Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
20 Сентябрь 2018, 07:39

Журналист—һәр яҡлап талант эйәһе

Миләүшә Ҡаһарманова журналистика өлкәһендә йәш иҫәпләнһә лә исеме гәзит-журнал уҡыусыларына яҡшы таныш. Журналистың көнүҙәк темаларға яҙылған мәҡәләләрен, һүрәтләмәләрен, ғибрәтле лә фәһемле лә яҙмыштарҙы сағылдырған очерктарын район, республика баҫмаларында даими уҡып барырға мөмкин. Миләүшәнең һөнәри йөҙөн ҡылыҡһырлағанда шуны әйтер инем: ҡәләм осонан төшкән һәр нимәһе, күләмлеме ул, әллә бәләкәй генә яңылыҡмы—әллә ҡайҙан «Мин Миләүшәнеке!» тип ҡысҡырып тора. Яҙғандары уҡымлы, мауыҡтырғыс, фәлсәфәүи, һәр саҡ көн ҡаҙағына һуға, бер уҡый башлаһаң айырылырмын тимә, һәм иң мөһиме, хәтерҙә ҡала, уйландыра, хисләндерә, хатта әйтер инем, аҡылландыра ла.

Журналист—һәр яҡлап талант эйәһе
Миләүшә Ҡаһарманова журналистика өлкәһендә йәш иҫәпләнһә лә исеме гәзит-журнал уҡыусыларына яҡшы таныш. Журналистың көнүҙәк темаларға яҙылған мәҡәләләрен, һүрәтләмәләрен, ғибрәтле лә фәһемле лә яҙмыштарҙы сағылдырған очерктарын район, республика баҫмаларында даими уҡып барырға мөмкин. Миләүшәнең һөнәри йөҙөн ҡылыҡһырлағанда шуны әйтер инем: ҡәләм осонан төшкән һәр нимәһе, күләмлеме ул, әллә бәләкәй генә яңылыҡмы—әллә ҡайҙан «Мин Миләүшәнеке!» тип ҡысҡырып тора. Яҙғандары уҡымлы, мауыҡтырғыс, фәлсәфәүи, һәр саҡ көн ҡаҙағына һуға, бер уҡый башлаһаң айырылырмын тимә, һәм иң мөһиме, хәтерҙә ҡала, уйландыра, хисләндерә, хатта әйтер инем, аҡылландыра ла.
Яңыраҡ уны Башҡортостан яҙыусылар Берлегенә ҡабул иттеләр, шағирә һәм прозаик булараҡ. Ул быға саҡлы ла лирик шиғырҙары, уҡымлы хикәйәләре менән әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш ине. Тос, сифатлы, халыҡсан телле яҙыусыны ла әҙәбиәт һөйөүселәр үҙ итеп ҡаршы алды. Үҙ тиеүем, ул һис ҡасан ялҡытмай, бер әйткәнен ҡабатлап йонсотмаусы ижадсы.
Һәм һуңғыһы—Миләүшә шәп сценарист. Уның яҙған бихисап сценарийҙары сәхнә түрен биҙәй, бай йөкмәткеле булыуы менән һоҡландыра.
Бына ошо, Мостай ағай әйтмешләй, «үҙе урған, үҙе һуҡҡан комбайн», йәғни Миләүшә Ҡаһарманова менән ойошторолған ҡыҙыҡлы әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.
—Һәр бер журналист әҙәби әҫәр яҙып ҡарай һәм яҙыусыларҙың күптәре журналистар. Был ике хеҙмәттең ниндәй уртаҡлыҡтары бар йәки быларҙың икеһе лә һәр бер журналисҡа йәки яҙыусыға мөмкин булған эшме, нисек уйлайһың?
—Журналистика менән әҙәбиәт икеһе ике донъя, минеңсә, һәм һәр бер журналист яҙыусы була алмай. Әлбиттә, әҫәр ижад итеү хилаф түгел, һәр кем көсөн һынап ҡарарға хоҡуҡлы, әммә был һәләткә мәҡәлә яҙыу йәки тәжрибә туплау аша килеп булмай. Килергә лә була ул, улай иткәндәр күп тә. Тик бындай әҫәрҙәр яһалма һәм публицистик стилгә ҡоролған булып сыға.
