АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Декабрь 2022, 20:40

Булманы уйлағанса...

-Ҡара әле, ап-аҡ тештәрем бер ус булып ҡойолдо ла ҡуйҙысы! -Ярай, борсолма! Хәҙер медицина көслө, ҡуйҙырырһың, тешһеҙ йөрөмәҫһең,-- кәләшенең яуабын ишетеп өлгөрҙө Мансур, уянып тирә-яғына ҡараны. Унан яман төш күреүен аңлап, оҙаҡ уйланып ятты. Төштә теш төшһә, үлем хәбәре ишетелеүгә булыуын белә ул. Шуға ла борсола, бер ус ап-аҡ тештәрен тотоп ултырҙы бит ул ҡәһәрле төшөндә, бер ус... Ҡурҡмаҫлыҡ, һиҫкәнмәҫлек тә түгел шул кинйә ҡустылары Иректәре ут эсендә йөрөй, Чечняла хеҙмәтен тултырып бөтөп килә. -Тәк, бөгөн 27 ноябрь икән, дембеленә лә күп ҡалманы былай, имен генә ҡайтһын инде, - тип теләне лә, ятҡан урынынан торҙо.

Булманы уйлағанса...
Булманы уйлағанса...

...Ғаиләлә 8-се бала булған төпсөктәре Иректе апай-ағайҙары яратып Иркә тип йөрөтә. Әсәйҙәре уны 40 йәшендә таба. Өләсәйҙәре берҙән-бер ҡыҙының балаға күмелеп, яман сиргә дусар булғанында дауаханаға йөрөтә алмауына зарлана. “Ҡайҙа барһам да кейәү алып йөрөй, ир кеше - ир кеше инде, оялам да үҙенән. Һин балалауҙан бушамайһың, әле лә бына ауыр аяҡлымын, тиһең. Етәр инде, йәшең дә бара, кейәү ҙә бит үҙ ҡыҙын күптән кейәүгә биреп, ҡартатай  булған. Оялмай, тағы бәпәйләргә уйлайһыңмы?” – тип әсәһе ҡыҙына асыулана. Әсәһенең хәле көндән-көн мөшкөлләнгәнен күргәндән һуң ҡатын иренә бала кәрәкмәүен, район үҙәгенә дауаханаға барасағын белгертә. Иртәгеһен күрше ауылға ылау менән сыға сығыуын, ә унан район үҙәгенән автобус килә алмай, февраль бураны ҡотороп-ҡотора...Таныштарында ҡуна ҡала, иртәнсәк ире шылтыратып, һыйыры иртә быҙаулауын, имә алмай йонсоуын белгертә. Анау сама балаларҙы аҡһыҙ ҡалдырмайым инде, ҡайтып быҙауҙы мал итергә кәрәк тип, яман уйынан кире төңөлөп, нимә булһа ла булыр, ти ҙә ҡатын кире Йәнтешкә төшә. Көҙгә ысынлап та, иренең өлкән ҡыҙы менән ярышып тигәндәй бәпәй таба. Был ейәненең донъяға килеүен теләмәгән өләсәһе лә сабыйға 40 көн тигәндә мәңгелеккә күҙҙәрен йома.

Ирек кес кенәнән хәбәр һөйләүгә шәп булһа ла атлап китергә ашыҡмай. Арты менән ултырып шыуыуға әүәҫләнә. Апай-ағайҙары ул ихата тирәһенән сығып китһә, уның артынан ҡалған эҙҙән эҙләп алып барып ҡайтыр була. Ике йәше тулғас ҡына атлап китә. Мәктәптә иһә малайҙарса уҡый, алдынғы спортсы була. Айырыуса волейболда оҫта уйнай. Район күләмендәге ярыштарҙа гел шәп уйынсы булып таныла. Мәктәпте тамамлғас, Аҡъяр һөнәрселек училищеһында һөнәр үҙләштерә. 18 йәше тулғас иһә башҡа йәштәштәре кеүек армияға китә. Уны дуҫ-иштәре, туғандары проводҡа йыйылып, матур итеп, һалдатҡа оҙата. Йола буйынса икмәк тешләтеп, ҡалған өлөшөн иптәштәре теләктәрен яҙған ҡығыҙға төрөп, өйҙөң өрлөгөнә беркетеләр. Уны егет әрменән имен-аман йөрөп ҡайтҡас, үҙе ысҡындырып алып уҡырға тейеш...

Башта ул Мәскәү өлкәһенең Нарофоминск хәрби часында әҙерлек үтә. Әрме тормошона зарланмай, яҡташтары менән бергә булыуын белгертеп хаттар яҙа, яҡындарын һағыныуын еткерә. Йылдан ашыу хеҙмәт иткәс май айында ул отпускыға ҡайтып төшә. Май байрамдары, йәштәр ҡырға сыға, костер яға. Ирек тә дуҫтары менән күңел аса. Баҡса эше менән булышҡан ағайҙары уға ярҙам итһәңсе, тип өндәшә.

-Һеҙ ашайһығыҙ бит ул сәскән емеш-еләк, йәшелсәләрҙе, ә мин түгел, - ти ҙә тағы дуҫтары янына ашыға.

Бер айҙан ул кире хәрби часына китә. Унан инде уларҙы Чечняға оҙаталар.  Йәй, көҙ утлы ғәрәсәт эсендә була. Улдарының ҡыҙыу нөктәлә йөрөүен ата-әсәһе, туғандары белә. Тик бер нәмә лә эшләй алмайҙар. Әсәһе кинйәһе ҡайтҡас өҙөп ашар тип алмағасҡа алмаларҙы бәйләп тигәндәй һаҡларға тырыша. Дуҫ-иштәре дембель етеп ҡайта тора, БТР йөрөткән Иреккә алмаш килмәгәнгә генә ул ротаһынан бер үҙе генә тигәндәй тороп ҡала. Хеҙмәте тулғанға ҡыуанып инде ҡайтам тип йөрөгәндә БТР-ҙа командирын алып китеп барғанда улар минаға эләгеп шартлай. Был ҡәһәрле көн 1999 йылдың 27 ноябре була.

  17 октябрҙә 20 йәше тулған Иректе 21 декабрҙә тыуған ауылы Йәнтешкә цинк табутта алып ҡайталар.

-Беләһеңме, был донъяла иң ауыры нимә? – ти мәрхүмдең ағаһы Мансур.

-Кинйәкәүен ер ҡуйынына тапшырырға теләмәгән әсәйеңде цинк табут өҫтөнән көскә тартып алыу...

Барса халыҡ түгелеп илай...Иларлыҡ та шул: йәшәргә лә өлгөрмәгән ҡәҙерле кешеңде йәп-йәш көйө ҡәбергә алып барып һалыу бик аяныслы...

...Иректе ерләүгә 5 ай үткәс, Өфөлә йәшәгән хеҙмәттәшенән уға хат килеп төшә. “Ҡайҙа юғалдың ул? Һөйләштек тә инде бергәләп БДПУ-ның физкультура бүлегенә уҡырға инергә. Документтар тапшырырға ваҡыт етеп килә, ә һинән һаман хат-хәбәр юҡ,” – тип дуҫы үпкәләңкерәп яҙа.

Ҡара ҡайғынан башын да күтәрә алмаған оло йәштәге ата менән әсә, улдарының һәләк булыуын белгертеп, иптәшен үҙҙәренә саҡырып яуап хаты яҙып һала. Йәмле йәйҙә ул ауылға килә.

-Был яҡ тәбиғәте Чечняныҡына ныҡ оҡшаған. Әйтәм, унда барып төшкәс тә Ирек: “Неужели это Янтыш?”– тип аптырағайны шул. Беҙҙе бит ул яҡтарға тәҙрәһеҙ-ниһеҙ вагондарға тейәп алып барҙылар. Эх, Ирек, Ирек! Мин бит һинең үлем хәбәреңде лә ишетмәнем. Берәү ҙә белмәй, барыбыҙ ҙа ҡайтып бөткәс кенә булған бит был хәл,--тип дуҫы үкһеп-үкһеп илай. 

Оло йәштәге ата-әсәһенә дәүләттән ярҙам да булды. Уның шәп волейболсы булыуын иҫәпкә алып, Хәйбулла районында йыл да яугир иҫтәлегенә волейбол буйынса ярыш үткәрелә. Ҡәберенә оборона министрлығы памятник та ҡуйҙырҙы. Үлгәндән һуң “Ҡаһарманлыҡ өсөн” ордены менән наградланды...Тик быларҙың бер нәмәһе лә балаңды кире ҡәберҙән торғоҙоп ултыртмай, ғәзиз кешеңде юҡһыныуҙы, ҡара ҡайғыңды баҫмай. Иректең атаһы менән әсәһе – Абдулхаҡ һәм Клара Кадаевтар - ҡайным менән бейем Иректең үлеменән һуң ғүмерҙәрен зар илап үткәрҙе. Уның рухына аят бағышлаған һайын: “Дөрөҫ булманы был тормош, ул бит кинйә бала булараҡ башта беҙҙе ерләп, беҙгә аят уҡытырға тейеш ине...Ә беҙ уға түгел,--тип һыҡтаны. Быйыл Ирек ҡәйнешемдең һәләк булыуына 23 йыл да булып китте. Һәр замандың үҙ һуғышы тигәндәй, әле лә донъялар тыныс түгел. Цинк табуттар көндә ҡайтарыла, көн дә ғәзиз атай-әсәйҙәрҙең күҙ йәше түгелә. Бала ҡайғылары күрһәтмә, зинһар, тип Раббыбыҙға ялбарабыҙ. Көнө-төнө һорайбыҙ! Һуғыш ҡына тынһын! Ир-егеттәребеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын!

 

Булманы уйлағанса...
Булманы уйлағанса...
Автор:Гульдар Кадаева