АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Февраль 2023, 13:35

Баймаҡта йәнә мәтам сараһы

«Баймаҡ еренең лайыҡлы улы, ил һаҡсыһы – Дәүләтбирҙин Илсур Юлдаш улын һуңғы юлға оҙаттыҡ. Беҙҙең менән бергә бөтә район, бөтә республика һәм бөтә ил ҡайғыра» - тип белгертте үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.

Баймаҡта йәнә мәтам сараһы
Баймаҡта йәнә мәтам сараһы

Тыуған ил саҡырыуын ҡабул итеп, Илсур Юлдаш улы махсус хәрби операцияла үҙ ирке менән ҡатнашырға теләк белдерә. Ул дәүләтебеҙҙең именлегенә хәүеф янағанда, ҡулына ҡорал тотоп Ватанды һаҡлай.

Беҙҙең хәтерҙә ул Ватан алдындағы хеҙмәт бурысын үтәп, Рәсәй армияһын үҙенең батырлығы, ныҡлы хәрби рухы менән данлаған яугир булып ҡаласаҡ.

Хөрмәтле Юлдаш Сабирйән улы, Райлә Зариф ҡыҙы, мәрхүмдең туғандары һәм яҡындары, һеҙҙең тәрән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ, сыҙамлыҡ теләйбеҙ.
Фото һәм мәғлүмәт Фәнис Әминев диуарынан.

Автор:Гульдар Кадаева