Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
1 Декабрь 2017, 11:58

ЯЛАН БАТЫРЫ

Боронғолар аҡраб башында ҡар яуһа, ҡырҡ көнлөк юлға сыҡ, тигәндәр. Быйыл да иҫкесә октябрь башында, йәғни рустарҙың Покров көнөндә ҡар булды. Тимәк, ҡара ер ятасаҡ әле. Кисә мул ғына яуған ҡар бик тиҙ иреү арҡаһында ҡуйы томан төштө, хатта 50 метрҙан да алыҫыраҡ юл күренмәй. Ирәндекте ауғас Баймаҡ яғына томан шыйығая барған һымаҡ тойолдо. Бәхтигәрәй ауылына барып етәрәк 600 йыллыҡ мөһабәт ҡарағастар ҙа күренде. Ундай эре ҡарағастар тик бында ғына һаҡланған, уның тарихы ла бар. 1910 йылдарҙа Баймаҡ баҡыр иретеү заводы хужаһы Кабанов ҡушыуы буйынса, Ирәндек буйындағы булған ағас ҡырҡылып, шул заводтың руда иретеү мейестәренә ташылған. Урман ҡырҡыусылар Бәхтигәрәй ауылы янына килгәндә, бар халыҡ балта, һәнәк тотоп ҡаршы сыҡҡан һәм ҡарағастарын һаҡлап алып ҡалған.

Боронғолар аҡраб башында ҡар яуһа, ҡырҡ көнлөк юлға сыҡ, тигәндәр. Быйыл да иҫкесә октябрь башында, йәғни рустарҙың Покров көнөндә ҡар булды. Тимәк, ҡара ер ятасаҡ әле. Кисә мул ғына яуған ҡар бик тиҙ иреү арҡаһында ҡуйы томан төштө, хатта 50 метрҙан да алыҫыраҡ юл күренмәй. Ирәндекте ауғас Баймаҡ яғына томан шыйығая барған һымаҡ тойолдо. Бәхтигәрәй ауылына барып етәрәк 600 йыллыҡ мөһабәт ҡарағастар ҙа күренде. Ундай эре ҡарағастар тик бында ғына һаҡланған, уның тарихы ла бар. 1910 йылдарҙа Баймаҡ баҡыр иретеү заводы хужаһы Кабанов ҡушыуы буйынса, Ирәндек буйындағы булған ағас ҡырҡылып, шул заводтың руда иретеү мейестәренә ташылған. Урман ҡырҡыусылар Бәхтигәрәй ауылы янына килгәндә, бар халыҡ балта, һәнәк тотоп ҡаршы сыҡҡан һәм ҡарағастарын һаҡлап алып ҡалған.
Мин төбәп барған Ямантаев Рамаҙан Fәббәс улының иркен, бөхтә өйө тап шул ҡарағаслыҡ эргәһендә генә урынлашҡан. Күрешкәндә ук ул шатлығын йәшермәй:
—Быйыл көҙ игенсе өсөн бик матур килә бит әле. Бына бер нисә мәртәбә яуған ҡарҙар иреп ергә һеңде, ямғырҙар ҙа йыш яуа, тимәк, киләһе йыл мул уңыш буласаҡ,—тип өндәште. Ысынлап та беҙҙең яуымтөшөмгә һаран булған ерҙә дымдың һәр тамсыһын да ҡәҙерләгән игенсенең ҡыуанысын аңларға була ине.
Элек-электән ямғырлы йә ҡар-буранлы көндәрҙә Рамаҙан Fәббәс улының кәйефе күтәренке булыр ине. Колхозда эшләгән дәүерҙән алып миңә лә был ғәҙәт ингән. Хәҙер инде ике тиҫтә йыл ҡалала йәшәһәм дә яуым-төшөмгә ҡарап ҡыуанам. Ҡайһы бер таныштарым йонсоу көндәргә зарланған мәлдәрендә минең ҡәнәғәт төҫкә ҡарап йыш ҡына аптырап:
—Һин ниңә улай шатһың?,—тип һорайҙар.
