АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Август 2022, 22:10

Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла бурысын үтәгәндәргә дәүләт наградалары тапшырҙы

Улар араһында яҡташыбыҙ Баймаҡ районынан Данис Аслаев та бар. Ул орденға махсус хәрби операцияны үтәгән өсөн лайыҡ булған. Данис Фазлетдин улы 1969 йылдың 8 мартынла тыуған. Хәрби хеҙмәтте Ханкалалағы 46-сы эске эштәр ғәскәрҙәренең айырым бригадаһында үткән. Жуков, Георгий тәреһе, эске эштәр министрлығында намыҫлы хеҙмәте өсөн өсөнсө дәрәжәле миҙалдары менән наградланған.  

Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла бурысын үтәгәндәргә дәүләт наградалары тапшырҙы
Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла бурысын үтәгәндәргә дәүләт наградалары тапшырҙы

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла бурыстарын үтәгән хәрби хеҙмәткәрҙәргә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Төбәк етәксеһе яҡташтарыбыҙҙың хеҙмәтен билдәләп үтте, һәләк булғандарҙың туғандарының, яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты.

– Был залда ысын ир-егеттәр, яугирҙәр, Ватанды һаҡлаусылар, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ҡаһармандар һәм һәләк булғандарҙың туғандары йыйылған, – тине Радий Хәбиров. – Барығыҙға ла тәрән хөрмәтемде белдерәм. Һеҙҙең алдығыҙҙа һәм арабыҙҙа булмағандар алдында ихтирам менән баш эйәм. Һәләк булғандарҙы бер ҡасан да онотмаҫбыҙ, уларҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күрербеҙ.

Тантанала һәләк булған яугирҙәрҙе бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алдылар. Республика етәксеһе махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Башҡортостан хәрби хеҙмәткәрҙәренә Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаларын тапшырҙы.

– Ошондай шәп улдар тәрбиәләгән өсөн ата-әсәләр, уларға ярҙам күрһәткән, аңлаған өсөн туғандары, яҡындары алдында оло ихтирам менән баш эйәм, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөнгө наградалар хеҙмәтегеҙ, антҡа тоғролоғоғоҙ, ҡыйыулығығыҙ өсөн Рәсәй һәм Донбасс халҡының рәхмәтен сағылдыра. Тыныс күк йөҙө, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!

Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә элекке хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе власть органдарында, ведомстволарҙа һәм төбәк ойошмаларында эшләүгә йәлеп итергә ҡушты.

– Был егеттәр Ватандың, ватансылыҡтың нимә икәнен яҡшы белә. Уларҙың тәжрибәһе йәмғиәтебеҙҙе үҫтереү өсөн бик мөһим, айырыуса йәштәр мөхитендә, – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе муниципалитеттарға 1 сентябрҙән балалары мәктәпкә барырға тейешле хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтергә ҡушты.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Автор:Гульдар Кадаева