Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Декабрь 2022, 20:55

Әсә көтә улын ҡайтыр тиеп…

.«КөнҺылыу апай, Йомағәле ағай, шәп егет үҫтергәнһегеҙ. Тимур шул тиклем ҡыйыу, берәүгә лә ал бирмәй, командирҙарға ла ҡаршы тороуы һоҡландыра ине. Ғәфү итегеҙ,шундай егетте алып ҡайта алманым,--тип башын аҫҡа эйә. Хеҙмәттәше 2003 йылдың 10 ноябрендә әрме сафынан демобилизацияланып таксиға ултырғанда Тимурҙы ниндәйҙер кешеләр һөйрәп төшөрөп алып ҡалыуҙары хаҡында ҡот осҡос хәбәр әйтә. «Ул мәхшәрҙән ҡотола алыуыма үҙем дә һаман ышанып етә алмайым, Башҡортостанға килеп еткәнсе, йөрәгемде усыма тотоп килдем»,--ти Ғәлим, күҙҙәренә йәш алып.

Әсә көтә улын ҡайтыр тиеп…
Әсә көтә улын ҡайтыр тиеп…

Әсә көтә улын ҡайтыр тиеп…

 (Хәйбулла районының Аҡъяр ауылының «Рух» ансамбле репертуарынан).

Бәлә ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй. Барыбыҙҙы ҡара ҡайғыларға Һалып, Ғәлим ҡәйнешем гүр эйәһе булды. Өйләнеп, ике ҡыҙы тыуып, Сибайҙа нигеҙләнеп инде рәхәтләнеп донъя көтөр генә мәлендә 31 йәшлек кенә ҡәйнешемдең йөрәге туҡтаны. Берәүҙе Хоҙай Тәғәлә күрә тиҙәр бит, шулай итеп ҡайнағам менән ҡайнеңгәмдең бер бөртөк улдарының йәнһеҙ кәүҙәҺе йәмле Һаҡмар буйына барып ятты. Ғәлимдең вафатына 40 көн тулғандағы аятына уның хеҙмәттәшенең әсәҺе КөнҺылыу апай Ҡоланбаева килде. Уның күҙҙәре шул тиклем моңҺоу ине.  «Ошо егет берәй серен асыр, барыбер хәлгә асыҡлыҡ индерер,тип көткәйнем. Был балаҡай ҙа белгәндәрен үҙе менән ҡәбергә алып китте»,--тип Һыҡтаны. Бына кемдең ғәзиз балаҺын ҡәйнешем йылдар буйы эҙләгән икән тип уйланым. КөнҺылыу апайҙың ҡайғыҺын яңыртырға теләмәһәм дә һүҙҙәребеҙ һүҙгә ялғанды.

...Йылайыр районының Ҡаҙырша ауылы егете Йомағәле менән Ашҡаҙар ауылы Һылыуы Көнһылыу йәшләй генә яратышып өйләнешә. Йәш ғаиләгә ҡот өҫтәп бер-бер артлы Илнур, Тимур исемле улдары донъяға килә. Тора бара ҡыҙҙары Ләйсән тыуыу менән иҺә йорттарына йәм ҡуна. Ҡоланбаевтар башта Йылайыр районында йәшәй, аҙаҡ улар Хәйбулла районының Степной ауылына күсеп килә. Ғаилә башлығы ла, хужабикә лә ауыл хужалығында эш башлай. Әммә моңло тауышлы КөнҺылыуҙы күңелендәге сәнғәткә, мәҙәниәткә булған Һөйөүе Степной ауыл мәҙәниәт йортона илтә. КөнҺылыу апай әлеге көндә лә ошо мәҙәниәт усағына тоғро ҡалып, ең һыҙғанып клуб мөдире булып эшләп йөрөй. Моңло бала--зарлы бала тип бушҡа әйтмәгәндәрҙер. Республика йыр конкурстары лауреаты, район мәҙәниәт усаҡтарының сәхнәләренән төшмәгән, ауылдаштарының тормошон мәҙәни саралар менән биҙәгән апайҙың күңеле китек: әрмегә киткән улы Тимур хәбәрһеҙ юғалған. «Тыныс тормошта ундай хәлдәр була икән?»,--тиер күптәр.

