АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Сентябрь 2022, 08:55

Диндарҙар Донбасҡа юлланды

Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, диндарҙар менән бергә Башҡортостан Башлығы советнигы Алик Камалетдинов та сәфәргә сыҡты. Баймаҡ ҡалаһы мәсете имам-хатибы Хәмзә хәҙрәт, протоиерей Виктор Иванов ирекле батальондар формалашҡан ваҡытта уҡ улар махсус операцияға ҡушылғас та яндарына барасағын белдергәйне. Дин әһелдәрен юлға Шишмә районан Республика Башлығы Радий Хәбиров оҙатты һәм яҡташтарға яҡындары һәм туғандарынан сәләм әйтергә ҡушты.

Диндарҙар Донбасҡа юлланды
Диндарҙар Донбасҡа юлланды

Радий Хәбиров милли батальондар яуға инеүен белдерҙе. Советник Алик Камалетдинов урындан хәбәрҙәр ебәреп тороға вәғәҙә итте.

Башлыҡ үҙе яҡын арала Донбасҡа һалдаттар өсөн көҙгө кейем комплекттары тейәлгән йөктө оҙатып барырға иҫәп тота.

Автор:Гульдар Кадаева