Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Октябрь 2022, 11:39

Ҡазан юлынан ҡайтмайҙар

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев Баймаҡ һәм Йылайыр райондары етәкселәре менән Ҡазан ҡалаһына яҡташтарыбыҙҙың хәрби әҙерлек урынына барып, хәлдәрен белеште.

-Киске ашҡа өлгөрҙөк, бик тәмле ашаталар. Әммә өйҙән алып килгән аҙыҡ-түлек тәме яҡшыраҡ! Посылкаларҙан тыш, егеттәр һораған бензин генераторҙарын, тубыҡ һаҡлағыстарын һәм ҡатын-ҡыҙҙар бәйләгән йылы ойоҡбаштарҙы тапшырҙыҡ.
Яҡташтарымдың үтенестәрен ҡабул иттем, үтәргә тырышырбыҙ!

Көн һайын яугирҙар хәрби күнекмәләр үтә, хәрби хеҙмәт оҫталығы туплай, кәрәкле белем ала.
Сәфәр аҙағында шуны әйткем килә: беҙҙең егеттәр рухи яҡтан ныҡ, ҡулдарында ҡоралды ышаныслы тоторға, заданиеларҙы үтәргә лә әҙер! - тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Азамат Мырҙағәле улы.

Автор:ГУЛЬДАР КАДАЕВА