АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Март 2023, 16:10

Темәстә яугирҙе ҡуйҙылар

Бөгөн беҙ яҡташыбыҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, һөйөклө ул һәм атай – Яманғолов Дамир Вәкил улын һуңғы юлға оҙаттыҡ.Дамир Вәкил улы ата-әсәһенә, туғандарына терәк-таяныс, дуҫтары, ауылдаштары өсөн ышаныслы иптәш булды. 1998 йылда ул Рәсәйҙең ҡораллы Көстәре сафына алына, Чечен республикаһындағы хәрби бәрелештә ҡатнаша. Махсус хәрби операцияға мобилизация буйынса саҡырыла. Ябай хеҙмәтсән булып йәшәгән Дамир Вәкил улы, хәтеребеҙҙә илдең азатлығы өсөн көрәшкән һалдат булып ҡаласаҡ.

Темәстә яугирҙе ҡуйҙылар
Темәстә яугирҙе ҡуйҙылар

Бәхил бул, тыныс йоҡла, ҡәҙерле Дамир Вәкил улы! Беҙ һине онотмаҫбыҙ! Ауыр тупрағың еңел булһын.

Автор:Гульдар Кадаева