Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
18 Июль 2018, 17:20

Балта оҫтаһы

Иҙелбаев Миңнәхәт Fариф улын тыуған ауылында ғына түгел, яҡын тирәлә лә белмәгән кеше бик һирәктер. Һикһәнен түңәрәкләп, туҡһанын ваҡлай башлаған олатай бөтә ғүмерен урман эшенә бағышлаған. Үҙе менән бергә туҙа башлаған хеҙмәт кенәгәһендә лә, һуғыш осорондағы бер нисә яҙманы иҫкә алмағанда, тик бер генә яҙыу: Баймаҡ урман хужалығының Ишбирҙе участкаһы.

Иҙелбаев Миңнәхәт Fариф улын тыуған ауылында ғына түгел, яҡын тирәлә лә белмәгән кеше бик һирәктер. Һикһәнен түңәрәкләп, туҡһанын ваҡлай башлаған олатай бөтә ғүмерен урман эшенә бағышлаған. Үҙе менән бергә туҙа башлаған хеҙмәт кенәгәһендә лә, һуғыш осорондағы бер нисә яҙманы иҫкә алмағанда, тик бер генә яҙыу: Баймаҡ урман хужалығының Ишбирҙе участкаһы.
Баймаҡ районы кешеһе булмаһам да мин дә иҫләй биреп ҡалам: Баймаҡ урман хужалығы беҙҙең яҡ өсөн бик ҙур эш урыны булды. Ваҡытында Йылым, Крепостной Йылайыр, Бөрйән Йылға, Шүлкә, Ишбирҙе участкалары гөрләп эшләп торҙо.
Был ауылдарҙа йәшәгән халыҡтың тормошо колхоз ауылдарыныҡынан әллә ни айырылып тормағандыр тип уйламайым, шулай ҙа улар бит беҙгә, «колхоз балаларына» ятыраҡ һөнәр—урман эше менән шөғөлләнгән кешеләр. Ул эште белеп етәбеҙме икән? Миңнәхәт ағай тураһында яҙырға булғас ошоларҙы уйлап ултырҙым да уның Өфөлә йәшәгән ҡыҙы, «Киске Өфө» гәзите хеҙмәткәре Фәүзиәгә шылтыратмай булдыра алманым.
«Ауылда мәктәп булһа ла, күрше ҡыҙға эйәреп, ун бер генә йәшемдә Баймаҡ интернатына уҡырға киттем. Баймаҡ менән ауыл араһын йыш тапарға тура килә ине. Сит ауыл кешеләре ҡайҙан, кем ҡыҙы тип һорайҙар. Шул саҡ мин: «Миңнәхәт ағайҙың ҡыҙы»,—тип яуаплайым икән. Юлдаштарым көлөп ебәрә лә: «Ә-ә-ә, Ишбирҙеләге оҫ-таның ҡыҙымы ни?»—тип, атайымдың хәлен һорашып, сәләмдәрен күндереп ебәрерҙәр ине. Шунан мотлаҡ: «Йомошом да бар, бер барып сығам әле»,—тип тә өҫтәйҙәр. Был ниәттәренең үҙ ғилләһе бар: атайым тирә-йүнгә билдәле балта оҫтаһы булды. Кемдәр өсөн һәм ниҙәр генә эшләп һө-йөндөрмәне ул халыҡты заманында! Баймаҡ леспромхозының столяр цехында эшләп, дәүләт заказдары пландарын һәр саҡ арттырып үтәүе өҫтөнә шәхси заказдар ҙа ҡабул итә ине. Улар ҙа урман хужалығы аша башҡарыла. Әле ҡайһы берҙә, бөгөнгө заман булһа, атайымдан байыраҡ кеше булмаҫ ине, тип тә уйлап ҡуям. Мәҫәлән, кемдер йорт һалырға булды, ти. Йүгереп атайыма килә. Иҙән, түбә таҡталары, ишек, тәҙрә яңаҡтары, тәҙрә рамдары һәм йөҙлөктәре эшләп биреүен үтенәләр. Уның менән генә лә йомош-юл бөтмәй әле: йорт эсенә йыһаз да әллә ни булманы бит элек. Бар йыһаз—ағас урындыҡ, тимер карауат та өҫтәл. Ана шул өҫтәлдәрҙе (дүрткелен дә, түңәрәген дә) сынъяһау итеп яһап ҡуйыр ине. Ә ултырғыстар! Ҡупшы итеп, ғүмерлеккә иҫәпләнеп эшләнә ине улар. Һырлап, биҙәкләп эшләнгән тумбочкалар, кухня шкафтары, китап этажеркалары, ағас дивандар ҙа өй түрен йәмләп ултырыр ине. Быларҙан тыш өйҙә сана табандары, ат дуғаһы, көйәнтә бөгөп ҡуя ла кистәрен дә шул эштәре менән булышыр ине.
