Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
23 Август 2018, 14:06

Нәҫеленең абруйлы ир-уҙаманы

Үҙ эшенә мөкиббән киткән, шәжәрәһе менән етди ҡыҙыҡһынған һәм өйрәнгән, ғаиләһен, туғандарын ҡурсалап, хәстәрләп йәшәгән ир-егеттәр беҙҙә оло ихтирам, ғорурлыҡ тойғоһо уята. 42 йыл ғүмерен һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бағышлаған Наил Мәүләмбирҙе улы Торомтаев күптән инде замандаштары һәм коллегалары араһында ҙур абруй ҡаҙанған. Үҙенең йәшәү рәүеше, башҡарған эштәре, ҡылған изгелектәре менән башҡаларға үрнәк булырлыҡ ир-уҙаманы менән ҡорған әңгәмәне гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итмәксебеҙ.

Үҙ эшенә мөкиббән киткән, шәжәрәһе менән етди ҡыҙыҡһынған һәм өйрәнгән, ғаиләһен, туғандарын ҡурсалап, хәстәрләп йәшәгән ир-егеттәр беҙҙә оло ихтирам, ғорурлыҡ тойғоһо уята. 42 йыл ғүмерен һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бағышлаған Наил Мәүләмбирҙе улы Торомтаев күптән инде замандаштары һәм коллегалары араһында ҙур абруй ҡаҙанған. Үҙенең йәшәү рәүеше, башҡарған эштәре, ҡылған изгелектәре менән башҡаларға үрнәк булырлыҡ ир-уҙаманы менән ҡорған әңгәмәне гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итмәксебеҙ.
—Наил Мәүләмбирҙе улы, күңелегеҙгә яҡын булған тыуған төйәгегеҙ, бала сағығыҙ хаҡында һөйләп китһәгеҙ ине?
—Мин Хәйбулла районының Утарбай ауылында Мәүләмбирҙе һәм Fәйшә Торомтаевтарҙың ишле ғаиләһендә ун икенсе бала булып донъяға килдем. 3 малай һәм 8 ҡыҙ араһында үҫкәс бала саҡтан ағай-апайҙарыма эйәреп эшкә өйрәндем. Әсәй менән атай беҙҙе матур тәрбиәләне. 1954 йылда әсәйемә Герой-әсә исеме бирелде. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең ауылды перспективаһыҙ ауылдар рәтенә индерҙеләр. 1964 йылда беҙ ғаиләбеҙ менән Ивановкаға күсеп сыҡтыҡ. Әммә нәҫелебеҙҙең тыуған төйәге булған Утарбайҙы бер ҡасан да онотҡаныбыҙ юҡ. 1998 йылда бөткән ауыл урынында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үткәрҙек. Элекке мәсет урынына стела ҡуйҙыҡ, зыяратты кәртәләнек. 2006 йылда Торомтайҙар нәҫеленең шәжәрә байрамын уҙғарҙыҡ.
—Нәҫел-ырыуығыҙҙың тарихы, оло ғорурлыҡ һәм ихтирам менән ҡараған нәҫелдәштәрегеҙ тураһында ни әйтерһегеҙ?
—Ауылыбыҙға ҡартатайымдың ҡартатаһы Утарбай Торомтаев нигеҙ һалған. Ул 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашып, «1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡаны өсөн» һәм «Парижды алғаны өсөн» миҙалдары менән наградланған. 25 йыл хеҙмәт итеп ҡайтып Утарбай ауылына нигеҙ һалған. Үҙ аҡсаһына мәсет, мәҙрәсә төҙөткән. Уның өлкән улы Бәҙамша Аҡтүбәлә дини һабаҡ ал-ғандан һуң мәсеттә эшләгән, мәҙ-рәсәлә уҡытҡан. Уның улы Fәбделәхәт Троицк мәҙрәсәһендә Зәйнулла Рәсүлов ҡулында уҡыған. Уның улы Мәүләмбирҙе—минең атайым, Орскиҙа белем алған. Ул бик иманлы кеше ине. 1990 йылдан ауылда мулла булып йөрөнө. Хәҙер ике туған Факил ағайым Ивановка мәсетенең имам-хатибы. Иң өлкән апайым Әсмә Усманова районда ғына түгел, ә республикала билдәле сәсәниә ине.
—Һеҙ бик кәрәкле һәм изге һөнәр һайлағанһығыҙ, күпме кешенең сәләмәтлеген нығытҡанһығыҙ һәм ғүмерен һаҡлап ҡалғанһығыҙ. Эшегеҙҙән ҡәнәғәтһегеҙме?
—1-се кластан 4-се класҡа тиклем Утарбай мәктәбендә, уҡытыусыбыҙ Сабира Сабирйән ҡыҙы һабаҡ бирҙе. Артабан Ивановҡа мәктәбендә уҡыным. 1970 йылда уны тамамлап Өфө медицина институтына уҡырға индем. 10-сы класты бөткәндә атайым пенсияға сыҡҡайны. Атайҙың да, әсәйҙең дә сәләмәтлектәре ҡаҡшай башлаған ине. Шуны уйлап та табип һөнәрен һайланым. Ә апай-ағайҙарым—уҡытыусы, бухгалтерҙар.
Имтихандарҙы гел 5-ле билдәләренә биреп, «Дауалау эше» факультетына уҡырға индем. 4-се, 5-се курстарҙа Өфө дауаханаларында фельдшер, медицина хеҙмәткәре булып эшләп тә йөрөнөм. Шуға күрә эш башлағанда миңә еңелгә тура килде. Баш ҡаланың 13-сө дауаханаһында интернатура үттем. Шунда эшкә ҡалырға өгөтләгәйнеләр, мин ата-әсәйҙе ҡарарға кәрәк тип ауылға ҡайттым.
