Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Октябрь 2023, 15:55

Бала ҡайғыһы йөрәктә

Әле ҡаршымда торған ир бер ҙә ҡайғырғанға оҡшамай. -Үлгән егетте әсәһе яңғыҙы үҫтергән. Яңғыҙ әсә булараҡ балаһын теркәгән. Атаһының исеме бар барлыҡҡа, тик баланы уллыҡҡа алыу тураһында танытмағыҙ юҡ. Шуға ла ул егеткә һеҙ бер кем дә түгел, - етәксебеҙ иргә аңлатып маташты. -Әйтем торам бит! Ул егеттең атаһы мин! Эйе, йәшлек хатаһы менән уның әсәһе менән бергә була алманыҡ! Тик бала бит минеке! Улымды үлтерҙеләр! -Хәлегеҙҙе аңлайым! Тик ваҡытында улығыҙға, уның әсәһенә терәк булырға кәрәк ине! – мөдир ҙә етдиләнде. -Беҙҙән һеҙгә нимә кәрәк? -Улымдың тыуыуы, үлем тураһында таныҡлыҡ, - тинем бит ингәс тә. -Ә ни өсөн? -Нисек ни өсөн? Мин атаһы булараҡ уға бирелгән аҡсаның бер өлөшөнә дәғүә итә алам,- ти ир күҙен дә йоммай.  

Бала ҡайғыһы йөрәктә
Бала ҡайғыһы йөрәктә

 

ЗАГС бүлегенә фырт ҡына әҙәм килеп инде. Кәүҙәһе төҙ, затлы кейем кейгән, бик хәлле кеше икәне күренеп тора.

-Махсус хәрби операцияла улым үлеп ҡалды. Тыуыу, үлем тураһындағы таныҡлығының дубликаты кәрәк,--тине ир, командалы тауыш менән.

-Һеҙгә башта хәрби комиссариатҡа барырғалыр ул? – тип кәңәш бирергә ашыҡтым.

-Шунан килә ятам. Улар мине һеҙгә ебәрҙе.

Уның миңә һонған паспортын алып биттәрен асып-асып ҡараным да, мөдир менән кәңәшләшергә кәрәклекте белдерҙем. Беҙҙең хәбәрҙе бер ҡолағы менән ишетеп йөрөгән етәксем алғы һыҙыҡта һәләк булғандарҙың исемелеген тотоп килеп тә сыҡты.

-Тәк, паспортығыҙ ошомо? – уны ентекле ҡарарға тотондо.

-Һәләк булғандарҙың исемлегендә һеҙҙең ише фамилия юҡ,--тип документын иргә кире һуҙҙы.

-Нисек инде исемлектә минең улым юҡ! Фамилияһы тап килмәһә, атаһының исемен ҡарағыҙ һуң! – теге ир екерергә кереште.

-Бәлки, атаһының исеме тап киләлер ҙә, тик һеҙ ул егеттең атаһы булыуын нисек иҫбатлай алаһығыҙ? – мөдир ҙә законға ярашлы эш итә.

-Атаһы тигәс атаһы тием бит! Мин нимә әллә үҙ балаһын танымай тиһеҙме? Ана, беҙҙе ҡара ҡайғыға һалып, әллә кем өсөн үлеп ята...Ҡайғылы кешенең хәленә инергә лә уйламайһығыҙ, исмаһам. Мин һуғышта баламды юғалттым...

Шул саҡта исемлекте күҙ һалдым да, был ирҙең исеменә тура килтереп ҡарауйм булды, ул егеттең әсәһе килеп үлем тураһында танытма алғаны иҫемә төштө. Бик ҡайғылы, йөҙө ҡасҡан, башын күтәрерлек хәлдә лә түгел ине. Ныҡ йәлләнем шунда ҡатынды.

-Яңғыҙым ғына үҫтергәйнем балаҡайымды...Атаһы менән өйләнешергә насип булманы. Рус егете мине, мосолман ҡыҙын, эшкә һынаманы. Ауырлы икәнемде әйткәс тә “табандарын ялтыратты”. Иланым, ҡайғырҙым, үҙ-үҙемә ҡул һалырға уйлап бөттөм. Тик йөрәгем аҫтындағы сабыйым ҡыбырлай башлағас, бөтә тормошомдо ошо балаға арнарға үҙемдә көс таптым. Туп шикелле улым тыуҙы. Етешмәгән саҡтар күп булды, яңғыҙ әсә булараҡ дөйөм ятаҡтан бүлмә бирҙеләр. Үҙебеҙсә көн иттек, башҡаларҙан кәм-хур тимәҫкә тырыштым да ул, тик осон осҡа ялғап йәшәү бигерәк ауыр булды. Һуғышҡа ла әлеге лә баяғы етешмәгәнлектән китте инде балаҡайым, аҡса эшләйем дә ҡайтам, әсәй, борсолма! Бер нәмә лә булмай минең менән! Зато кешесә йәшәй башларбыҙ! Бүлмәне фатир итеп алырбыҙ! Мин өйләнермен, һиңә килен булыр, - тигән булды, әй, балаҡайым, ғүмер генәң ҡыҫҡа булды шул.

Ышанысым, күҙ терәп торған өмөтөм шул булғас, аҡса эшләһә әллә ысынлап та, тормошобоҙ яҡшырып китәр, тип тә уйланым. Китте балаҡайым, мәңгелеккә китте. Ул булмағас донъяның бер йәме юҡ...Нимә өсөн йәшәйем мин! Бүлмәмде лә ҙурайтҡым килмәй! Миңә нимәгә ул торлаҡ! Бер аяғым менән ҡәберҙә торам! Йәшәгем килмәй! – ҡатын түгелеп илай. –Хәрби часынан командирҙары орден, миҙал алып килеп тотторҙолар. Улары нимәгә тағы?! Ҡоро ҡайғымды яңыртып яталар йәнде көйҙөрөп. Балаңды орденға, аҡсаға алмаштырып буламы инде?! Аҡса бирелә, ти ҙә йыуаталар. Кәрәкмәй миңә аҡса. Булманы ла минең аҡсам, кәрәкмәй ҙә! Баламды терелтегеҙ, баламды!!!

Дарыу эсереп, саҡ йыуаттыҡ ҡатынды. Өҫ-башы таҙа булһа ла, кейеме хөртөрәк ине шул. Хәле инде тағы ла мөшкөл ине...

Әле ҡаршымда торған ир бер ҙә ҡайғырғанға оҡшамай.

-Үлгән егетте әсәһе яңғыҙы үҫтергән. Яңғыҙ әсә булараҡ балаһын теркәгән. Атаһының исеме бар барлыҡҡа, тик баланы уллыҡҡа алыу тураһында танытмағыҙ юҡ. Шуға ла ул егеткә һеҙ бер кем дә түгел, - етәксебеҙ иргә аңлатып маташты.

-Әйтем торам бит! Ул егеттең атаһы мин! Эйе, йәшлек хатаһы менән уның әсәһе менән бергә була алманыҡ! Тик бала бит минеке! Улымды үлтерҙеләр!

-Хәлегеҙҙе аңлайым! Тик ваҡытында улығыҙға, уның әсәһенә терәк булырға кәрәк ине! – мөдир ҙә етдиләнде.

-Беҙҙән һеҙгә нимә кәрәк?

-Улымдың тыуыуы, үлем тураһында таныҡлыҡ, - тинем бит ингәс тә.

-Ә ни өсөн?

-Нисек ни өсөн? Мин атаһы булараҡ уға бирелгән аҡсаның бер өлөшөнә дәғүә итә алам,- ти ир күҙен дә йоммай.

-Эйе. Һәләк булғандың ата-әсәһе, әгәр ҡатыны, балаһы бар икән, аҡсалата компенсацияһы һәр ғаилә ағзаһына тигеҙ бүленә. Тик һеҙҙең осраҡта түгел. Баланың аҡсаһына өмөт итәһегеҙ, тик ул үҫкәндә һеҙ ҡайҙа булдығыҙ?Ни өсөн ваҡтында өйләнмәнегеҙ? Өйләнмәгән хәлдә баланың атаһын танытманығыҙ? -тине мөдир, уға һынаулы ҡараш ташлап.

-Унда һеҙҙең эшегеҙ булмаһын!

...Ҡыҙғанысҡа күрә, хәҙерге көндә ошондай хәлдәр күбәйеп китте. Күптәрҙең балалары ул һәләк булғандан һуң ғына иҫтәренә төшә. Сөнки, ата-әсәгә аҡса түләнә. Бала түгел, аҡса кәрәк сабыйын ташлап киткән “кәкүктәргә”...Ә кем балаһын юғалтҡан, унда аҡса ҡайғыһы юҡ. Бала ҡайғыһын бер ниндәй аҡса ла, хатта миллиондар ҙа, орден-миҙалдар ҙа баҫа алмай. Бала ҡайғыһы бит йөрөктә. Ғәзизеңде онотор өсөн шул йөрәкте һурып алырға кәрәк...Үҙең ҡәбергә ингәнсе ул ҡайғы тынғы бирмәйәсәк...

Ә һеҙ һаман аҡса, аҡса тиһегеҙ...

Гөлдәр Ҡадаева.

фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гульдар Кадаева