АТАЙСАЛ
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Октябрь 2022, 10:10

Бергәләшеп сәй эсеп ултырырға яҙһын!

Фотола минең яндағы егеттең исеме Ғәлийән Байғусҡаров. Ул Баймаҡ үҙәк район дауаханаһында фельдшер булып эшләгән. Өйҙә ҡатыны, ике балаһы ҡалған. Сығышы менән Ғәлийән Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылынан. Егет менән үткән аҙнала Ҡазанға мобилизацияға эләккән ир-егеттәрҙең хәлен белешә барғанда һалдат ашханаһында таныштым. Ул унда ла фельдшер булып йөрөй, сирләгәндәргә медицина ярҙамы күрһәтә. Командирҙары уны маҡтай, әҙәпле, тәртипле, ышаныслы кеше, юғары кимәлдәге белгес, тиҙәр. Ғәлийән менән аралашҡандан һуң күңелдә тыныс булып ҡалды. Кәрәк саҡта яу яланында ла уның һәр кемгә ярҙамға килеренә иманым камил. Бына ошондай ябай, итәғәтле егеттәр яуҙа ҡатнашҡан беҙҙең ата-балалар кеүек, ысын герой булып китә лә инде

Бергәләшеп сәй эсеп ултырырға яҙһын!
Бергәләшеп сәй эсеп ултырырға яҙһын!

Ғәлийәнгә үҙ бурысын намыҫ менән үтәп өйөнә, кәләше, балалары янына имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйек!

Мин уларға ҡунаҡҡа барырға вәғәҙә бирҙем.

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.

Фото депутат диаурынан.

Автор:Гульдар Кадаева