Яҙыусыларҙың да барыһы ла журналист була алмай. Быны уның яҙмаларынан уҡ күрергә, аңғарырға була. Хатта тәүге һорауынан уҡ алдыңдағы әңгәмәсеңдең ысын журналистмы-түгелме икәнлеген төшөнөү мөмкин. Журналистикаға юғары белем генә өйрәтмәй, был һөнәргә лә эске талаптар, холоҡ һыҙаттары, аң кимәле кәрәк. Тап ошо сифаттар бер журналисты икенсеһенән айыра ла инде.
Әҙәби әҫәр стиле менән публицистика стиле бер түгел һәм был айырмалыҡты аңлай, тота белеү зарур. Әҫәргә тартым мәҡәлә матбуғатты, мәҡәлә сиктәрендәге әҫәр китапты биҙәмәйәсәк. Әммә был нескәлектәрҙе үҙҙәре тоймаған авторҙарға ошо төшөнсәләрҙе аңлатыу ауыр йәки бөтөнләй мөмкин түгел.
—Журналисты уҡымлы иткән иң беренсе һыҙаттар ниндәй булырға мөмкин?
—Төрлө яҡлап үҫешкән шәхес журналистика йәки башҡа өлкәләрҙә лә ҡыҙыҡлы була алалыр. Көнкүреш табағында ғына ҡайнаған, тар даирәле, китап уҡымаған, тарихты белмәгән, психология, философия нигеҙҙәрен аңламаған журналист уҡыусыһын нимә менән йәлеп итә алһын? Әңгәмәсеһенә һорау бирерҙән алда, хәбәрсе яуапты үҙе белергә тейеш. Ул әңгәмәсене шул теманы асыуға, фекерләүгә, уйланыуға, фаразлауға йүнәлтә алырға бурыслы. Йәғни, һөйләшеүҙә алып барыусы ролен үтәргә. Күп осраҡта мәҡәләләрҙә аныҡ һорау һәм аныҡ яуап ҡына, ә журналист фекере, аналитика, һығымта тигән нәмәләр юҡ. Был хәбәрсенең үҙ һөнәренең маҡсатын һәм бурыстарын аңлап етмәүенән киләлер.
—Һине күп кенә ҡәләмдәштәр ҙә, уҡыусы ла хикәйәсе тип билдәләй. Ысынлап та хикәйәләрең оҫта сыға. М.Ҡашғари исемендәге төрки телле яҙыусылар араһындағы бәйгелә икенсе урынды яулауың да быға дәлил булып тора. Нисек үҙеңә был жанр, оҡшаймы, еңел яҙыламы?
—Был әлегә ҡулымдан килгән һәм минең өсөн иң аңлайышлы булған жанр. Прозаға ла мин тап хикәйәләр аша килдем. Әҫәрҙе ҡапыл, үтә хисләнеп ултырып яҙғанлыҡтан, моғайын был ярһыулыҡ шул хикәйә оҙонлоғона ғына етәлер, тип уйлайым. Сөнки уны нисек башлаған булһам, шул ҡыҙыулыҡта ике-өс сәғәттә тамамлап, йомғаҡлап һалам. Хатта ҡабатлап редакторлай ҙа, уҡый ҙа алмайым. Был тәртипкә әле өйрәнәһе бар.
Повестар ауырыраҡ бирелә. Әммә уларҙың системаһын да үҙләштереү өҫтөндәмен. Әле булған повестарымдың төҙөлөшөндәге хаталарҙы, эшләп еткерелмәгән урындарҙы уҡый-уҡый аңғара барам.
Хикәйә жанрында лирика кәрәк. Шиғри тел бәләкәй әҫәрҙе һутлы, татлы итә, минеңсә. Шиғыр яҙыуымды ла ошо юҫыҡта булышлыҡ итеүгә үҫтерәм. Маҡсат шағирә булып китеүҙә түгел, ә телде шымартыуҙа, йомшартыуҙа, хислерәк, һығылмалыраҡ итеүҙә.
—Матбуғат баҫмаларының, китаптарҙың, ғөмүмән ҡағыҙ яҙмаларҙың көндәре һынаулы тигәнгә нисек ҡарайһың?
