә бына яңы носкиҙар таратыу...быныһы миңә лә яңылыҡ... Балаларҙы оҙатҡас: «Рәшиҙә Кәримовна, был ниндәй акция булды әле»,—тип яйлап ҡына һораша башланым. Ул ғәҙәттәгесә башын сайҡап, ихлас көлөп алды, шунан ҡапыл етдиләнеп: «Шунһыҙ булмай ине шул...»,—тип һөйләп китте.

«Йәгеҙ, балалар, диванға теҙелеп ултырығыҙ, аяҡтарығыҙға яңы носкиҙарҙы кейегеҙ, һеҙгә сәй эсерергә апайҙар көтә!» Китапхананың ишеген асып инеү менән Рәшиҙә апайҙың сағыу тауышы, фойелағы диванда яңы носкиҙар кейеп маташҡан балалар ҡаршыланы мине. Баймаҡ район китапханаһына ауылдарҙан балалар йыш экскурсияға килә ине: китапхана менән танышалар, яңы китаптар алалар, һуңынан китапханасы апайҙары йылы сәй эсереп оҙата. Былар барыһы ла тәбиғи, беҙҙә яйға һалынған тәртип, ә бына яңы носкиҙар таратыу...быныһы миңә лә яңылыҡ... Балаларҙы оҙатҡас: «Рәшиҙә Кәримовна, был ниндәй акция булды әле»,—тип яйлап ҡына һораша башланым. Ул ғәҙәттәгесә башын сайҡап, ихлас көлөп алды, шунан ҡапыл етдиләнеп: «Шунһыҙ булмай ине шул...»,—тип һөйләп китте. Балаларҙың аяҡтары ял итһен тип, аяҡ кейемдәрен систергән икән. Шул саҡ ике малайҙың ойоҡтары ныҡ иҫке, тишек булыуын күргән. Улары оялыуҙан ни эшләргә белмәй икән. Уҡытыусылары аңлатыуынса, был малайҙар—етем балалар, өлкән генә өләсәләре ҡарай булып сыҡҡан. Шул саҡ Рәшиҙә апай йүгереп сығып барыһына ла яңы носкиҙар һатып алған. «Икеһенә генә айырып биреп булмай бит инде, эй ҡыуандылар сабыйҙар»,—тип йылмая ул. Эйе, Рәшиҙә кәрим ҡыҙына ошондай урынлы ғына, кәрәкле эштәр хас. Үҙе һеңлеһенең ике етем ҡалған кескәй генә сабыйҙарын ҡарап үҫтергән кешегә балаларҙың күңеле, йөрәк һыҙланыуҙары, шатлыҡтары таныш. Үтә лә нескә күңелле, мәрхәмәтле апайыбыҙ кешеләрҙең хәлен йөрәге менән аңлай белә.
Бер аҡыл эйәһенең шундай фекере бар: «Тормошоңда осраған һәр кеше осраҡлы түгел—ул уҡытыусы. Кемдер һине көслөрәк булырға, кемде аҡыллыраҡ, кемдер ғәфү итә белергә, кемдер бәхетле булырға, һәр көнгә ҡыуанырға өйрәтә». Рәшиҙә апай ҙа тормош юлында үҙенә осраған һәр кемгә рәхмәтле. Беҙ иһә уның менән таныш булыуыбыҙға ифрат шатбыҙ. Рәшиҙә Кәрим ҡыҙы беҙҙе, китапхана ҡыҙҙарын, мине шәхсән ошо юғары ла әйтелгәндәрҙең барыһына ла өйрәтте.
Р.К.Һөйәрғолова менән Баймаҡ районының архив бүлеген етәкләгән сағында таныштым. үҙенең тынғыһыҙлығы, һәр эште еренә еткереп үтәүе, талапсанлығы, бигерәк тә ихласлығы мине үҙенә тартты. Райондың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәне, күп эштәрҙең башында торҙо. Район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын етәк-ләргә батырсылыҡ итеүем Рәшиҙә апай һәм уның кеүек ихлас кешеләрҙең ярҙамы, аҡыллы кәңәштәре арҡаһында булды. Ҡатын-ҡыҙҙар советының әүҙем эшмәкәрлегенә архив бүлегенең һәр ауыл хакимиәте менән тығыҙ бәйләнештә булыуы ярҙам итте. «Райондың ҡатын-ҡыҙҙар советында эшләгәндә ысын әхирәттәр таптым, иң сағыу ҡатын-ҡыҙҙар ме-нән таныштым,—тип хәтерләй Рәшиҙә Кәрим ҡыҙы.—Муллаҡайҙан Разия Хәсәнова, Йомаштан Мәрйәм Раева, Ишмөхәмәттән Зәйтүнә Әхмәтова, Ишмырҙанан Гөлсөм Нурдәүләтова, Ҡараталдан Миңһылыу Зөлҡәрнәева, Баймаҡтан Мәҡсүдә Нәбиуллина, Гүзәл Ниғәмәтова, Ленира Хисмәтуллина, Аҡморондан Альбина Тимерова, Әбделкәримдән Алһыу Дауытова һ.б. хәтерҙән сыҡмай».
