Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
12 Ғинуар 2018, 16:30

ЙӘШӘҮГӘ КӨС БИРҘЕ

Республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан иғлан ителгән «Республиканың 100 исеме» проектының исемлеге яңы йыл алдынан тулыһынса әҙер булды. Исемлеккә бөтәһе 10 мең кеше тәҡдим ителеп, махсус комиссия шуларҙың 200-өн һайлап алды. Күләмле телемарафонда республикабыҙ үҫешенә тос өлөш индереүсе 100 арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың исеме аныҡланды.

Республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан иғлан ителгән «Республиканың 100 исеме» проектының исемлеге яңы йыл алдынан тулыһынса әҙер булды. Исемлеккә бөтәһе 10 мең кеше тәҡдим ителеп, махсус комиссия шуларҙың 200-өн һайлап алды. Күләмле телемарафонда республикабыҙ үҫешенә тос өлөш индереүсе 100 арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың исеме аныҡланды.
Телевидение етәкселеге лайыҡлы шәхестәрҙең барыһы хаҡында ла документаль фильмдар әҙерләп күрһәтәсәген, ә 200 кеше исемлегенә инеүселәр хаҡында ролик һәм сюжеттар буласағын белдерҙе.
Иҫтәлекле дата уңайынан Хәтер китабы, DVD-дискылар сығарыу күҙаллана. Шулай уҡ «Билдәһеҙ Башҡортостан» проекты иғлан ителеп, исемлеккә инмәгән ябай булмаған яҙмышлы, республикабыҙ тарихында тәрән эҙ ҡалдырыусылар тураһында ла бәйән ителәсәк.
«Республиканың 100 исеме» исемлегендә беҙҙең яҡташыбыҙ Хәйбулла районынан Шәрифйән Сәғиҙулла улы Ишемов (1935-2016) булыуына ифрат ҡыуандым. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, республика балалар клиник дауаханаһының Почетлы докторы, балалар хирургының исеме быға лайыҡ. 134 ғилми эш авторы Шәрифйән Сәғиҙулла улы хирургик дауалауҙа һәм диагностикалауҙа заманса алымдар индергән алдынғы ҡарашлы табиптарҙың береһе булды. Ул Санкт-Петербург, Дондағы Ростов, Днепропетровск, Тбилиси, Барнаул, Сәмәрҡәнд һәм башҡа ҡалаларҙа уҙған фәнни-ғәмәли кәңәшмәләрҙә ҡатнашҡан билдәле хеҙмәткәр.
Ш.С.Ишемовтың ҡаҙаныштарын һанап ҡына уның шәхесен тулыһынса асып булмай. Яҙмыш ҡушыуы буйынса бынан 50 йылдар самаһы элек тап уның ҡулы аҫтында миңә дауаланырға тура килде. Ошо матур көндәрҙе күреүем менән уға рәхмәтлемен. Шәрифйән Сәғиҙулла улы шәп хирург, үҙ эшенең оҫтаһы ғына түгел, башҡалар күңелен аңлай, дөрөҫ йүнәлеш бирә белгән нескә күңелле кеше лә булды.
Бала саҡтан ныҡ ауырығас, 1965 йылда беҙҙе Сибай ҡалаһынан Өфөгә йүнәлттеләр. Туҡаев урамында урынлашҡан 1-се ҡала дауаханаһында миңә далалаусы табибым Шәрифйән Ишемов «Бронхоэктатическая болезнь» тигән диагноз ҡуйҙы һәм операция эшләп, уң үпкәмде алып ташланы. Операция бик ҡатмарлы булды. Эйе, ундайҙарҙы һәм унан да ауырыраҡтарҙы эшләйҙәр, эшләйәсәктәр. Бер үпкәһеҙ ҡалғанда миңә ни бары 16 ғына йәш булды, 7 класс ҡына белемем бар ине, һөнәр юҡ. Сибай ҡалаһында Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатының тимер юлы цехында электровоз депоһында электр слесаре ярҙамсыһы булып 3 ай ғына эшләп өлгөрҙөм. Һаулығым үтә ҡаҡшап дауаханаға эләктем. Үҫмер генә көйөнсә бер үпкәле II төркөм инвалиды булып, тулы тормошта йәшәйәсәгемә төңөлгәндә, ғәриплегем менән килешкәндә дауалаусы табип физик торошомдо яҡшыртып ҡына ҡалманы, күңел төшөнкөлөгөнән дә сығырға ярҙам итте.