—Тимәк, хеҙмәт юлын үҙегеҙҙең ауыл дауаханаһында башлағанһығыҙ?
—Эйе, ауылда табип юҡ ине. Шулай итеп, 1977 йылдың 1 авгусынан табип амбулаторийына баш табип итеп тәғәйенләнеләр. Бер юлы терапевт та булдым, хужалыҡ эштәрен дә алып барырға тура килде. 1980 йылда бында участка дауаханаһы сафҡа индерелде. Уны төҙөүгә Ленин исемендәге колхоз рәйесе И.Г.Новиков ҙур көс һалды. 35 урынға иҫәпләнгән дауаханаға Ивановка, Михайловка, Аҡташ, Пугачево, Байғусҡар, Бүребай, Урғаҙа ауылдарынан килеп дауалана торғайнылар. Хатта күрше Йылайыр районы ауылдарынан медицина ярҙамы һорап килерҙәр ине. Таҙа, иркен, бөтә уңайлыҡтары булған медицина учреждениеһы районда иң яҡшыһы тип һаналды. Татыу коллективта 25 кеше эшләнек. Дауаханала рентген, стоматология кабинеттары, лаборатория, 5 урынлыҡ бала табыу бүлеге булды. Тағы ла бер терапевт һәм педиатр эшкә килде. Үҙемә килгәндә инде, эшемде шул хәтлем яраттым, күңел һалып эшләһәң эштең бер ауырлығы ла һиҙелмәй бит ул. 25 йыл дауамында Ивановка дауаханаһында баш табип, терапевт булып хеҙмәт итеүемде хөкүмәтебеҙ ҙур баһаланы. 2002 йылда миңә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы исеме бирелде. Әлбиттә, бының өсөн мин оҙаҡ йылдар бергә аңлашып эшләгән коллегаларыма рәхмәтлемен. Сөнки бында уларҙың да өлөшө бар. 2004 йылда Аҡъяр ра-йон дауаханаһына дауалау буйынса баш табип урынбаҫары итеп күсер-ҙеләр. 2009 йылдан участка терапевты булып эшләйем. Үҙ ғүмеремдә Ивановка ауыл Советына—6, район Советына 3 тапҡыр депутат итеп һайландым. Шулай итеп, эштә лә, йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәргә тура килде. Хәйбулла район хакимиәте, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан бирелгән бихисап Почет грамоталары ошолар хаҡында һөйләй. Эштән саҡ ҡына бушаған ваҡыт булһа, спортзалға волейбол уйнарға бара торғайным. Тәбиғәт ҡосағында балыҡ тотоу ҙа минең яратҡан шөғөлдәремдең береһе һанала.
—Fаиләгеҙ менән яҡындан таныштырып үтһәгеҙ ине?
—Ҡатыным Зилә Fәйзулла ҡыҙы бар ғүмерен һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бағышлаған кеше. Бәхетемә күрә, 1980 йылда Сибай медицина училищеһын тамамлаған Бүребай ҡыҙы Зиләне беҙҙең Ивановка дауаханаһына акушерка итеп эшкә ебәрҙеләр. Тыныс холоҡло, һәйбәт кенә ҡыҙ шунда уҡ минең күңелемде арбаны. Бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң өйләнештек. Беҙ 13 йыл ата-әсәйемдәр менән бергәләшеп матур йәшәнек. Ҡыҙыбыҙ Наилә менән улыбыҙ Таһир ҡартатаһы, ҡартәсәһе тәрбиәһендә үҫте, тиһәк тә була. Сөнки беҙ көн оҙонона эштә инек. Әммә беҙ был донъяға мәңгелеккә килмәгәнбеҙ. 1993 йылдың йәйендә атайымды, көҙөндә әсәйемде юғалттыҡ. Ауылда йәшәгән ике ағай һәм апайым менән бергә татыу, бер-беребеҙгә ярҙамлашып йәшәнек.
Ҡатыным Зилә әле лә район дауаханаһының ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында акушерка булып эшләй. Быйыл беҙҙең бергә йәшәүебеҙгә 37 йыл тула.
—Балаларығыҙ араһында һеҙҙең юлды һайлаусылар бармы?
—Бала саҡтан дауахана тормошон күреп үҫкән Наилә ҡыҙыбыҙ, мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инде. Әле ул Сибай үҙәк дауаханаһының неврология бүлеген етәкләй. Кейәүебеҙ Илназар-стоматолог. Уларҙың ғаиләһендә ике ҡыҙ бала үҫә. Зөлхизә менән Нурия үҫкәс табип булабыҙ тип хыяланналар. Беҙ иһә табиптар династияһын дауам итеүселәр буласаҡ тип ҡыуанабыҙ. Таһир улыбыҙ Өфө нефть-техник университетын бөтөп, баш ҡалала инженер булып эшләй. Киленебеҙ Ләйсән дә табип. Ул Республика балалар дауаханаһында табип-анестезиолог-ревматолог. Улар беҙгә Сәлимә һәм Баязит исемле ейән-ейәнсәр бүләк итеп һөйөндөрҙө. Аллаға шөкөр, балаларыбыҙ ҙа үҙ-ара татыу, аңлашып йәшәйҙәр, тырышып эшләйҙәр һәм матур итеп донъя көтәләр. Ата-әсә өсөн ошонан олораҡ бәхет юҡтыр ул.
—Наил Мәүләмбирҙе улы, йәнле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Fаилә именлеге, бар эштәрегеҙҙең дә уң булыуын теләп ҡалабыҙ.
Әңгәмәне Альбина Ҡоҙашева ҡорҙо.