—Иген яуа, иген!,—тип тантаналы рәүештә яуап бирәм уларға.
Р.F.Ямантаев 1951 йылдың йәйендә Мерәҫ ауылында колхозсы ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы, Fәбит, Сәғит ағалары бар тормоштарын крәҫтиәндең изге бурысы—икмәк үҫтереүгә арнағанлыҡтан, киләсәктә ниндәй һөнәр һайларға тип һис тә икеләнмәне. Мерәҫ мәктәбен һәм әрме хеҙмәтен тамамлағас Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының агрономия бүлегенә уҡырға инә. 1975 йылдың мартында дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып ауылына ҡайтып төшә. Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоздан 4-се Мерәҫ бригадаһы айырылып, яңы «Таналыҡ» исемле колхоз барлыҡҡа килгән генә мәл. Быға бар ауыл халҡы ҙур тантана кисерә.
—Ниһайәт үҙебеҙҙең еребеҙгә, малыбыҙға хужа булып эшләйәсәкбеҙ. Бәләкәй генә справка алыу өсөн дә элекке һымаҡ 40 саҡрымдан алыҫыраҡ ятҡан Ҡолсораға йөрөмәйәсәкбеҙ,—тип ҡыуана улар.
Икенсе көндө үк йәш белгесте кәнсәгә саҡырттылар. Колхоз рәйесе, элекке комсомол районының беренсе секретары Ниғмәтуллин Әкрәм Әғзәм улы Рамаҙан Fәббәс улына хужалыҡтың баш агрономы вазифаһын тәҡдим итә.
—Беҙ һинең ҡайтырыңды алдан белеп, көтөп тора инек, әйҙә, эшкә тотон. Яҙғы сәсеүҙе имен-аман үткәрәйек,—ти.
Тәүге йылдан уҡ йәш белгескә бик ҙур һынауҙар аша үтергә тура килә, сөнки 1975 йыл 1921 йылдағы һымаҡ тарихта бик ҡаты ҡоролоҡ йылы булып һаҡланып ҡалған. Айырмаһы тик шунда: 1921 йылда аслыҡтан бик күп халыҡ ҡырылһа, 1975 йылда ҡеүәтле Совет илендә йәшәү арҡаһында аҙыҡ-түлеккә һис тә ҡытлыҡ булманы. Киләһе ҡышты уңышлы үткәрер өсөн мал аҙығы ғына етешмәне. Хөкүмәт хәстәрлеге менән был мәсьәлә лә ыңғай хәл ителде. Һалам әҙерләү өсөн Башҡортостандан Украинаға һәм Балтик буйы республикаларына махсус бригадалар юлланды. «Таналыҡ» колхозы бригадаһы Украинаның Кировоград өлкәһе Знаменка районының Дзержинский исемендәге колхозына эләгә.
—Ул колхоз рәйесе Оленьков Владимир Григорьевич беҙҙең бригадир Рысмөхәмәтов Хажғале Хажи улы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тап ошо Знаменка ерҙәрен немец-фашист илбаҫарҙарынан азат иткәнен белгәс, ҡыуанысын йәшерә алманы,—тип иҫләй Рамаҙан Fәббәс улы.
Украин дуҫтар мерәҫтәргә ҙур ярҙам күрһәтә, уларға тимер юлы станцияларына яҡыныраҡ баҫыуҙарҙан пресслау өсөн һалам эҫкерттәрен тәғәйенләйҙәр, ятаҡта бушлай йәшәтәләр, аҙыҡ-түлек менән дә тәьмин итәләр. Бына шулай, Совет осоронда халыҡтар дуҫлығы тигән төшөнсә тик ҡоро һүҙ генә булманы, ҡыйын ваҡыттарҙа бер-береңә эскерһеҙ ярҙамды ла аңлатты.
