Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
6 Август 2018, 08:31

Тау эшенә арналған ғүмер

Ҡәһәрле һуғыш ялҡыны ялмап үтмәгән бер генә булһа ла ғаилә бармы икән беҙҙең илдә? Юҡтыр. Бөткөһөҙ ҡайғы, хәсрәт алып килгән ул һуғыш хәҙер ҙә, етмеш йылдан ашыу йыл үтһә лә, күптәрҙең йөрәген бөгөн дә өтөп-өтөп ала.

Ҡәһәрле һуғыш ялҡыны ялмап үтмәгән бер генә булһа ла ғаилә бармы икән беҙҙең илдә? Юҡтыр. Бөткөһөҙ ҡайғы, хәсрәт алып килгән ул һуғыш хәҙер ҙә, етмеш йылдан ашыу йыл үтһә лә, күптәрҙең йөрәген бөгөн дә өтөп-өтөп ала.
Әбейһаҙ руднигында йәшәгән Сәхәүитдин менән Шәһәрбаныу Дәүләтшиндарҙың ғаиләһендә дүрт бала үҫә. Немец беҙҙең илгә баҫып ингәс рудникта забойщик булып эшләп йөрөгән Сәхәүҙе лә һуғышҡа алалар. Мәктәптә техничка булып эшләгән Шәһәрбаныу, яңғыҙ булһа ла, балаларын башҡаларҙыҡынан кәм-хур булмаһын, ас булмаһын тип тәрбиәләргә тырыша. Әсәһенең ҡырҡҡа ярылырҙай булып көнө-төнө эштән бушамағанын күргән 12 йәшлек Радик, әсәһенең ай-вайына ҡарамай, ҡаҙаҡтарға көтөүсе ярҙамсыһы булып яллана. Шулай бер йәй үтеп тә китә. Әсәһенә, бәләкәс ҡустыһына артабан да ярҙам итеү теләге менән янған Радик төплөрәк урынға эшкә төшөргә хыяллана. Уйлай-уйлай ҙа Түбә руднигына эш һорап барырға ҡарар итә. Ҙурыраҡ булып күренер өсөн конторға аяғын ослап барып инә. Эшкә эләгеп киткәс, ҡыуанысының сиге булмай.
Ул осорҙа рудникка ток биреп тороусы локомотив торф, утын яғып эшләгән була. Радиктың бер үҙенә ике ат тотторалар ҙа торф ташырға ҡушып ҡуялар. Ул ҡырҡылған торфты саналарға тейәп тейешле урынға алып барып бушатырға тейеш була. Ололарҙан ҡалышмаҫ өсөн быуындары ла нығынмаған үҫмергә бик ныҡ тырышырға тура килә. «Сатлама һыуыҡтарҙа һаҙлыҡта йөрөп лырҡ һыу булған быймаларым үтәнән-үтә туңа торғайны. Аяғым әрнеп һыҙлай башлаһа ат менән санамды әйләнеп йүгергән булам. Өйгә ҡайтҡас быймамды сисә алмай ыҙалайым. Әсәйем мәрхүмә туң быймамды янып ятҡан мейес ауыҙына тотоп йылытып алғас ҡына аяғымдан ҙур ҡыйынлыҡ менән һурып ала торғайны»,—тип хәтерләй ул йылдарҙы хеҙмәт ветераны.
Атаһы Сәхәүитдин һуғыштан 1946 йылда әйләнеп ҡайта.
Тырыш, эшһөйәр үҫмер смена начальнигы Абрар Аҡсабаев менән механик Зәки Шәһиевтың күҙенә салынып ҡала. Улар уны яйлап техникаға йәлеп итә башлайҙар. Тәүҙә насостарҙы хеҙмәтләндерә, аҙаҡ энергия биреүсе станцияға слесарь итеп ҡуялар. Станцияла ниндәй ваҡ-төйәк эш бар, барыһы ла Радиктың иңенә төшә. Шуға, уны яратып, «участка малайы» тип атап йөрөтәләр.
Германияла үткән өс йыллыҡ армия хеҙмәте осоронда ул илебеҙҙең, социалистик лагерҙың именлеген һаҡлауҙан тыш бөхтә, ваҡсыл немецтарҙың тормошон да күҙәтеп йөрөй. Уларҙың егәрлелегенә, тилберлелегенә, ерҙең һәр квадрат метрын үҙ файҙаларына оҫта файҙалана белеүҙәренә һоҡланып бөтә алмай. «Ошо эшһөйәр, тырыш кешеләрҙең ярты донъяны баҫып алып, шул тиклем ҡаза килтереүенә аптырап та ҡуя инем ҡайһы саҡта»,—тип хәтерләй хәҙер Радик ағай. Армиянан