Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
5 Февраль 2023, 22:30

Шәхси автомобилен алғы һыҙыҡтағыларға алып барып биргән

Сибай ҡалаһынан яҡташыбыҙ Газсервис йәмғиәтенең баш инженеры Радик Рафаэль улы Хөсәйенов махсус хәрби операциялағы хәрбиҙәргә ҙур ярҙам күрһәтте: ул шәхси УАЗ Патриот автомобилен алғы һыҙыҡтағыларға алып барып тапшырған. Яу яланында йөрөгән ҡустыһы - танк батальоны командиры, майор, фронт линияһы буйлап аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәкле әйберҙәр ташыр өсөн бөтә ерҙә лә үтеүгә һәләтле машина кәрәклеген, уны һатып алырға теләүҙәрен белдерә. Радик Хөсәйенов күп уйлап тормай, ҡул аҫтында шундай техникаһы булғас, уны хәрбиҙәргә бирергә ҡарар итә. Дондағы Ростовҡа ҡәҙәр автомобилде хужаһы, уның туғандары Марат Хөсәйенов, Вячеслав Шульмин оҙатып бара. Унда инде УАЗ Патриотты ҡустылары һәм уның хеҙмәттәше ҡаршы килеп ала.

Шәхси автомобилен алғы һыҙыҡтағыларға алып барып биргән
Шәхси автомобилен алғы һыҙыҡтағыларға алып барып биргән

 

Ир-егеттәрҙең изге ниәте хаҡында Сибай ҡалаһының балалар өсөн реабилитация үҙәге хеҙмәткәрҙәре ишетеп ҡала һәм үҙ көстәре менән йыйған гуманитар ярҙамды тейәтеп ебәрә.

-Беҙ был ярҙамды кемгәлер аныҡ төбәп түгел, ҡайҙа алып барып еткерәләр, шуларға тапшырырға, тип йыйҙыҡ. Медикаменттар, йылы, эске кейем, ойоҡ, бирсәткә, тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлеккә ҡушып, “Ҡәҙерле яҡташтарыбыҙ! Тиҙерәк еңеү яулап иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ! Беҙҙе һеҙҙе яратабыҙ һәм көтәбеҙ! тигән дәртләндереү һүҙҙәре яҙылған хаттар яҙып һалдыҡ,--ти үҙәк етәксеһе Илүзә Нурмөхәмәт ҡыҙы Дәүләтбаева.

Яҡташтарыбыҙға күрһәткән ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт! Ысын ир-егеттәрсә аҙым яһаған - хәрбиҙәр өсөн шәхси автомобилен дә йәлләмәгән Радик Хөсәйеновҡа айырыуса ҙур рәхмәт! Еңеү дөйөм көс менән генә яулана!

Автор:Гульдар Кадаева