1981 йылдың 19 сентябрендә тыуған Тимур Степной ауылы мәктәбендә 9-сы класты тамамлағас Сибай педагогия колледжының хеҙмәт бүлегенә уҡырға инә. Физик яҡтан ныҡлы әҙерлекле егет уҡыу йортоноң 4-се курсында уҡығанда 2001 йылдың ноябрендә үҙе теләп әрме сафына китә. Башта ул 6 ай Самарала хәрби әҙерлек үтә. Был ҡала уға яҡшы таныш була. Сөнки 2000 йылда һалдатҡа алынған Илнур ағайы ла тап ошо ҡалала хеҙмәт юлын башлай. АтаҺы, әсәһе менән уның янына барып, хәлен белешеп ҡайта. Артабан ағайы Ватаны алдындағы бурысын үтәү өсөн Чечня Республикаһына ебәрелә. Илнурын мәхшәрҙән саҡ көтөп алған әсә икенсе улы Тимур ҙа Самараға эләккәс тә, хафаға ҡала:быныһын да «ҡыҙыу нөктәгә» ебәрерҙәрме икән ни? Әсә йөрәге бушҡа һыҙланмаған икән, ысынлап та, Тимурҙарҙың батальоны 2002 йылдың майында Чечня РеспубликаҺының Шали поселогына оҙатыла.«Яҡташтарым Ғәлим, Эдуард менән бергәмен. Минең өсөн борсолмағыҙ»,-- тип яҙа ул бер хатында. Чечнянан ҡош телендәй бер нисә хаты килә. Хатта телефондан да өйҙәренә шылтыратып тора. Тимуры сит республикаға ебәрелгәс, әсә: «Өлкән улым да шунда булды, хәҙер бәләкәйен дә ут эсенә алып барып тыҡтығыҙ»,-- тип командованиеһына мөрәжәғәт итә. Ҡәҙерле кешеһенең уның артынан төшөүен ишеткәс, Тимур:«Әсәй, хеҙмәтемде бында башлағас, тамамлап ҡуям. Дуҫ-иштәремә нимә тип әйтеп ҡайтып китәм мин? Буш менән булышма»,--тигәс әсә тыныслана төшә. Тыныслана тип әйтеүе генә анһат, «ҡыҙыу нөктәләрҙән» егеттәрҙең ни хәлдә ҡайтыуын үҙ миҫалында күргәнлектән, үҙенә урын таба алмай йонсой. Илнурының хеҙмәттән психикаҺы ныҡ ҡаҡшап ҡайтыуын ауыр кисерә.Тимурҙың да шундай хәлдә булмаҫына кем гарантия бирә?

Улының хеҙмәт итеү ваҡытын саҡ тултыра әсә. 2003 йылдың ноябрендә башта Ғәлим, шунан Эдуард хеҙмәттән ҡайтып төшә. Нишләптер егеттәрҙең икеҺе лә уларға килергә ашыҡмай. Шулай Яңы йыл етә. Байрам тантанаҺы ойоштороп йөрөгәндә Эдуардтың әсәһе: «Тимур һаман ҡайтманымы?—тип һорап ҡуя.Шунан:«Эҙләй башла һин уны, КөҺылыу»,--тип тә өҫтәй. Шул арала кешеләрҙән дә имеш-мимештәр ишетә, йәнәҺе лә уның улы хәбәрҺеҙ юғалған. Бер көндө уларға күптән көткән Ғәлим килеп инә.«КөнҺылыу апай, Йомағәле ағай, шәп егет үҫтергәнһегеҙ. Тимур шул тиклем ҡыйыу, берәүгә лә ал бирмәй, командирҙарға ла ҡаршы тороуы һоҡландыра ине. Ғәфү итегеҙ,шундай егетте алып ҡайта алманым,--тип башын аҫҡа эйә. Хеҙмәттәше 2003 йылдың 10 ноябрендә әрме сафынан демобилизацияланып таксиға ултырғанда Тимурҙы ниндәйҙер кешеләр һөйрәп төшөрөп алып ҡалыуҙары хаҡында ҡот осҡос хәбәр әйтә. «Ул мәхшәрҙән ҡотола алыуыма үҙем дә һаман ышанып етә алмайым, Башҡортостанға килеп еткәнсе, йөрәгемде усыма тотоп килдем»,--ти Ғәлим, күҙҙәренә йәш алып.

Чечнянан Ғәлим яраланып ҡайтты. Ҡулынан сығарып алған пуляҺын һаҡланы, саҡ ҡына ҡыҙмаса булып алҺа: «Беҙ бит унда кеше үлтерҙек. Беҙ атмаһаҡ, улар беҙҙе юҡ итер ине,--тип тыныслана алмай аҙаплана торғайны. Ҡан ҡойош эсендә булыу сәләмәтлегенә ныҡ тәьҫир иткәндер, юғиһә йәп-йәш йөрәге ҡапыл тибеүҙән туҡтамаҫ ине. Ғәлим ҡәйнешемдең 2003 йылдың ноябрендә армиянан ҡайтҡанын яҡшы иҫләйем. Йәш егет имен-һау ҡайтыуын билдәләп дуҫ-иштәрен, туғандарҙы саҡырып ҡунаҡ түрендә ултыра, ә үҙенең күҙҙәрендә бөтмәҫ һағыш сағыла ине. БаҡтиҺәң, был шатлығын уртаҡлашырға әрмелә утты-һыуҙы бергә үткән Тимур дуҫы эргәһендә булмаған. Уның хәбәрһеҙ юғалыуын ныҡ ауыр кисерҙе Ғәлим. Бер аҙҙан өйләнде һәм ғаиләһе менән беҙҙең янға йәшәргә күсеп килде. Арҡайым осондағы Йолалы урамында һыу, газ, юл булмаҺа ла интернет бәйләнеше ҡасабала беренселәрҙән булып үтте. Ҡәйнешем был уңайлыҡ тыуғас та көндә беҙгә килә компьютерға текәлә.Уны күҙәтәм: уйын да уйнамай, юҡ-бар сайттарға ла инмәй, ә кеше эҙләү буйынса хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итә. Социаль селтәрҙәрҙең барыһында ла биттәр асты. Берәүһе етмәйме ни тиҺәм: «Тимур мине эҙләп табасаҡ, шуның өсөн тотам был биттәрҙе»,--ти торғайны. «Одноклассники» социаль селтәрендәге битенә армияла төшкән фотоларын ла тап уның өсөн күсерҙем тип аңлатты.Эстән генә уны көттө, ҡайтырына өмөт итте. Үлерен һиҙҙеме икән, йөрәге мәңгелеккә туҡтарға ике-өс көн ҡалғас,ул социаль селтәрҙәге бер нисә биттәрен юйған. Әммә «Одноклассники»һын ҡалдырған, Тимур уны иҫән сағында күрмәҺә лә аҙаҡ ҡарап иҫләҺен тинеме икән, билдәҺеҙ.

Улының шулай серле шарттарҙа юҡҡа сығыуын ишеткәс, КөнҺылыу Ҡоланбаева Хәйбулла районының хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итә. Был хәл раҫ тип табылғас, төрлө хеҙмәттәргә яҙа, эҙләй башлай. Әммә Ростов ҡалаҺының хәрби прокуратураһы, Тимур хеҙмәт иткән хәрби часть командованиеһының да эҙләнеүҙәре һөҙөмтә бирмәй. Аптырап күрәҙәселәргә бара. Улары ла аныҡ ҡына бер ни әйтмәй. «Жди меня» тапшырыуына ла яҙып ҡарай.

Тимурҙы күптән был донъяла юҡ тип иҫәпләүселәр ҙә бар. Тик әсәҺе КөнҺылыу апай, атаҺы Йомағәле ағай быға бер ҙә ышанғыҺы килмәй. Үлгән кешенең бит ҡәбере була, ә уларҙың улының ҡәбере юҡ, тимәк ул иҫән. Әсә уны бер көндө ҡатынын, балаларын эйәртеп ҡайтып төшөр тип тә өмөт итә, тәмле ризыҡтар бешерҺә лә, эх улым ҡайтып инҺә ине ошо мәлдә минең бешергән тәм-томдан ауыҙ итер ине тип өмөтләнә.

--Төшөмдә йыш күрәм. Бер шулай күҙем эленеүе булды, Тимур велосипедҡа ултырып ҡайтып инде лә һарайға инеп китте. Былтыр Ҡорбан байрам алдынан төшөмә ингәс, аптырап әллә ҡорбан һораймы икән тип Һарыҡ салдырҙыҡ. Күңел тигән нәмә бар бит. Тимурҙы күңелем менән ҡайтарып бөтәм. Ҡырҡ үлтереп, ҡырҡ терелтәм. Армияға китергә йөрөгәндә Тимур автобусҡа инеп ултырҙы ла, мин тотоп та өлгөрмәнем, кире әйләнеп төшөп инәйҙәрен, апайҙарын, иптәштәрен ҡосаҡлап иларға кереште. Уй, Аллам, балам, нишләп инеп ултырғас кире сыҡтың, яҡшыға ғына булһа ярар ине, тип шунда эстән бошондом. Ғәлим ныҡ ҡыйыу булды тине бит, әллә шул тик тормағанлығы арҡаһында командирҙарҙың юлын ҡыйҺа, боевиктарға һаттылармы икән үҙен тип тә ҡайғырам. Уйламаған уй ҡалманы,--ти әсә, аптырап.

Әй, беҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының түҙемлеге! Көнһылыу апай егерме йылға яҡын инде улын ҡайтыр тип, иҫәндер тип көтә. Икенсе милләт вәкиле булһа күптән Рәсәй Президентына яҙып, хәбәрһеҙ юғалған улы өсөн әллә ниндәй компенсациялар таптырыр, ташламалар талап итер ине. Бәлки,шулай эшләргә кәрәктер ҙә, сөнки Тимур Ватаны алдындағы бурысын үтәгән, ә нишләп хәрби хеҙмәт командованиеҺы уның именлеген тәьмин итмәгән?. Кеше энә түгел дә инде юғалырға? Рәсәй әрме сафына ул ебәргәнһең икән әрме етәкселеге унан һалдаттың иҫән-һау ҡайтыуын тәьмин итергә тейеш. Тимур бит срочный хеҙмәткә алынған, контракт буйынса китһә, ярай үҙ теләге менән барҙы ла юғалды тиер инең.

Көнһылыу апайҙың күңел яралары тәрән. Йә Илнуры йүнле-башлы донъя көтөп китә алмай, йә Тимурынан берәй хәбәр юҡ. Ике бөртөк ғәзиздәренең дә яҙмышын Чечня ғәрәсәте селпәрәмә килтергән. Йомағәле ағай күршеһенең улдары менән бесән сапҡанын, кәбән ҡойғанын, мал ҡарауҙарын ҡарап тороп күҙҙәренә йәш ала. Ул да бит улдар үҫтергән, ә олоғайып барғанында яндарында терәктәре юҡ.

КөнҺылыу апай Башҡортостан РеспубликаҺының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, локаль Һуғыштарҙа ҡатнашыусылар мәнфәғәтен ҡайғыртыусы Илшат Фәрхетдиновҡа ҡайғыҺын белгертә. Ул башта КөнҺылыу Ҡоланбаеваның быға тиклем уларға бер ҙә мөрәжәғәт итмәүенә аптырай.Депутат шундуҡ бөтә хеҙмәттәрҙе аяҡ баҫтыра, яңынан эҙләнеүҙәр башлана. Тимурҙы эҙләүҙәре хаҡында уларҙан дүрт хат килә.

Ошондай саҡ ҡына алға китеш Тимур юғалғандан бирле йырҙан алыҫлашҡан КөнҺылыу апайҙы кире сәхнәгә этәрә. Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Лариса Мәмбәтова:«Көнһылыу, һинең йырлауыңды халыҡ һағынған»,--тип әйтеүе Һәм бар яҡлап ярҙам итеүе уны «Ике йондоҙ» йыр бәйгеҺендә ҡатнашып, гран-при яулауға илтә. Арымай-талмай эшләгән мәҙәниәт йортона капиталь ремонт яһалған. Йырлы-моңло тормошонда ла алға китеш бар, тимәк, тормош бер нәмәгә ҡарай дауам итә. Ейән-ейәнсәрҙәренең, Илнур улы, ҡыҙы Ләйсән, килен, кейәүе, иренең һау-сәләмәт булыуҙары, һәр ваҡыт уны хәстәрләүҙәре әсәгә һәр яҡлап көс, рух ныҡлығы бирә. Ныҡ бул, КөнҺылыу апай! 

 

 

Автор:Гульдар Кадаева