Ишбирҙеләр хәҙер бесәнде башынан ахырына тиклем техника ярҙамында ғына әҙерләп ала. Ә бит бынан тиҫтә йылдар самаһы элек кенә төп ҡорал ҡул салғыһы ла һәнәк-тырма булды. Атайымдың һәнәктәре! Кәбән ҡойор мәл етһә, атайыма йүгереп киләләр. Сөнки кәбән һалыр өсөн махсус һәнәктәр кәрәк: күкрәк һәнәк, ос һәнәк... ябайҙары инде көн дә кәрәк, тигәндәй. Тырмаһы ла, күбә тарттырырға оҙон арҡаны ла... Берәй эш эшләр булһа, бер ҡасан да кешегә йүгермәне: һәр ваҡыт үҙенеке бар ине. Ҡорал эшләр, кеше маҡтаныр, ти бит халыҡ мәҡәле. Эш ҡоралы яһауға бик етди ҡараны атайым. Шуға ла ял көндәре йыш ҡына ат егеп, ҡустыларҙы ултыртып, үҙе менән урманға алып сығып китер ине. Эш күп: йә кәбән кәртәләйҙәр, йә һәнәклек йәпле, йәтеш, төҙ йәш ҡайын ҡырҡып алып ҡайталар. Бер ыңғай һалабашҡа йүкә лә һыҙыралар. Уны Йылайыр йылғаһының аулаҡ ятыуына һалып, серетеп, йүкәнән арҡан ишәләр, септә үрәләр»,—тип һөйләп ташланы Фәү-зиә атаһы хаҡында.
Аталарының үҙаллылыҡҡа бик иртә өлгөрөүе тураһында шундай бер иҫтә- лекте күңелдәрендә һаҡлай ҡыҙҙары.
Ата-әсәһе иҫән саҡта әле, бәләкәй санаға өҙөп-йолҡоп йыйнаған ризыҡты төйнәп әсәһе уны алыҫта-күрше Йылайыр районында ағас ҡырҡып ятҡан атаһы янына сығарып ебәрә. Миңнәхәткә ул саҡта ни бары 11-12 йәш тирәһе генә була. Бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда—сабый бала! Урман юлынан өшөй-туңа егермеләп саҡрым юл үтеп тәғәйенләнгән ергә килһә, бригада унда булмай сыға: икенсе урынға күскәндәр. Шунда ла юғалып ҡалмай, юллап барып етеп, атаһын күреп, аҙығын тапшырып кире әйләнеп ҡайта.
Миңнәхәт ағай 1949 йылда, 22 йәшендә, үҙенең ауылдашы Мәрзиә исемле ҡыҙға өйләнә. Ауырыу әсәй менән етем ҡалған дүрт ҡустыһына атай ҙа, әсәй ҙә булырға тура килә яңы донъя ҡорған йәштәргә. Береһенән-береһе бәләкәй дүрт малайҙы тәрбиәләп, ир ҡорона еткереп, өйләндереп, туйҙар яһап, өй күтәрешеп үҙаллы тормош юлына оҙаталар. Сәхиулла, Әхмәткәрим, Фәтхетдин, Мәғәз ҡустылары ғүмер буйы уларға рәхмәт әйтеп йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың береһе лә яҡты донъяла юҡ инде...Үҙҙәренең дә бер-бер артлы ун балаһы тыуа. Мәрзиә Низаметдин ҡыҙы «Герой әсә» исемен баш ҡалабыҙ Өфөгә барып Президент ҡулынан ала. Шулай ҡыуанып-шатланып ҡына йәшәргә ине лә бит. Армияла хеҙ- мәт итеп ҡайтып үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫыр ғына саҡта һыу һөлөгө кеүек ике улы бер-бер артлы мәрхүм булып ҡала. Шул ҡайғыны күтәрә алмай әсәләре лә үлеп китә. Өс йыл инде Миңнәхәт ағай яңғыҙы ҡыҙҙарында ғүмер кисерә.
Миңнәхәт ағай ғүмере буйы бер туҡтауһыҙ өй һалған: тәүҙә, бер нисә тапҡыр яңыртып, балалар күбәйә башлағас, ҙурайтып—үҙҙәренә, унан—ҡустыларына, шунан балаларына, туғандарына, ярҙам һораған ауылдаштарына...«Ун бала үҫтек,—тип дауам итә һүҙен Фәүзиә,—өҫтөбөҙ бөтөн, тамағыбыҙ туҡ булды. Кеше балаһында булмағанды ла кейҙек. Бесән бөткәс, атай менән әсәй йә Ҡанаға (Кананикольск—Йылайыр районындағы ҙур ауыл), йә Магнитҡа барып, беҙгә өр-яңы кейемдәр, мәктәп формалары алып ҡайта торғайны.
Бәләкәйҙән урман-ҡыр гиҙеп, аслыҡ йылдары һарына ҡаҙып ашап, балтырған, йыуа, емеш-еләк йыйып үҫкәнгәме, тирә-йүнде, ер-һыу тарихын яҡшы белә атайым. Беҙгә лә йыш һөйләп ала. Юғары белем өсөн дә мин атайыма бурыслы: бишенсе кластан алып—мине, туғыҙынсы кластан алып—апайымды интернат-мәктәптә түләп уҡытты».
«Рәхмәт һиңә, атай, ауырыу-һыҙлауһыҙ йөҙ йәшә! Һин беҙгә бик-бик кәрәкһең!»—тиҙәр уға иҫән ҡалған балалары, ейән-ейәнсәрҙәре. Ә улар хәҙер—әҙ ҙә түгел, күп тә түгел—53 кеше!
Читайте нас: