+21 °С
Болотло
Ауыл билмәһе хакимиәте башлығы Айгөл Ғүмәр ҡыҙы Байрамғолова әйтеүенсә, гуманитар ярҙам йыйыуға урындағы эшҡыуарҙар, ерле халыҡ ҙур өлөш индергән. Темәстәр бергәләшеп яуҙағы яҡташтарға тушенка, кейем-һалым, махсус аяҡ кейеме-берцы, тәм-тәм туплаған.
Шулай уҡ күмәкләшеп аҡса йыйып күсмә мунса ла яһағандар. Уның эсен йыуыныу кәрәк-яраҡтары менән тултырғандар. Бынан тыш УАЗ автомобиле лә ебәргәндәр. Уның эсенә иһә эсәр һыу ҡойоу өсөн ҙур һауыт һәм генератор урынлаштырғандар.
Ауыл әүҙемсеһе Иҙел Ситдыҡов ир-егеттәребеҙҙең имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп ҡорбан салған һәм ауылдаштарын мәсеткә йыйып, аят уҡытҡан.
Ураҙа алдынан темәстәр бик күп изгелек ҡылған.
Ҡылған ғәмәлдәрегеҙ үҙегеҙгә яҡшылыҡ булып әйләнеп ҡайтһын!