Шул дәүерҙән алып Р.F.Ямантаев 33 йыл буйына «Таналыҡ» колхозының баш агрономы булып эшләй, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшә. 1983 йылдан алып игендең уңдырышлығы буйынса хужалыҡ районда йә беренсе, йә Баймаҡ тәжрибә хужалығынан ҡала килә икенсе урынды биләй. 1986 йылда кукуруздан 600 центнерлыҡ уңыш ала. Унда баҫыу араһынан хатта К-700 тракторы ла күренмәй торғайны. 1987 йылда 80 гектар майҙандан мал аҙығы сөгөлдөрөнөң уңышын гектарынан 542 центнерға еткереп, Башҡортостан буйынса рекорд ҡуя. 1989 йылда юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн Р.F.Ямантаев Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Әйткәндәй, унан һуң Баймаҡ районынан был юғары исем берәүгә лә тапшырылмай. Ул «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн», «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары менән наградлана, ике тапҡыр Мәскәүгә ВДНХ-ға барып ҡайта. Районда беренсе булып Ю.П.Моряков исемендәге «Иң яҡшы агрономға» тигән кубок менән бүләкләнә.
Миңә Рамаҙан Fәббәс улы менән 12 йыл бергә эшләргә тура килде. Тәүҙә 4 йыл баш зоотехник, унан колхоз рәйесе булараҡ. Ул бер ҡасан да сәбәләнмәне, һәр эште урын-еренә еткерер ине. Ул хәтәр тойомлау көсөнә лә эйә булды. «Әҙерлек теүәл, райондан да ҡыҫалар, иртәгәләре сәсеүгә төшмәйбеҙме?»—тиһәм, ул: «Туҡта әле, Ниғәмәтович, иртәгә—шишәмбе, ҡоро көн, боронғолар һымаҡ кесаҙна йә йома көнө эшкә дәррәү тотонорбоҙ»,—ти торғайны. Ысынлап та, уныңса арыуыраҡ килеп сығыр ине. Көндәр ҙә матур торҙо, халыҡ та ихлас булды. Р.F.Ямантаевтың уңышлы эшләүенең нигеҙе ҡырсылыҡ эшен тәрән белеүе һәм шуны механизаторҙарға теүәл еткереүенәндер тип уйлайым. Сөнки ул һәр эште башлар алдынан халыҡҡа уның нескәлектәрен ҙур сабырлыҡ менән дәлилдәр килтереп аңлатыр ине.
Үҙем һиҙмәһәм дә Рамаҙан Fәббәс улының эш алымдарын үҙләштергән булғанмын икән. Һуңынан Салауат исемендәге колхоз рәйесе булып барғас колхозсылар мине хатта агроном тип уйлағандар.
Рамаҙан Fәббәс улының шәхси тормошо ла күптәргә өлгө булырлыҡ. Ҡатыны Fилминур Фәтрәхмән ҡыҙы менән бергә ҡырҡ йылдан ашыу татыу ғаилә ҡороп йәшәйҙәр. Fилминур билдәле эшсән Тутаевтар араһынан. Ул Түбә теген фабрикаһында тегенсе, «Таналыҡ» колхозында кассир-бухгалтер, ауыл халҡынан һөт йыйыусы, Мерәҫ мәктәбендә ашнаҡсы ла булып маҡталып эшләй. Татыу ғаиләлә биш ул үҫеп ҡанат нығыта. Өлкән улдары Наил (1977 йылғы)—Өфөлә төҙөүсе. Уның ҡыҙы Зарифа университетта уҡытыусы һөнәрен үҙләштерә. Рәил (1978 йылғы)—Баймаҡ ПМК-һында механизатор. Улар ҡатыны Резеда менән Азалия исемле ҡыҙ үҫтерә. Рәмил (1979 йылғы) Мерәҫтә атай нигеҙендә йәшәй. Вахта