—Мин икенсерәк ҡарашта. Ҡағыҙҙан уҡылғандың кешегә ниндәй йоғонто яһағанын беҙ үҙебеҙ ҙә беләбеҙ, уны ентекле итеп психологтар ҙа аңлата, фәнни рәүештә лә дәлилләйҙәр. Миҫал өсөн генә алғанда ла, ни өсөн бөгөн рекламаны ҡағыҙҙарҙа тараталар? Әллә ниндәй баҫмалар менән почта йәшниктәре тулып китә, урамда, сауҙа үҙәктәрендә мөйөш һайын листовкалар һуҙып торалар. Кәрәкле мәғлүмәтен кеше интернеттан да ҡарай ала бит? Юҡ, ҡағыҙҙа таратыу мотлаҡ. Сөнки ул кешегә күпкә көслөрәк тәьҫир итә. Беҙ был хаҡта уйланмайбыҙ ҙа кеүек, ә барыбер мәғлүмәтте ҡабул итәбеҙ. Тимәк, беҙҙең аң ҡағыҙҙа яҙылғанға мохтаж.
Бөгөн баҫмалар яҙмышы ауыр ваҡыттар кисерһә лә, ул юғалмаясаҡ. Кеше ерҙә йәшәгән дәүерҙә китап та, гәзит тә, журналдар ҙа үҙ функцияһын үтәүҙән туҡталмаясаҡ. Ә инде уларҙың ниндәйҙәрен йәшәтергә һәм ниндәйҙәрен юйып ташларға икәнде заман һәм уҡыусы үҙе хәл итер.
—Журналистиканың нимәһе йәлеп итә һине? Һәм ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш ысын журналист?
—Ысынында был хеҙмәттең миңә бөтә нәмәһе лә үҙ. Бына, яратҡан кешене ни өсөн яратҡаныңды белмәйһең һәм хатта ул хаҡта уйламайһың да бит, мин дә лә шулай. Уҡытыусы һөнәрен үҙләштереп, хеҙмәт юлымды уҡытыусы булып башлаһам да, мәктәп тормошона ылыға алманым. Студент саҡтарҙа уҡ редакцияларҙа эшләп йөрөгәс, күңел шунда тартып тик торҙо. Ярай әле был хәлемде ваҡытында аңлап ҡалдым һәм йүнәлешемде үҙгәртеп өлгөрҙөм. Ошоға тиклем үкенгәнем булманы әле, Аллаға шөкөр. Һөнәрҙе һайлай белеү, яратҡан эшеңде таба алыу—ул йәр һайлауға тиң төшөнсәлер. Юғиһә, йән тартмаған урынға көн һайын йөрөп ҡара һин! Ә бит ундайҙар ҙа аҙ түгел. Был тәңгәлдә мин бәхетлемендер, тип уйлайым. Яратам эшемде. Ниндәйҙер мәҡәлә яҙыр йәки кемдер менән һөйләшер алдынан мәғлүмәт туплап, фекер төйнәп алыуҙан уҡ бер ләззәт тоя башлайым. Яҙасаҡ темама тәрәнерәк сумырға, аңларға, һөйләшәсәк кешемә ҡыҙыҡлы әңгәмәсе булырға тырышам. Журналист бит ул һорау алыусы ғына түгел, ә тыңлай белеү һәләтенә лә, психолог нескәлектәренә лә эйә булырға тейешле. Йыуата ла, әүрәтә лә, ҡыҙыҡтыра ла, ҡанатландыра ла алһын ул. Ниндәйҙер кимәлдә хатта әңгәмәсеһен аҡылына, белем даирәһенә, һөйләүенә, интеллектына ғашиҡ итә, арбай алһын. Бының өсөн үҙ өҫтөңдә көн дә эшләү бурыс. Мәҫәлән, әңгәмәсең алдында ниндәй кейемдә ултырыуың да мөһим. Журналист ҡырылған джинсала һәм һуҙылған свитерҙа ла була ала, тип уйлағандар яңылыша. Журналистың ҡупшы кейемдә, ҡараулы ҡиәфәттә булып, үҙен интеллигентлы тота белеүе уның да, ул эшләгән баҫманың да дәрәжәһен тота. Был беренсе һынау булһа, икенсе һынау инде уның һорауҙарҙы дөрөҫ бирә белеүе. Һорауҙар—улар әңгәмәсегә журналистың аҡыл кимәлен күрһәтеүсе сигналдар. Бирелгән һорауҙарға ҡарап әңгәмәсе лә был журналистҡа асылырғамы-юҡмы икәнлекте хәл итә. Ҡыҫҡаса итеп һүрәтләгәндә—ошолар. Һәм миңә кеше менән аралашыуҙағы бөтөн ошо нескәлектәр, уларҙы тойоу һәм кисереү оҡшай. Яуап биргәндә, аралашҡанда әңгәмәсемдең күҙ ҡарашын да, ниндәй урындарҙа пауза алыуын, ҡул хәрәкәттәрен, мимикаларын күҙәтеүсәнмен. Былар ҙа уның хаҡында күп нәмә һөйләй ала. Унан инде материал яҙғанда һин бөтөн шул күҙәтеүҙәреңдән бер образ булдыраһың. Был үҙенә күрә шундай эмоциональ-ижади, фәнни-тикшеренеү, психо-педагогик хеҙмәт ул.
