Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Август 2022, 20:25

Батырлығы бер ваҡытта ла онотолмаҫ!

Баймаҡ тарафтарын да ҡайғы баҫты: бөгөн яҡташыбыҙ, Ватандың тоғро улы Һауа-десант ғәскәрҙәре гвардия майоры Игорь Сергеевич Волошинды һуңғы юлға оҙаттыҡ. Уның Украинала барған махсус операцияһы барышында күрһәткән батырлығы юғары дәүләт наградаһына тәҡдим ителгән. Игорь – Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбен тамамлаған. Уға ни бары 38 генә йәш булған. Яҡташыбыҙ бөтә ғүмерен Тыуған илгә хеҙмәт итеүгә бағышлаған, һуңғы һулышына ҡәҙәр хәрби присягаһына тоғро ҡалған.

Батырлығы бер ваҡытта ла онотолмаҫ!
Батырлығы бер ваҡытта ла онотолмаҫ!

“Хөрмәтле Сергей Петрович, Наталья Васильевна, Эльвира Фирҙәүес ҡыҙы, Татьяна Сергеевна, мәрхүмдең туғандары, яҡындары, дуҫтары! Барығыҙҙың да ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ! Шундай ҡыйыу ул үҫтергәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ!

Һеҙҙе йыуатырлыҡ һүҙ табыуы ла ҡыйын, яҡын кешеңде юғалтыуҙан да ауыр ҡайғы юҡлығын аңлайбыҙ.

Игорь Ватаныбыҙҙың ысын улы булды, донъяла ғәҙеллек булдырырға тырышты.

Бөгөн һеҙҙең менән ҡуша бөтә район, республика, илебеҙ халҡы ҡайғыра. Уның батырлығы бер ваҡытта ла онотолмаҫ! Яҡты рухы мәңге хәтерҙә һаҡланыр!

Мәңгеоек йоҡоң тыныс, ҡараңғы гүрҙәрең яҡты, урының йәннәттә булһын!” – тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.

Автор:Гульдар Кадаева