ҡайтҡас егет үҙен тәрбиәләп үҫтергән, һөнәргә өйрәткән хеҙмәт коллективына тоғро ҡала—яратып өлгөргән руднигына эшкә ҡайта. Ҡайҙа ҡушһалар, шунда тырышып эшләй: алтын йыуа, ҡулына балта алып шахта өсөн нығытмалар (крепь) әҙерләй, шахтала забойщик була... Ярты ғүмерен геологоразведкаға—шахта ысулы менән алтын, көмөш, баҡыр эҙләү эшенә арнай. Оҙаҡ йылдар проходчиктар бригадаһын етәкләй. Фотографиялар, почет грамоталары, маҡтау ҡағыҙҙары, төрлө йылдарҙа сыҡҡан гәзит-журналдарҙа баҫылған мәҡәләләр менән шығырым тулы ҡалын папканы аҡтарып хәҙер сәсенә сал төшкән хөрмәтле ветерандың бөтә тормош юлын, профессиональ үҫеш юлдарын бөтә нескәлеге менән күҙ алдына килтерергә мөмкин.
Бына Сәнкемдә төшкән фотолар. Радик ағай оҙон буйлы, ҡап-ҡара бөҙрә сәсле егет кенә әле. Бына Көнсығыш Семеновскиҙа, Ыуарашта, Түбәҡайында төшкәндәре... Түбә руднигының сәнәғәт разведкаһы эшләп киткән бөтә ятҡылыҡтарҙа ла Радик Сәхәү улының эҙе ҡалған.
Радик ағай һәр ваҡыт йәштәргә үрнәк булды. Шулай булмай, мәктәпте яңы тамамлап йәки әрме хеҙмәтенән һуң разведкаға эшкә килергә баҙнат иткән һәр егет тигәндәй эшһөйәр, талапсан, шул уҡ ваҡытта ғәҙел дә Радик ағайҙың «хеҙмәт мәктәбен»үтте бит. Уларҙың күбеһе ғүмерҙәре буйына геологияға тоғро ҡалды, ҡайһылары, вуз тамамлап, ҙур кешеләр булып китте.
Аҙналар буйы ҡырҙа ятып эшләһә лә Радик ағай рудниктың, Баймаҡ ҡалаһының йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнашты. Ул күп йылдар коммунистар партияһының район комитетында бюро ағзаһы булып торҙо, ун биш йыл (өс саҡырылышта) Башҡорт АССР-ы Верховный судының халыҡ заседателе булып эшләне.
Fүмерлек тормош юлдашы Вазифа еңгәй менән улар ҡарағайҙай өс егет тәрбиәләп үҫтерҙе. Ейәнсәрҙәре лә юғары белем алып тормошта үҙ юлдарын тапты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош ҡыуаныс-шатлыҡтарҙан ғына тормай шул. 1982 йылда 34 йәшендә, үҙе менән бергә Сәнкемдә шартлатыусы булып эшләп йөрөгән бәләкәс ҡустыһы Шәфҡәт аммонитҡа шартлап үлеп ҡала. 1995 йылда «Шөғөр» шәхси предприятиеһында тракторсы булып йөрөгән кесе улы Наил бергә эшләгән иптәшен ҡотҡарам тип фажиғәле рәүештә вафат була. Үткән йыл ҡапыл ғына ауырып Ишембайҙа йәшәгән өлкән улдары Рәмил дә яҡты донъя менән хушлашып ҡуйҙы.
Уртансы улдары Фәнил оҙаҡ йылдар Башҡортостан шахта идаралығында геолог булып эшләне. Хәҙер, хаҡлы ялда булһа ла, Түбәҡайында яратҡан эшен дауам итә.
Дәүләтшиндарҙың йәшеллеккә төрөнгән ыҡсым ғына йыйнаҡ өйҙәре алыҫтан күҙгә сағылып ултыра. Тынғыһыҙ Радик Сәхәүитдин улы бер минут тыныс ултыра алмай. Шәхси йортта йәшәгәс, эше лә табылып ҡына тора: йә кәртә ҡыйшайып бара, йә түтәл эшләргә, ҡыярҙарға һыу ҡойорға, йә ишек алдын һеперергә, бе- рәй ергә ҡаҙау ҡатырға кәрәк була. «Эшһеҙ нәмә ҡарап ултыраһың?! Бөтә ҡыуанысым шул»,—ти Радик ағай һаулығы шәп-тән булмаһа ла таш вата торған сүкеште тотоп өйрәнгән ҡулдарының һаман да тыңлауына ҡыуанып.
Читайте нас: