Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Август 2022, 16:20

Ғорурлыҡ тойғоһо уята!

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө уңайынан Сибай концерт-театр берекмәһе артистары күмәкләшеп Рәсәй гимнын башҡарҙы. Гимн патриотик тойғо, ғорурлыҡ уята. Һеҙ ҙә тыңлағыҙ әле, дуҫтар!

Ғорурлыҡ тойғоһо уята!
Ғорурлыҡ тойғоһо уята!

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө йыл һайын 22 августа билдәләнә. Ул 1994 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән раҫлана. Флаг төҫтәрендә бик күп символик мәғәнә бирелә. Аҡ төҫ, мәҫәлән, юғары намыҫлылыҡ һәм асыҡлыҡ билдәһе. Күк төҫө тоғролоҡ һәм сафлыҡ булыр. Ҡыҙыл төҫ – ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ, киң күңеллелек һәм мөхәббәт. Тап ошондай кешелеклелек сифаттары хас рәсәйлеләргә! Быны тормош үҙе раҫлай.

Автор:Гульдар Кадаева