Ул йылдарҙа архив бүлегендә заманса техника ла юҡ, ябай баҫма машинка, ә Рәшиҙә апайҙа ниндәй генә мәғлүмәт юҡ, барыһын да ныҡышмалы хеҙмәт менән туплай ул. Юғары хеҙмәт наградалары менән бүләкләнеүселәр, афған, чечен һуғышы ветерандары, Герой әсәләр, золом ҡорбандары һ.б. Исемлектәргә ингән кешеләр тураһында белешмәләр туплау, төрлө сараларға саҡырыу, хәл белешеүҙәр...
Рәшиҙә Кәрим ҡыҙы тураһында мәҡәлә яҙырға булғас, оҙаҡ йылдар район Советында етәксе булып эшләгән абруйлы Кирәй-мәргән Кәйекбирҙинға мөрәжәғәт иттем.
—Район, ауыл хакимиәттәре эшмәкәрлегендә Совет хеҙмәткәрҙәренең роле ифрат ҙур ине. Улар районда үткән һәр сарала иң әүҙем ойоштороусы булды, халыҡ менән етәкселек араһында күпер ролен үтәне. Һайлаумы, һабантуймы, ураҡ йыйыумы, һәр ерҙә уларҙың тырыш хеҙмәте һөҙөмтә бирҙе. Рәшиҙә Кәрим ҡыҙы абруйлы, ныҡышмал булыуы, һәр эште еренә еткереп үтәүе менән хәтерҙә ҡалды. Беҙ уның менән урындарға сығып документтарҙы дөрөҫ тултырыу буйынса күп методик ярҙамдар ойошторҙоҡ. Телефон аша түгел, туранан-тура осрашыуҙар уға хас ҡылыҡ,—ти К.Кәйекбирҙин.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Рәшиҙә апай беҙгә китапханаға эшкә килде. Баймаҡ район китапханаһының крайҙы өйрәнеү бүлеген етәкләне ул. Эшкә тотонғас та, китапханалағы «Атайсал, тип янған йөрәктәр» клубының эшмәкәрлегенә яңы һулыш , яңы дәрт бирҙе. Бө-йөк Ватан һуғышы ветераны Вара Бәшәр улы Буранбаев етәкләгән клубтың алыштырғыһыҙ сәркәтибенә әйләнде. Ул йылдарҙа үткә-релгән мәҙәни сараларҙы һанап китһәң, хайран ҡалырлыҡ. Аҡһа-ҡалдар һәм ағинәйҙәрҙең иң сағыу, иң мәртәбәле эшләү дәүере ошо йылдарға тап килә. Иң арҙаҡлы, абруйлы район тарихын яҡшы белгән, киләсәккә битараф булмаған мәҙәни кешеләр ошо клубҡа берләшеп, күпме изге эштәр эшләне. Исемдәрен һанап китеү үҙе бер ҡыуаныс: сәсәниә, мәғрифәтсе Гөлнур Лоҡманова, абруйлы аҡһаҡалдарыбыҙ Әмир Сәйғәфәров, Вара Буранбаев, Әхиәр Исхаҡов, Рауил Бүкәнбаев, Ирек Сәйфетдинов, журналист Тәфтизан Ушанов, тарихсылар Ирек Хөсәйенов, яҙыусы мәғрифәтсе Рамаҙан Үтәғолов, Азамат Тажетдинов, әүҙем йәмәғәтселәр Сәфәрғәли Салихов, Шәһит Йәноҙаҡов. Ветеран уҡытыусылар Шәрифә Fәббәс ҡыҙы һәм Зарифа Аҙнағолова, рухлы Миңниса Юнысова, оҫта ойоштороусы Рауил Йәнсурин. Илһөйәрҙәр Сәлимйән Вәлиев, Мөхтәр Монасипов һәм башҡалар. Райондың һәр ауылында тиерлек ойошторолған был клуб ҙур йәмғиәт ойошмаһына әйләнде. Бик күп изге башланғыстарға нигеҙ һалды. Ә уйлаһаң һәр бер сара артында күпме эҙләнеүҙәр, осрашыуҙар, етәкселәрҙе, урындағы халыҡты йәлеп итеү, ойоштороу мәшәҡәттәре тора. Крайҙы өйрәнеү бүлегенең ҙур эшмәкәрлегенең тағы бер мөһим хеҙмәте булып яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен барлау, улар тураһында мәғлүмәт туплап картотекалар, альбомдар төҙөү торҙо. Китапхананың методик бүлегенң уңған ҡыҙҙары менән берлектә ҙур ғына күләмле библиографик мәғлүмәттәр йыйналды. Был материалдар бер нисә библиографик йыйынтыҡҡа һәм райондың энциклопедияһын төҙөүгә нигеҙ булды.
