Ташланған нигеҙҙәр, ситкә киткән ир-егеттәр, кендектәре киҫелгән ергә бер ҡайтып урамағандарҙы күрһәм, улар хаҡында ишетһәм, йәнем әрней. Шул саҡ тыуған еренең тоғро улы булған ауылыбыҙ аҡһаҡалы күҙ алдына баҫа.
Бәхет эҙләп түгел, нужа мәжбүр итә уны үҙ ауылынан китергә. Етемлектең електәргә үтеп әрнетеүе, етмәһә һуғыштан һуңғы ауыр йылдар, нисек тә булһа тәндәге йәнде һаҡлап, яуҙа ҡалған бар туғандары хаҡына йәшәү өмөт итеп, кескәй ҡарындашын алып 2-се Этҡол ауылына—апаһы янына китә. Әле үҫмерлеккә яңы баҫҡан малай, тыуып үҫкән Һәмән ауылына кире ҡайтырына ышанып, күҙ йәштәре аша хушлаша.
Һүҙем Боҫҡонов Вәлиулла Fәтиәтулла улы хаҡында. Иркәләнеп үҫергә насип булмай уға. Ун дүрт йәшлек малай ғына көйө Ҡуяндар ауылының малдарын көтөргә яллана. Күңелендә йөрөткән тыуған яҡтары, күҙ күреме ерҙән күгәреп күренгән Ирәндек һырттары үҙенә тарта. Егәрле малай егет ҡорона тулып «Урал» колхозында малсы булып эшен дауам итә. Өйләнеп, күңелен ни тиклем донья хәстәре, эш менән баҫырға тырышмаһын, ялтыр башлы Бешә тауын, суҡ ҡайынлы Аҡтүшен, тулы һыулы Таулы йылғаһын, татлы Ҡаран шишмәһен алмаштыра алмаҫын аңлай. Fүмер буйы һағынып һарғайырын төҫмөрләп, тыуған яғына ҡайтырға юлға сыға ул 10 йыл ситтә булғандан һуң. Тик атай нигеҙе лә, хатта һыңар бағанаһы ла юҡ ҡаҡ сағыл ҡаршы ала уны. Бөтөрөнмәй, ауылдаштарының киң күңеллелеге ҡотҡара. Эш эшләгәнгә ҡарышамы ни? Ватан алдындағы бурысын да, ғаилә һағын да тоғро атҡарып сыға ул. Урындағы «Һәүәнәк» совхозының алмаштырғыһыҙ мал ҡараусыһы булып таныла. Элек мәктәптәрҙә уҡыу буйынса әллә ни алдыра алмаған уҡыусыларҙы фермаға шефлыҡҡа йүнәлтә инеләр. Тап Вәлиулла ҡулында тәрбиәләнгән өйрәнсектең һөнәрсеһе хаҡында әйткәне уның төп ҡылығын аса кеүек: «Вәли апа (диалект. Атайҙан оло ир кешегә әйтәләр—ред.) мине эшкә генә өйрәтте, ә урлашырға түгел»,—тине. Эйе, хөсөт, ялағайланыу, алдашыу һәм урлашыу уға хас сифаттар түгел. Балаларынан да шуны талап итте. Маҡсат ҡуйып, хыялланып йәшәгеҙ тигәненә шаһит булғаным бар. Әкиәттәгеләй ете ул, бер ҡыҙ үҫкән нигеҙ, һис шапыртыуһыҙ, ҡотло-ырыҫлы. Һәр улына нигеҙ ҡалҡытышҡан, һәр ҡайһыныһы менән зиннәтле аҡылын бүлешкән ил ағаһы 87 йәшкә етһә лә, йәштәрсә (ә бәлки уларҙан да арттырып) тормошҡа позитив ҡарашы, фекере менән хайран ҡалдыра. Ир-егет бурысы ағас ултыртыу, өй һалыу, ул үҫтереүҙе әйтәләр. Ә мин үҙ илеңден улы булыу өсөн атай нигеҙенә тоғролоҡто ла атар инем. Ни фәтеүә һуң , ҡайҙалыр ул үҫтереп, ағас шаулатып, нигеҙ тотоуыңда, әгәр кендек ҡаның тамған нигеҙеңде яттар алһа йә ул етемһерәп ултырһа?! Был осраҡта Вәлиулла Fәтиәтулла улын үрнәк итеп ҡуйыр инем. Тыуып үҫкән тупраҡтың әреме лә бал һымаҡ. Быны ул аңлаған, ғәзиз төйәгенән ситтә йәшәүҙе һис өнәмә-гән. Әле килеп абруйлы ил ағаһына бәхетле миҙгелдәр генә теләргә ҡала.
Әле ташланған нигеҙҙәр, ситкә киткән ир-егеттәр, кендектәре киҫелгән ергә бер ҡайтып урамағандарҙы күрһәм, йәнем әрней. Шул саҡ бала сағым күҙ алдына баҫа. Бәләкәй саҡта тәҙрәнең кескәй өлгөһөнән күрше Әбелхәйер олатайҙың ҡоймаһына беркетелгән сыйырсыҡ ояһын күҙәтергә яраттым. Ҡышын ояны «үҙләштергән» турғайҙарҙы яҙын ҡайтып пыр туҙҙырып сығарған сыйырсыҡ ҡәнәғәт тауыш менән тирә-йүнде йәмләй. Тиҙҙән Әбелхәйер апам да, ҡойма ла ергә ятты. Яҙын ҡайтҡан теге таныш сыйырсыҡ ояһын тапмай моңланды...
Кешеләр ҙә атай-әсәй юҡҡа һылтанып тыуған яҡҡа юлды тутыҡтыра, ҡоштарҙан айырмалы бит Кешенең бөтә мөмкинлеге бар, йыбанма ғына. Ситтә солтан булып та...
Баймаҡ районы Һәмән ауылы.