ысулы менән Саха-Якутияла төҙөүсе булып эшләй. Уның ҡатыны Гөлфиә—Талҡаҫ шифаханаһында физиотерапевт. Уларҙың Исмәғил һәм Исрафил исемле улдары үҫеп килә. Булат (1982 йылғы) Өфөлә Жуково ҡасабаһында йәшәй, ҡатыны Флүзә менән халыҡтан һөт йыя, магазин тоталар. Ҡыҙҙары Әминәгә 5 йәш. 1988 йылғы улдары Илмир фермерлыҡ кәсебен һайлаған. Үҙ туғандарының пай ерҙәрендә мал аҙығы әҙерләй, 12 һауын һыйыры, башмаҡтар, һарыҡтар аҫырай. Бөтә кәрәк-яраҡ тағылма инвентары менән МТЗ-82 маркалы тракторы ла бар. Унан тыш ауыл халҡынан махсус транспорт менән һөт йыйып Бикештәге Лукьянова Валентина Ивановнаның һөт ҡабул итеү пунктына алып барып тапшыра. Илмирҙың ҡатыны Наҙгөл Камил ҡыҙы Буранбаева—II Этҡол ауылынан, юғары белемле булараҡ бөтә иҫәп-хисап, килешеү төҙөү эштәрен алып бара. Уның иңенә шулай уҡ һыйырҙарҙы һауыу, ҡош-ҡорт ҡарау, ҡалған йорт мәшәҡәттәрен башҡарыу төшә.
Был ғаиләлә боронғо башҡорт традициялары яҡшы һаҡлана тиһәм дә яңылышмам. Сөнки өс йәшлек Илназ һәм бер генә йәшлек Рүзилә өйҙә тулыһынса ҡартатаһы менән ҡартәсәһе ҡарамағында. Рамаҙан Fәббәс улы менән Fилминур Фәтрәхмән ҡыҙы кескәйҙәрҙе тәрбиәләй, уларға тормош һабаҡтарын өйрәтә.
—Үҙ балаларыбыҙ үҫкән саҡта уларға тейешле тәрбиә эләкмәне, сөнки ҡара таңдан төн уртаһына тиклем колхоз эшенән бушаманыҡ. Шуға күрә хәҙер исмаһам ейәндәрҙе ҡарап үҫтерәйек,—ти бәхетле ҡартатай менән ҡартәсәй, бәләкәстәренә йылы ҡараштарын ташлап.
Тағы ла шуны өҫтәмәһәм яҙыҡ булыр һымаҡ. Рамаҙан Fәббәс улының белеме һәм бай эш тәжрибәһе һаман да кәрәкле әле. Улы Илмирға, әлбиттә, ул беренсе кәңәшсе һәм ярҙамсы. Оҫта иретеп йәбештереүсе булараҡ (йәш сағында ошо һөнәрҙе лә үҙләштергән булған) улының тағылма инвентарҙарын, трактор-машиналарын йүнәтешә. Уларҙың урамында хатта үҙ ҡулдары менән эшләнгән утын ярғыс агрегаты ла бар, сөнки ауылға газ әле килеп етмәгән. Яҡын-тирәләге ауылдарҙағы фермерҙар һәр саҡ уға кәңәш һорап килә. Ауылдаштары араһында ла уның абруйы юғары. Шуға күрә лә ул ауыл старостаһы вазифаһын урын-еренә еткереп үтәй. Мәҫәлән, быйыл Бәхтигәрәйҙә «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә Мерәҫ ауыл биләмәһе (Бәхтигәрәй ауылы шунда ҡарай) башлығы Хафизова Таңсулпан Миңнеәхмәт ҡыҙына беренсе кәңәшсе һәм ярҙамсы ла булды.
Ҡайтыр юлға сыҡҡанда томан тулыһынса таралған. Ирәндектең бейек ҡаялары ҡояш нурҙары аҫтында күҙгә асыҡ күренә. Ҡайһы бер кешеләр ҙә үҙҙәренең изге эштәре менән шул мөһабәт тауҙарҙы хәтерләтә һымаҡ, шуларҙың береһе—Рамаҙан Ямантаевтыр тигән уй ҡапыл башыма килде.
Ирек Бикмәтов,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Мерәҫ ауылының Почетлы гражданы.