—Үҙеңә журналистика яҡыныраҡмы әллә яҙыусылыҡмы?
— Икеһе лә яҡын. Был ике шөғөл дә минең донъямды тулыраҡ, камилыраҡ итә. Журналист күҙәтеүҙәрем, тәжрибәм булмаһа, әҫәрҙәремдәге сюжеттар төрлөлөгө лә наҡыҫыраҡ булыр ине, тип уйлайым. Шул уҡ ваҡытта яҙыу һәләтем булмаһа, «шунда шул үтте, бында был үтте» тигән сиктәрҙәге мәғлүмәт биреүсе генә булып ҡалыр инем.
—«Киске Өфө»ләге диалогтарың уҡыусыны йәлеп итә. Күберәк ниндәй темаларҙы яҡтыртаһың? Fөмүмән, журналист ниндәй темаға ла яҙа алырға бурыслымы?
—Теләһә ниндәй теманы ла ҡыҙыҡлы итеп бирергә була. Бер үк темаға төрлө күҙлектән ҡарарға, төрлө юҫыҡта баһаларға, фәлсәфәүи мәғәнәләргә һалырға мөмкин. Был беҙҙең фантазиянан тора. Ә атап әйткәндә, тарихи темаларҙы яратам. Эҙләнеүгә, тикшеренеүгә ҡоролған темалар йәлеп итә. Архивтарҙа эшләгән, ниндәйҙер яңылыҡтар асҡан, үҙҙәренең фекере булған тарихсыларҙы эҙләп кенә йөрөйөм. Үкенескә ҡаршы, улар бик аҙ. Унан ҡала психология өлкәһе иғтибарымды йәлеп итә. Кешенең башҡарған эшен дә, ҡылған ҡы-лығын да, әйткән һүҙен дә аңлау өсөн уның психологик торошон өйрәнергә кәрәк, тип иҫәпләйем мин. Был бик ҙур белем ул.
Тағы ла аҡыллы, белемле кешеләр менән диалогтар ҡороу оҡшай. Уларҙың эшен һынап сығыу йәки мәҙхиә яҙыу түгел, ә төрлө донъяуи һәм рухи төшөнсәләргә ҡарата уйҙарын сисеү, уларҙы уҡыусыға аңлайышлы итеп еткереү.
Тәрбиәүи роль уйнауға, милли рухты үҫтереүгә, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе нығытыуға ҡоролған темаларҙы яҡтыртыу иһә ҡыҙыҡлы һәм ҡыҙыҡһыҙ баһаһында ла түгел, уларҙы яҙыуҙы журналистик бурысым, тип һанайым.
Ә инде һорауға әйләнеп ҡайтҡанда, журналист ниндәй теманы ла яҙа алырға бурыслы. Шуның өсөн ул һәр ваҡыт уҡыу, өйрәнеү, күҙәтеү өҫтөндә булырға, шәхси үҫешен туҡтатмаҫҡа тейеш. Ә инде журналисҡа ниндәйҙер теманы яҙырға бурыс йөкмәткән мөхәррир хеҙмәткәренең мөмкинлектәрен һәм һәләтен самалай белергә тейештер. Эйе, уға ҡушырға ла мөмкин. Әммә ул был теманы аса аламы-юҡмы—уныһы икенсе мәсьәлә.
Читайте нас: