Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Август 2022, 09:30

Бөгөн -- төп дәүләт символдарының береһе хөрмәтенә рәсми байрам.

22 август - Рәсәй флагы көнө Быйыл уға 353 йыл тула. Рәсәй Федерацияһы флагы көнө - бөтә илдә төп дәүләт символдарының береһе хөрмәтенә рәсми байрам. Ошоға бәйле Өфөнөң мәҙәниәт, мәғариф һәм йәштәр сәйәсәте учреждениелары бай байрам программаһы әҙерләгән.

Бөгөн -- төп дәүләт символдарының береһе хөрмәтенә рәсми байрам.
Бөгөн -- төп дәүләт символдарының береһе хөрмәтенә рәсми байрам.

Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, саралар 21 августа Дуҫлыҡ монументында флагты күтәреүҙән башлана. Ошонда уҡ тематик викторина һәм күмәк флешмоб ойошторола. 22 августа Өфөнөң дөйөм белем биреү ойошмалары Рәсәйҙең дәүләт флагын күтәреүгә ҡушыла. Ошо уҡ көндө «Беренсе май» мәҙәниәт һәм ял паркында, «Имәндәр» скверында һәм Өфө балалар филармонияһы алдындағы майҙанда ижади коллективтар ҡатнашлығында байрам концерт программалары ойошторола. Бынан тыш, өфөләр өсөн триколор тарихы тураһында лекциялар, мәғлүмәт сәғәттәре, оҫталыҡ дәрестәре, флешмобтар, һүрәттәр конкурсы, квестар, кино күрһәтеү, батырлыҡ тураһында дәрестәр һәм башҡа саралар ойоштороласаҡ.

Автор:Гульдар Кадаева