Рәшиҙә Кәрим ҡыҙының хеҙмәт биографияһына, эшсәнлегенә байҡау яһайым да шундай уйға киләм. Уны тормош һынауҙары, хеҙмәт шулай сыныҡтырған. Бөйөк Ватан һуғышынан 23 йәшендә генә икенсе группа инвалиды булып ҡайтҡан атаһының бәләкәстән иң ҙур ышанысы, ишле ғаиләлә баш бала булыуы Рәшиҙә апайҙы тиҙ өлкәнәйткән.
Баймаҡ районында оҙаҡ йылдар етәксе булып эшләгән Әмир Зәкир улы Сәйғәфәров Рәшиҙә апай тураһынла ошолай тип иҫкә ала: «Рәшиҙәне тыуған ауылында йәш комсомол секретары булып эшләгән сағынан беләм. Бик тырыш, егәрле, аҡыллы. Хөрмәт итәм. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, үҙен яҡ-шы хеҙмәткәр, әүҙем шәхес итеп танытты. Юғары партия мәктәбен тамамланы, етәксе булып совет органдарында эшләне, һәр саҡ кешеләргә ихтирамлы, иғтибарлы булды».
Бөгөн 70-се көҙөн ҡаршы алғанда Рәшиҙә апай ғаиләһе менән терәкле, бәхетле. Яратып үҫтергән ике улының тиҙерәк ғаиләле булып, ейән-ейәнсәрҙәр бүләк итеүҙәрен көтә, улдарының бәхетле булыуҙарына ышана, өмөт итә.
Доңъяны ышаныс һәм мөхәббәт йәшәтә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр, бит. Урау-урау юлдар һәм йылдар аша бер-береһен тапҡан Рәшиҙә апай менән Хәбир еҙнәй ғаиләлә мөхәббәткә сорналып йәшәй. Тыуғандарына, дуҫтарына, яҡындарына оло терәк, ярҙамсылдар. Һәр сәғәттәң, һәр миҙгелдең ҡабатланмаҫын белеп, аңлап тулы тормош менән йә-шәргә тырыша улар. Үҙҙәре йә-шәгән йорт подъезының ҡалала «Иң яҡшы»һы тип танытыу өсөн тырышыуҙары, халыҡты ойоштороуҙары, ҡалала үткән һәр мәҙәни байрамдарҙа, дуҫтарының тормош сараларында ҡатнашыуҙары, республиканың тарихи урындарына сәйәхәт итеүҙәре... Һоҡланырлыҡ шул!
Шағир Роберт Миннуллиндың шиғыр юлдары бары уларға бағышланған кеүек:
«Һин миңә бик кәрәк, йәнем,
Һыу кеүек, һауа кеүек!
Янымда һинең булыуың
Миңә бер дауа кеүек!»
Береңә-берең һыу, һауа кеүек кәрәк булыу—үҙе бер мөғжизәлер, бигерәк тә, өлкән йәштә.
Мәҡәләмдең төп геройы Рәшиҙә Кәрим ҡыҙы алтын көҙҙә тыуған. Йәйҙең, яҙҙың, ҡыштың бөтә төҫтәрен, тәмен, байлығын, хистәрен бергә йыйған көҙ айы уның характерына, бар булмышына тупланған кеүек. Уның тормош юлы ла яҡты ла, хисле лә, әрнеүле лә, моңло ла. Үрнәк алырлыҡ, һоҡланырлыҡ. Бәхетең ғүмерле, ғүмерең бәхетле булһын, Апай!
Луиза Дәүләтшина,
китапхана ветераны.
Баймаҡ ҡалаһы.