АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
23 Март 2022, 12:35

Күргәҙмәлә—төбәк һулышы

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының тарих-крайҙы өйрәнеү музейында Луганск рәссамдәренең “Һуғыш һәм тыныслыҡтың 8 йылы” исемле күргәҙмәһе асылды. Был сара “Героик Донбасс” мәҙәни проект сиктәрендә ойошторолодо.

Күргәҙмәлә—төбәк һулышы
Күргәҙмәлә—төбәк һулышы

Луганск халыҡ республикаһы рәссамдары күргәҙмәһенә 28 ижади эш ҡуйылған. Фото һүрәттәр Лугунск халыҡ республикаһының тормошон тулыһынса сағылдыра: Украинаның хәрби көстәре атышы, тыныс ваҡыттағы йәшәйеш, ҡанҡойоштан һуң инфраструктураны тергеҙеү, тарихи ваҡиғалар һәм башҡа ҡыҙыҡлы эштәр бихисап.  

 

Күргәҙмәне асыу тантанаһында Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова, мәҙәниәт бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Гөлгенә Тләүшина, ҡаланың ҡатын-ҡыҙҙар ҡоро ағзалары, Лунагск халыҡ республикаһы вәкилдәре Татьяна Миролюбова һәм Карина Окишан, Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы студенттары ҡатнашты.

Күргәҙмә асылғандан һуң унда ҡатнашыусылар “Һалдатҡа хат” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Ҡыҙҙар-егеттәр генә түгел, өлкәндәр ҙә әлеге ваҡытта Украинала барған махсус операцияла ҡатнашыусы һалдаттарға сәләм хаттары яҙҙы.

**

Автор:Гульдар Кадаева