—Иң мөһиме—операция уңышлы үтте, аяҡ-ҡулдарың йөрөй, аҡылың теүәл. Ауыртыныуҙарға әҙерәк түҙергә кәрәк, һин бит ир кеше, етмәһә башҡортһоң,—тип повязкаларҙы алыштырған һайын ҡабатланы. Уның әйткән һүҙҙәре йөрәгемә үтеп инде, артабан үҙемдә йәшәүгә көс таптым. Сибайға ҡайтып, эшсе йәштәр мәктәбен тамамланым, элекке эшләгән урыныма эшкә барҙым, электр слесаре һөнәрен үҙләштерҙем. Унан һуң Иваново ҡалаһына радиотехник техникумына уҡырға йүнәлтмә бирҙеләр. Ставрополдән килгән егеттең дә, минең дә эшсе һөнәрҙәребеҙ булғас, эшләп ҡарарға булдыҡ. Әммә беҙҙең ише икенсе төркөм инвалидтарын эшкә алмағандарын белгәс, инвалидлыҡ танытмаһындағы ике таяҡты өскә әйләндереп, троллейбус депоһына электр слесаре булып киттем.
1969 йылда Ленинград ҡалаһында Шәрифйән Ишемов менән яҙмыш беҙҙе тағы осраштырҙы. Ул ваҡытта төҙөлөштә электр монтажнигы булып эшләп йөрөү менән бер рәттән киске мәктәптә уҡыуымды дауам итә инем. Шәрифйән Сәғиҙулла улы Ленинград медицина институтының педиатрия бүлеге аспиранты булды. Ҙур ҡалала, дөйөм ятаҡ шарттарында, йәшлек үҙенекен иткән дәртле саҡтарҙа тап уның күҙәтеүе аҫтында булғанға ла һаулығыма зыян килмәне. Аллаһы Тәғәлә минең юлыма уны тағы ҡурсалаусы итеп ебәрҙе. Остазым атаҡлы балалар хирургы, СССР Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты Г.А.Баировтың ғилми етәкселегендә диссертация яҡланы. СССР Медицина фәндәре академияһы академигы, илдең баш балалар хирургы С.Я.Долецкий ҙа уға ҡарата ныҡ иғтибарлы булды. Г.А.Баиров уны аспиранты булғанға түгел, фекерҙәштәр, коллега булараҡ ихтирам итте. Ш.С.Ишемовтың кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлауы шаһиты ла булдым.
Яман сирҙән ҡотолдорған, фәрештә кеүек мине һаҡлап, яҡлап алып йөрөгән Шәрифйән Сәғиҙулла улының тырышлыҡтарын күреп миндә лә табип булыу теләге тыуҙы, уның кеүек хирург булғым килде. Ленинградта урта белем алғас, Өфөгә ҡайтып Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға индем. Медик һөнәрен үҙләштереү өсөн өс курс уҡығас, шуны аңланым: был өлкәлә кемгәлер оҡшарға теләү аҙ икән. Баҡтиһәң, табип булыу өсөн булмыш, һәләт, күңел тартыуы мөһим икән. Ә миндә быларҙың береһе лә юҡ, шуға медицина институтынан китергә мәжбүр булдым. Кемдеңдер урынын биләп йөрөмәҫ өсөн түгел, насар белгес булғым килмәне. Әлбиттә, Шәрифйән ағай был аҙымымды хупламаны, битәрләне генә. Мәскәүгә сығып китеп, тырыша торғас, М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға индем. Уны тамамлағас суд системаһында оҙаҡ йылдар эшләп хаҡлы ялға сыҡтым. Fүмерем буйы мин «альма-матер» кеүек йәшәнем, Шәрифйән Сәғиҙулла улының исеменә, ҡылған изгелегенә тап төшөрмәнем. Остазым, ҡотҡарыусым минең менән ғорурланһын, тормошта үҙ юлымды табыуыма шатланһын өсөн барыһын да эшләнем. Әгәр ҙә тормошомда Шәрифйән Ишемов осрамаһа, мин күптән был яҡты донъяларҙа булмаҫ та инем. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа тыуған минең ише малайҙарҙың күбеһе иркенән мәхрүм булды, алама ғәҙәттәрҙе үҙ итеп йәшләй генә үлеп бөттө. Минең дә арҡаланырға атай булманы, урамда тиерлек йөрөп үҫтем. Ваҡытында атаҡлы балалар хирургы ҡулдарына барып эләгеүем бөтә тормошомдо үҙгәртте, йәшәүемә мәғәнә бирҙе. Шәрифйән Сәғиҙулла улының алтын ҡулдары эшләгән операциянан һуң 50 йыл инде бер үпкә менән йәшәйем, балаларым үҫте, ейән-ейәнсәрҙәремде һөйөп туя алмайым.
Бөгөн дә мин уның балалары, педагогия фәндәре кандидаты булған ҡатыны Роза Ишемова менән бәйләнеш тотам. Fүмер юлымды яҡтыртыусы фәрештә—Шәрифйән Сәғиҙулла улы Ишемов ҡына бынан 1 йыл элек вафат булды. Иҫән сағында ла рәхмәттәремде әйтеп торҙом, әле уның яҡты рухы алдында башымды эйәм.
Рим Йыһаншин.
Сибай ҡалаһы.